Роберт Кох
Ге́нрих Ге́рман Ро́берт Кох (нем. Heinrich Hermann Robert Koch; 11 декабрь 1843 йыл — 27 май 1910 йыл) — Германия микробиологы. Түләмә (сибирская язва) бациллаһын, холера вибрионын, туберкулёз таяҡсыһын асыусы. 1905 йылда туберкулёз таяҡсаһын тикшереп-өйрәнгән өсөн Нобель премияһы менән бүләкләнә.
Генрих Герман Роберт Кох | |
Heinrich Hermann Robert Koch | |
![]() | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Клаусталь-Целлерфельд, Пруссия |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: |
Германия союзы, Германия империяһы |
Ғилми өлкәһе: | |
Эшләгән урыны: |
Берлин университеты, Гигиена институты |
Ғилми дәрәжәһе: | |
Уҡыу йорто: | |
Ғилми етәксеһе: |
Рудольф Вирхов |
Билдәле уҡыусылары: | |
Билдәләлек алған: |
туберкулёзды өйрәнеүсе |
Награда һәм премиялары | |
Ҡултамғаһы: |
БиографияһыҮҙгәртергә
Роберт Кох 1843 йылдың 11 декабрендә Клаусталь -Целлерфельде ҡалаһында Герман һәм Матильды Генриеттызз Кох ғаиләһендә тыуа. Ун өс балалы ғаиләлә өсөнсө бала була. 1848 йылда башланғыс мәктәпкә бара. Башланғыс меҡтәпте тамамлағас, Клаусталя гимназияһында уҡыуын дауам итә. Бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһыныуы уны Геттинген университетына алып килә. Врач дипломын алып дауалау эше менән шөгөлләнә, һуңынан санитария врачы булып китә.
28 йәшенә ҡатына микроскоп бүләк итә. Ошо мәлдән һуң Кох дауалак эшен ташлап, көндәр буйы микроскопҡа ҡарап тикререүҙәр үткәрә. Бының өсөн сысҡандар үрсетә. Иң тәүҙә түләмә (сибирская язва) менән сирләтеүсе бациланыҡ тереклек итеү һәм йоғоу юлдарын өйрәнә. Күп тә үтмәй туберкулёз бицилаһын таба.
Микробтарҙы өйрәнеүгә талантлы ғалим баһалып бөткөһөҙ өлөш индерә. Ул микробиологияға нигеҙ һалыусы булап иҫәпләнә.
Роберт Кохтың фәнни эҙләнеүҙәре Берлин университетында һәм үҙе ойошторған Гигиена университетында алып барыла.
Миллионлаған кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалған хеҙмәте —туберкулёз таяҡсаһын асҡан өсөн1905 йылда Нобель премияһы бирелә.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118564064 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |