Мүҡәрәбүн (ғәр. الْمُقَرَّبُونَ‎ — яҡынайтылғандар‎) йәки мәҡрибүн — ислам динендә юғары дәрәжәләге дүрт фәрештә: Ябраил (Гавриил), Микаил, Ғазраил һәм Исрафил. Улар башҡалар менән сағыштырғанда Аллаһҡа иң яҡын фәрештәләр булып тора.

Мөхәммәт һәм мүҡәрәбүн фәрештәләр. (Жизнеописание Пророка, 1595 г.)

Мүҡәрәбүн Ҡөрьәндең Ән-Ниса сүрәһендәге 172-се аятта телгә алына:

« Әл-Мәсих тә, Аллаға яҡынлаштырылған фәрештәләр ҙә Аллаға ҡол булыуҙан хурланмай! Әгәр берәү Уға ҡоллоҡ ҡылыуҙан хурланһа һәм тәкәбберләнһә, Ул уларҙы, ҡубарып, барыһын да Үҙ янына йыйыр.
»

Ҡөрьән Ғайса пәйғәмбәрҙе лә «мүҡәрәбүн» (яҡынайтылғандар) иҫәбенә индерә. Был ҡайһы бер мосолман дин белгестәренә Ғайсаның тәбиғәте яртылаш фәрештә тип һөйләргә сәбәп була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә