Болоттар, губкалар (рус. Губки, лат. Porifera) — диңгеҙ төптәрендә йәшәүсе күп күҙәнәкле умыртҡаһыҙ иң түбән хайуандар. Йыш ҡына колонияларҙа тереклек итәләр. Хәҙерге ваҡытта 8000-гә яҡын төрө билдәле. Болоттар кембрий осорона тиклем барлыҡҡа килгән. Мускул һәм нерв системаһы бөтөнләй юҡ. Болоттарҙа һыу үткәреү системаһы үҫешкән, уның ярҙамында болоттар һулыш ала, бүлеп сығара һәм үрсей. Үрсеү системаһы енесле һәм енесһеҙ.

Болоттар

Spugna marina
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Porifera Grant in Todd, 1836

Синонимдар
  • Spongia
Класс

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  46861
NCBI  6040
EOL  3142