Гиппократ — (грекса Ἱπποκράτης, Hippokrates) боронғо грек табибы, фәлсәфәнән айырылып сыҡҡан медицинаға нигеҙ һалыусы.

Гиппократ
грек. Ἱπποκράτης
Тыуған көнө

- 460

Тыуған урыны

Кос утрауы

Вафат булған көнө

Б.Э. т 377 — Б.Э. 84-104 йылдары тирәһе

Вафат булған урыны

Ларисса Фессалия

Атаһы

Гераклид — врач-асклепиад

Әсәһе

Фенарета

Балалары

2 ул (Фесалл һәм Драконт), 1 ҡыҙ

 Гиппократ Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Гиппократ беҙҙең эраға тиклем 460—370 йылдарҙа Кос утрауында тыуған. Уны медицинаға нигеҙ һалыусы тип йөрөтәләр. Гиппократтың 18 быуын нәҫеле ауырыуҙы дауалаусы булған.

Медициналағы өлөшө үҙгәртергә

Гиппократ ғүмер буйы сәйәхәт итә. Меңләгән хеҙмәт яҙа, меңләгән кешене терелтә, шул ваҡыттарҙа уҡ ғәйәт ҡатмарлы операциялар эшләй. Ул ауырыуҙы түгел, кешене дауаларға кәрәклегенә баҫым яһай, кеше рухының иң хәл иткес көс икәнлеген аңлата, кешеләрҙе холоҡ-фиғелдәре буйынса дүрт төргә бүлеп, һәр бер төргә билдәләмә бирә (холерик, флегматик, сангвиник, меланхолик темпераментындағы кешеләр). Уның был билдәләмәһе хәҙер ҙә үҙ көсөндә.

 
Византия ҡулъяҙмаһында тәре формаһында яҙылған Гиппократ анты. XII быуат.
 

Гиппократ ауырыуҙарҙы дауалауҙың дүрт нигеҙен билдәләй: беренсеһе — зыян килтермәҫкә, икенсеһе — ҡапма-ҡаршылыҡ ысулы менән дауаларға, өсөнсөһө — кешегә ауырыу менән көрәшергә ярҙам итергә, дүртенсеһе — ауырыу кешенең хәленә керергә, ҡыҙғанырға.

 
Гиппократ түшәге. Умыртҡа һөйәген һуҙыу өсөн ҡоролма. Клавдий Галендың Византия баҫмаһы өсөн һүрәте.

Табиптың хеҙмәттәренең иң мөһиме — «Гиппократ анты»лыр, моғайын. Унда табиптарҙың ауырыуҙарға тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙам итергә, сер һаҡларға, белемен һәм тәжрибәләрен башҡаларға ла өйрәтергә тейешлеге әйтелә. Хәҙер әлеге антты табиптарҙың һәр ҡайһыһы бирә. Улар биргән анттарына ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалырға тейеш.