Михай Мункачи
Ми́хай Му́нкачи (мадьярса Munkácsy Mihály; ысын фамилияһы — Либ (Lieb); 20 февраль 1844 йыл — 1 май 1900 йыл) — реализм йүнәлешендә эшләгән рәссам, портрет, көнкүреш жанрындағы һәм тарихи картиналар оҫтаһы. Венгрҙар Михай Мункачиҙы «Венгрия сәнғәтенең короле» тип йөрөтә.
Михай Мункачи | |
мадьярса Munkácsy Mihály | |
Исеме: |
Михай Либ |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: |
Мункач, Венгрия короллеге, Австрия империяһы |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Сайт: | |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Биография
үҙгәртергәМихай Либ 1844 йылдың 20 февраляендә Мункачта сығышы менән Бавариянан булған ауыл чиновнигы ғаиләһендә тыуған, ул саҡта был Австро-Венгрия империяһы ере (әле Мукачево, Закарпатье өлкәһе , Украина).
Ауыр , ҡайғылы хәлдәр малайҙың яҙмышында бәләкәй саҡтан уҡ осрап торған. Атаһы иртә үлеп киткәс, ете йәшлек Михайҙы атаһының туғаны уллыҡҡа ала. Ағаһы малайҙы балта оҫтаһына өйрәнсеклеккә бирә. Өс йыл был һөнәрҙе өйрәнгәндән һуң, уға оҫтаханала ауыр эштәр башҡарырға тура. Михай сирләп китә һәм кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта . Терелә башлағас, Михай һүрәт төшөрөүгә әүәҫләнә һәм гравюраларҙың копияһын эшләй башлай. Был осорҙа ябай ғына кеше булған ағаһы малайҙың яҙмышында бик мөһим роль уйнай. Ул Михачтың һәләтен күреп, һүрәт һәм сәнғәт уҡытыусыһына дәрестәр алырға йөрөргә рөхсәт итә. Һүрәт төшөрөү буйынса тәүге дәрестәрҙе Михайға рәссам Элек Самоши биргән. Шулай итеп, Михай сәнғәттә үҙенең тәүге аҙымдарын яһай башлай.
Шунан Михай Будапештҡа киткән һәм билдәле рәссам Антал Лигети ярҙамы менән сит илдә уҡыу өсөн стипендия алыуға ирешә . 1865 йылда ул Венаға китә , бер йылға яҡын Веналағы һынлы сәнғәт академияһында Карл Ралдә уҡый. Шунан тағы берәр йыл Мюнхендә һәм Дюссельдорфта уҡый. Был осорҙа ул Парижда була, бында ул француз сәнғәтенең иң күренекле өлгөләре менән таныша. Йәш рәссам үҙенә псевдоним итеп тыуған ҡалаһының (Мункач) атамаһын ала.
1869 йылда Мункачи «Үлемгә хөкүм ителгәндең камераһында» картинаһын яҙа, ул Париж салонында (күргәҙмәлә) 1870 йылда күрһәтелә, картина авторға алтын миҙал һәм киң билдәлелек килтерә. Оҙаҡламай Мункачи Парижға күсенә һәм оҙаҡ ваҡыт ошо ҡалала эшләй.
Михай Мункачи ижадының башында рус күсмә рәссамдарына (передвижник) яҡын була. Париждағы Салон күргәҙәмһендә булған рус рәссамдары һәм тәнҡитселәре уның эштәренә юғары баһа бирә: Владимир Стасов уны " Еропаның иң ҡәтғи һәм тыйып торғоһоҙ реалистарының береһе ", тип атай. Илья Репин венгр рәссамының эштәре художество яғынан юғары кимәлдә яҙылғанын билдәләй. Мункачиҙыңң һуңғы эштәрен Илья Репин менән Константин Коровиндың Париж осоро эштәренә оҡшаш тип табалар[1].
Мункачи — Иисус Христос тураһындағы трилогия авторы . Был трилогияны яҙыр алдынан рәссам ниндәй ҙур әҙерлек алып барғанын йәмәғәтселек уның ҡатыны Цецилияға яҙған хаттары донъя күргәс кенә белә. Мункачи Библияны башынан аҙағынаса бер нисә тапҡыр яңынан уҡып сыға, француз философы һәм яҙыусыһы, дин тарихы белгесе Эрнест Рена́ндың «Иисустың тормошо» әҫәрен яҡшылап өйрәнә.
Иерусалим преторияһындағы (Иудеялағы Рим наместнигының ваҡытлыса резиденцияһы) күренеште мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ итеп күрһәтер өсөн, рәссам бик күп кейем тарихы буйынса альбомдар һәм Библияла яҙылған сюжеттар буйынса картиналарҙы ентекләп ҡарап сыға.
Мункачи Парижда эмиграция өсөн документтар көткән йәһүдтәрҙе үҙ оҫтаханаһына һүрәткә, фотоға төшөрөргә тип саҡыра. Был фотоһүрәттәрҙе һуңыраҡ ул картиналарын яҙғанда ҡуллана.
Барлығы Мункачи « Христос Пилат алдында» (1881) картинаһы өсөн 35 эскиз яҙа. Был трилогиянан икенсе картина— «Голгофа» (1884) , өсөнсөһө — «Ecce Homo» (1896). Тәүгеһен Америка эшҡыуары Джон Уонамейкер һатып ала, уның өйөндә янғын сығып, был картина саҡ юҡҡа сыҡмай. Тәүге ике картинаны йәмәғәтселек хуплап ҡаршы ала, гәзиттәрҙә рәссамды маҡтап бихисап мәҡәлә донъя күрә. Ләкин йылдар үтеү менән тарихи ысынбарлыҡты күрһәткән картиналар сәнғәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырмай башлай. Уонамейкер ҙа өсөнсө картинаны алырға ашыҡмай. "Ecce Homo"ны инглиз- венгр консорциумы һатып ала, ә һуңыраҡ ул бай венгр завод эйәһе һәм сәнғәт әҫәрҙәрен йыйыусы Фридьеш Дериға һатыла[2].
1919 йылда Дери үҙенең бай коллекцияһын (тарихи документтар, картиналар, боронғо аҡсалар, китаптар) Венгрия дәүләтенә бүләк итә. 1928 йылда Дебреценда был байлыҡты һаҡлау өсөн айырым бина төҙөлә. Музей Фридьеш Дери исемен йөрөтә.
1890-сы йылдарҙа рәссамдың таҙалығы ныҡ ҡаҡшай — уның аҡылынан яҙа һәм сифилис менән сирләй. Мункачи 1900 йылдың 1 майында Эндених психиатрия дауаханаһында (Боннға яҡын) вафат була.
Рәссам Мункачиҙың эштәренән ҙур коллекция хәҙер Будапешттағы Венгрия милли галереяһында һаҡлана .
2015 йылда Мәскәүҙә А. С. Пушкин исемендәге Рус һынлы сәнғәт музейында М.Мункачиҙың Венгрия милли галереяһында һәм Имре Пакхтың шәхси коллекцияһында һаҡланған картиналар күргәҙмәһе үтте[3].
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- «Гроза в степи», 1867;
- «Камера смертника», 1869;
- «Щипательницы корпии», 1871;
- «Ночные бродяги», 1873;
- «Ласло Паал», около 1876—77;
- «Мильтон, диктующий дочерям поэму „Потерянный рай“», 1878, библиотека Леннокс, Нью-Йорк;
- «Умирающий Моцарт», 1886, частное собрание, Детройт;
- «Христос перед Пилатом», 1881;
- «Кровавый ритуал», между 1882 и 1887 гг.[4]
- «Голгофа», 1884;
- «Забастовка», 1895;
- «Се человек», 1896
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ www.arts-museum.ru/events/archive/2015/munkacsy/index.php
- ↑ maxpark.com/community/6782/content/3751422
- ↑ https://tvkultura.ru/article/show/article_id/131023 2017 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Иудеи, мусульмане, христиане - Михай Мункачи, "Кровавый ритуал", между 1882 и 1887 годами
Библиография
үҙгәртергә- Алёшина Л. С., Михай Мункачи, М., 1960;
- Végvári L., Munkácsy Mihály élete és müvei, Budapest, 1958.
- Munkácsy a nagyvilágban / Munkácsy in the World. Exhibition Catalogue. Ed. by Gosztonyi, Ferenc. Hungarian National Gallery — Szemimpex Kiadó, Budapest 2005
Һылтауҙар
үҙгәртергә- Мункачи, Михаэль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- История искусства зарубежных стран. Венгерское искусство XIX века. Искусство Венгрии(недоступная ссылка)
- Искусство Венгрии