СКА (хоккей клубы)
СКА — Санкт-Петербургтан 1946 йылда ойошторолған Рәсәй шайбалы хоккей клубы. 2008 йылдан Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, Гагарин кубогын яулаусы. Европалағы иң көслө хоккей командаларының береһе.
СКА | ||
Ил: | Рәсәй | |
---|---|---|
Ҡала: | Санкт-Петербург | |
Нигеҙләнгән: | 1946 | |
Элекке исемдәре: | 1947 йылға тиклем — ДО Кирова 1953 йылға тиклем — ЛДО 1957 йылға тиклем — ОДО 1959 йылға тиклем — СКВО | |
Өй аренаһы: | Боҙ һарайы (Санкт-Петербург) (12 300) | |
Төҫтәр: | ||
Хоккей лигаһы: | КХЛ | |
Дивизионы: | Бобров | |
Конференцияһы: | Көнбайыш | |
Баш тренеры: | Алексей Кудашов | |
Эйә: | Газпром экспорт | |
Президент: | Геннадий Тимченко | |
Генераль менеджер: | Андрей Точицкий | |
Капитан: | Сергей Плотников | |
Аффилир-клубы: | СКА-Нева (ЮХЛ) | |
Трофейҙар: | Рәсәй чемпионаты 2015, 2017 Гагарин кубогы Континент кубогы 2013, 2018 | |
Конференцияла еңеүҙәр: | 4 (2009/10, 2011/12, 2012/13, 2017/18) | |
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: | 2 (2012/13, 2013/18) | |
Дивизионда еңеүҙәр: | 5 (2009/10, 2011/12, 2012/13, 2014/15, 2017/18) | |
Рәсми сайт: | http://ska.ru | |
Аффилир КМС: | 78 | |
|
Клуб тарихы
үҙгәртергә1946 йылдың декабрендә «Дом Офицеров им. С. М. Кирова» исеме аҫтында Ленинград ҡалаһынан команда Советтар Союзының шайбалы хоккей буйынса тәүге чемпионатында ҡатнаша башлай, ә команданың тәүге тренеры Александр Семёнов була. Клуб тарихында тәүге уйында ВВС МВО хоккей клубына 3:7 иҫәбе менән отола. 1947/48 миҙгелендә команда уйнамай, ә киләһе миҙгелдә «Б» класында сығыш яһай башлай. 1950 йылда исемен «Ленинградский Дом Офицеров» (ЛДО) тип үҙгәрткән команда элитаға ҡайта һәм шунда 1991 йылға тиклем була. 1955 йылда команда «Окружной Дом Офицеров» (ОДО) тип атала башлай, 1957 йылда Ленинград командаһы яңы исем ала — «Спортивный клуб военного округа» (СКВО). Ә ике миҙгелдән һуң әлеге бөтәһенә лә билдәле исем аҫтында чемпионаттарҙа ҡатнаша. 1970, 1971 һәм 1977 йылдарҙа СКА Швейцарияла Шпенглер кубогын яулай. 1970/71 йылдар миҙгелендә Николай Пучков етәкселегендә команда Советтар Союзы чемпионатының бронза миҙалдарын яулай. 1986/87 миҙгелендә Ленинград командаһы икенсе тапҡыр ил чемпионатында өсөнсө урынды яулай.
1994 йылда, Советтар Союзы тарҡалғас, ил чемпионы Милләт-ара хоккей лигаһында билдәләнә башлай. 2007 йылда команданы тәүге тапҡыр сит ил белгесе етәкләй — Барри Смит Санкт-Петербургта бер миҙгел генә эшләй. СКА 2008 йылдан алып Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһай башлай. 2010 йылдың декабренда финалда Канада йыйылма командаһын отоп дүртенсегә Шпенглер кубогын яулай. 2012/2013 йылдар миҙгелендә СКА тәүге тапҡыр даими чемпионатта беренсе урын өсөн Континент кубогын яулай. 2014/2015 йылдар миҙгелендә Вячеслав Быков етәкселегендә Санкт-Петербург хоккейсылары финалда «Аҡ Барс» хоккей клубын серияла 4-1 иҫәбе менән ота һәм тәүге тапҡыр Гагарин кубогын яулай. 2017 йылда Олег Знарок СКА хоккей клубын икенсе тапҡыр КХЛ чемпионы исеменә килтерә.
СКА — Рәсәй йыйылма командаһының база клубы, әммә был рәсми теркәлмәгән.
КХЛ-да сығыш яһауҙар һөҙөмтәләре
үҙгәртергәУ — уҙғарған уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ЕО — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, ЕБ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ОО — овертаймда отолоуҙар, ОБ — булиттар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, М — йыйған мәрәйҙәр һаны, Ш — кереткән-үткәргән шайбалар, РС — даими миҙгелдә юбилей. 2018/19 йылдар миҙгеленән алып төп ваҡытта еңеү өсөн өс түгел, ә ике мәрәй бирелә башлай.
Миҙгел | У | Е | ЕО | ЕБ | ОБ | ОО | О | М | Ш | РС | Плей-оффта сериялар иҫәбе | Плей-оффта һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2008/09 | 56 | 26 | 2 | 7 | 4 | 0 | 17 | 100 | 143-105 | 8 | 0-3 Спартак | 1/8 финалында отолоу |
2009/10 | 56 | 36 | 1 | 3 | 3 | 3 | 10 | 122 | 192-118 | 2 | 1-3 Динамо Р | Конференция сирекфиналында отолоу |
2010/11 | 54 | 23 | 3 | 6 | 5 | 4 | 13 | 96 | 171-144 | 7 | 4-0 Спартак, 3-4 Атлант | Конференция ярымфиналына сығыу |
2011/12 | 54 | 32 | 1 | 5 | 3 | 2 | 11 | 113 | 205-130 | 2 | 4-1 ЦСКА, 4-2 Атлант, 0-4 Динамо М | Конференция финалына сығыу |
2012/13 | 52 | 36 | 1 | 1 | 2 | 1 | 11 | 115 | 182-116 | 1 | 4-1 Атлант, 4-0 Северсталь, 2-4 Динамо М | Конференция финалына сығыу |
2013/14 | 54 | 30 | 1 | 4 | 4 | 1 | 14 | 105 | 175-115 | 3 | 4-0 ЦСКА, 2-4 Локомотив | Конференция ярымфиналына сығыу |
2014/15 | 60 | 36 | 2 | 3 | 3 | 2 | 14 | 123 | 210-136 | 2 | 4-1 Торпедо, 4-1 Динамо М, 4-3 ЦСКА, 4-1 Ак Барс | Гагарин кубогы |
2015/16 | 60 | 27 | 5 | 1 | 2 | 5 | 20 | 100 | 176-149 | 10 | 4-1 Локомотив, 4-2 Динамо М, 0-4 ЦСКА | Конференция финалына сығыу |
2016/17 | 60 | 39 | 2 | 5 | 4 | 2 | 8 | 137 | 249-114 | 2 | 4-0 Витязь, 4-1 Динамо М, 4-0 Локомотив, 4-1 Металлург Мг | Гагарин кубогы |
2017/18 | 56 | 40 | 3 | 4 | 1 | 3 | 5 | 138 | 227-97 | 1 | 4-0 Северсталь, 4-1 Локомотив, 2-4 ЦСКА | Конференция финалына сығыу |
2018/19 | 62 | 45 | 3 | 1 | 2 | 3 | 8 | 103 | 209-80 | 2 | 4-2 Спартак, 4-1 Локомотив, 3-4 ЦСКА | Конференция финалына сығыу |
2019/20 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
Бөтәһе | 624 | 370 | 24 | 40 | 33 | 26 | 131 | 1252 | - | - | Гагарин кубогы плей-оффында 11 тапҡыр ҡатнаштылар. Иҫәп (еңеүҙәр/отолоуҙар): 93-53 |
Клуб ҡаҙаныштары
үҙгәртергәСССР/Рәсәй чемпионаттары
- Чемпион (1): 2016/17
- Көмөш миҙалсы (1): 2014/15 (миҙалдар даими миҙгел һөҙөмтәһе буйынса бирелә)
- Бронза миҙалсы (5): 1970/71, 1986/87, 2012/13, 2017/18, 2018/19
Халыҡ-ара
Миҙгел алдынан
- Н. Г. Пучков ис. турнир еңеүсеһе: 2015, 2017, 2018
- 5 тапҡыр Ҡораллы көстәр чемпионы һәм 4 тапҡыр кубок эйәһе
- Basel Summer Ice Hockey еңеүсеһе: 2009
- Ҡаҙағстан Президенты кубогы еңеүсеһе: 2012
- Латвия тимер юлдары кубогы еңеүсеһе: 2013
- Tournament Hameenlinna еңеүсеһе: 2013
- Башҡортостан республикаһы кубогы еңеүсеһе: 2014
- Sochi Hockey Open еңеүсеһе: 2018
- Sochi Hockey Open финалсыһы: 2017
Состав
үҙгәртергәСКА Санкт-Петербург хоккей клубының тулы һәм ғәмәлдәге составы рәсми сайтта күрһәтелгән.
Бөтә баш тренерҙар исемлеге
үҙгәртергә
|
|