Миңлеғәле (Миңлеғәли) — башҡорт һәм ғәрәп халҡынан таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Миңлеғәле (Миңлеғәли) — миңле һәм ғәли (ғәле) һүҙҙәренән яһалған ир балаларға ҡушылған мосолмандар исеме[1]. Мәғәнәһне — бәхетле, бөйөк кеше.

  Баланың тәнендәге айырым билдәләренә,үҙенсәлектәренә ҡарап исемләү ҙә борондан килә.Шул йолаларҙың береһе: тәндә миң булыуға ҡарап,ошо һүҙҙе исемгә ҡушыуҙа сағыла[2].  

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов(15 (27) август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).

Миңлеғәле Миңләхмәт улы Яҡупов (26 октябрь 1932 йыл20 февраль 2010 йыл) — башҡорт журналисы. 1959—1979 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.

Миңлеғәли Нәҙерғолов (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).

Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин (28 октябрь 1923 йыл — 8 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң)

Миңлеғәли Закир улы Мөҙәрисов (23 февраль 1947 йыл24 март 2015 йыл) — СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 59сы.

Һылтанмалар үҙгәртергә