Михайлов Александр Яковлевич

Советтар Союзы Геройы

Михайлов Александр Яковлевич (28 декабрь 1921 йыл10 ғинуар 1984 йыл), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник (1965), хужалыҡ эшмәкәре. 1970 йылдан Өфө резина-техник изделиелар заводының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943).

Михайлов Александр Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Валдай өйәҙе[d], Новгород губернаһы[d], РСФСР
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание полковник[d] һәм өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d] һәм артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы Александр Невский ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Михайлов Александр Яковлевич 1921 йылдың 28 декабрендә хәҙерге Новгород өлкәһе Валдай районы Рудово ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Урта мәктәпте тамамлай. 1940 йылдан Совет Армияһында. 1941 йылда Баҡы зенит артиллерияһы училищеһын тамамлай. 1941 йылдың декабренән башлап Ҡырым, Көньяҡ, Воронеж, Ялан һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә.

Өлкән лейтенант А. Я. Михайлов 1943 йылдың 25 сентябрендә Днепр йылғаһы аша кисеүҙәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә. 1957 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курсын тамамлай. 244-се гвардия Ҡыҙыл Байраҡ зенит ракета полкы (Өфө) командующийы булып хеҙмәт итә. 1970 йылдан полковник Михайлов хаҡлы ялда.

Нуриман сәнәғәт районының 91-се Иглин һайлау округынан Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Өфөлә йәшәй. М. В. Фрунзе исемендәге резина техник изделиелар заводы директоры урынбаҫары булып эшләй.

1984 йылдың 10 ғинуарында вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән[1].

Батырлығы

үҙгәртергә

"1181-се зенит артиллерия полкы батареяһы командиры (5-се зенит артиллерия дивизияһы, 7-се гвардия армияһы, Дала фронты), өлкән лейтенант Михайлов, 1943 йылдың 2 октябрендә Днепр аша сығып, фашист самолёттарының һөжүмен паромдан зенит батареяһы уты менән кире ҡаға, башҡа подразделениеларға йылғаны аша сығыуҙы тәьмин итә. Бородаевка ауылы ситендәге плацдармда (Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровск районы) 4 көн дауамында совет ғәскәрҙәрҙең кисеүен ҡаплап торған дошман бомбардировщиктары төркөмдәренең һөжүмдәрен кире ҡағыуға булышлыҡ итә. Михайлов Александр Яковлевич батареяһы дошмандың 9 самолетын бәреп төшөрә[1].

1943 йылдың 26 октябрендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә