Михайлов Борис Петрович
Михайлов Борис Петрович (6 октябрь 1944 йыл, Мәскәү) — совет хоккейсыһы, совет һәм Рәсәй тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Полковник.
Михайлов Борис Петрович | |
рус. Борис Петрович Михайлов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 6 октябрь 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | хоккейсы, тренер |
Командалағы уйын позицияһы | ситке һөжүмсе[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Спорт командаһы ағзаһы | ЦСКА һәм Кристалл[d] |
Масса | 77 килограмм |
Спорт төрө | Шайбалы хоккей[1] |
Ударная рука | левый[d] |
Ҡатнашыусы | Ҡышҡы Олимпия уйындары 1976[d], Зимние Олимпийские игры 1980[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1972[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 178 сантиметр |
Михайлов Борис Петрович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Петрович Михайлов 1944 йылдың 6 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.
Һарытауҙың «Кристалл» (1962—1965), «Локомотив» (Мәскәү) (1965—1967) һәм ЦСКА хоккей командалары (1967—1980) уйынсыһы.
Оҙаҡ ваҡыт СССР йыйылма командаһы капитаны була.
Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң тренер булып эшләй.
1981—1984, 1992—1997, 2002—2005 йылдарҙа һәм 2006 йылдың март — ноябрендә[3] — СКА (хоккей клубы)-ның баш тренеры (Ленинград/Санкт-Петербург), (1994 йылғы МХЛ чемпионатының өсөнсө призёры); 1998—2001 йылдарҙа — ЦСКА-ның баш тренеры.
2007 йылдың ноябренән 2009 йылға тиклем Новокузнецкиҙың«Металлург» хоккей блубының баш тренер булып эшләй[4].
Уның етәкселегендә (1992—1995, 2001—2002 йылдар) Рәсәй йыйылма командаһы 1993 йылда үҙ тарихында тәү тапҡыр донъя чемпионатында алтын миҙал яулай, ә 2002 йылда планетаның вице-чемпионы була. 2005 һәм 2006 йылғы донъя чемпионатында, 2006 йылғы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһының тренерҙар штабы ағзаһы була.
Борис Михайлов 1996 йылда Донъя Кубогында Рәсәй йыйылма командаһы менән етәкселек итә[5]. Ул үҙе был вазифаны биләргә теләмәй, әммә уны Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Валентин Сыч күндерә[6].
1997 йылда Игорь Тузик менән берлектә Финляндияла донъя чемпионатында Игорь Дмитриевтың тренерҙар штабында эшләй. Әммә ысынында иһә, Дмитриев ҡаты ауырығанға күрә, нәҡ Михайлов йыйылма команданың баш тренеры була[7].
1979 йылда Мәскәү дәүләт физик культура академияһын тамамлай. Отставкалағы полковник.
Өйләнгән, 2 улы (Андрей һәм Егор) бар, улар ҙа үҙҙәрен хоккейға арнаған.
2000 йылда ИИХФ дан залына индерелә.
Ул 2022 йылда Торонтолағы Хоккей даны залына инеүгә дәғүәселәр иҫәбенә инә[8]. Михайлов был титулға 2019 йылда дәғүә итә.
Дәүләт наградалары
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы
- IV дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены (23.09.2004)
- Почет ордены (20.12.1996)
- Дуҫлыҡ ордены (21.01.2015)
- СССР
- Ленин ордены (07.07.1978)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.05.1975)
- «Почёт Билдәһе» ордены (03.03.1972)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (30.05.1969)
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергәКомандала
үҙгәртергәКлубта
үҙгәртергә- Европа кубогын яулаусы (10): 1969—1974, 1976, 1978—1980
- СССР чемпион (10): 1968, 1970—1973, 1975, 1977—1980.
- СССР чемпионаттарының көмөш призёры (3): 1969, 1974, 1976.
- СССР Кубогын яулаусы (4: 1968, 1969, 1973, 1977)
- СССР Кубогы финалисы: 1976.
- СССР чемпионаттарында 572 уйын үткәрә (428 шайба).
Йыйылма командала
үҙгәртергә- Олимпия чемпионы (2): 1972, 1976.
- Олимпия уйындарының көмөш призеры: 1950.
- Донъя чемпионы (8): 1969, 1970, 1971, 1973, 1974, 1975, 1978, 1979.
- Донъя чемпионатының көмөш призеры: 1972, 1976.
- Донъя чемпионатының бронза призеры: 1977.
- Европа чемпионы (7): 1969, 1970, 1973, 1974, 1975, 1978, 1979
- Европа чемпионатының көмөш призеры: 1971, 1972.
- Европа чемпионатының бронза призеры: 1976, 1977.
- Донъя чемпионатында һәм Олимпия уҡындарында йыйылма команда өсөн 120 уйын (109 шайба) үткәрә.
- 1979 йылғы Саҡырыу Кубогы (Кубок Вызова 1979) эйәһе
- Дуҫлыҡ армиялары спартакиадаһы еңеүсеһе (Ленинград, СССР) СССР (Ҡораллы көстәре йыйылма командаһы): 1975[9]
Шәхси
үҙгәртергә- 1973, 1979 йылғы донъя чемпионаттарының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе
- 1977, 1978 йылдарҙағы донъя чемпионаттарының иң яҡшы снайперы.
- 1974 йылғы донъя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры.
- СССР чемпионаттарының иң яҡшы снайперы (1975, 1976, 1978 йылдар).
- ИИХФ-тың "Алтын сәкән"е эйәһе 1979 йыл.
Тренер булараҡ
үҙгәртергә- 1993 йылда донъя чемпионы.
- 2002 йылғы донъя чемпионатының көмөш призеры.
- 1994 йылда МХЛ-дың (СКА) өсөнсө призёры.
Кинола
үҙгәртергә«Валерий Харламов. Өҫтәмә ваҡыт» (Валерий Харламов. Дополнительное время) Рәсәй фильмында Б. Михайлов ролен Кирилл Кяро башҡара. Рәсәйҙең «17-се номерлы легенда» (Легенда номер 17) фильмында Б. Михайлов ролен Тимур Ефременков башҡара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.eurohockey.com/player/27166-.html (ингл.)
- ↑ Офицерская форма меня не тяготила! 2013 йыл 23 июнь архивланған. Интервью с Борисом Михайловым в газете «Советский спорт» от 6 октября 2009 года
- ↑ Ъ — Спорт // Борис Михайлов ушел со счетом 1:0 / В СКА назначили нового главного тренера
- ↑ Ъ-Новосибирск — Бориса Михайлова вызвали спасать «сталеваров»
- ↑ Сергей Струнин. Борис Михайлов: «Не хочу вспоминать прежние ошибки» . Санкт-Петербург: Спорт-Экспресс. Дата обращения: 28 март 2023.
- ↑ Владислав Домрачев. Борис Михайлов: Два раза хотел улететь домой с Кубка мира... 2016-10-24 . Советский спорт. Дата обращения: 21 март 2023.
- ↑ Александр Кружков, Юрий Голышак. Игорь Тузик: «„Что это за чучело?!“ — сказал Дацюку полковник» . Спорт-Экспресс (24 ғинуар 2014). Дата обращения: 21 март 2023.
- ↑ Гончар, Михайлов и Могильный могут быть введены в Зал хоккейной славы в 2022 году . ТАСС. Дата обращения: 28 ноябрь 2021. Архивировано 28 ноябрь 2021 года.
- ↑ Легенда № 19. Как Валерий Харламов играл за ленинградский СКА. Газета «Санкт-Петербургские ведомости» № 5(7334) от 13.01.2023г.