Меһмет Ниязи
Меһмет Ниязи (ҡырымтат. Memet Niyaziy, Mehmet Niyazi; 1878 йылдың ғинуары йә феврале — 1931 йылдың 20 ноябре) — Ғосман империяһында тыуған румын һәм ҡырым татар шағиры, журналисы, мәктәп уҡытыусыһы, ғалим һәм румын-татар сығышлы активист. Ул ҡырым татар диаспораһы һәм уларҙың тыуған ере менән бәйләнеште һаҡлауҙа мөһим роль уйнаған тип һанала. Ҡырымды (Йәшел утрау һәм Йәшел Тыуған ил)[1] һүрәтләгән лирик әҫәрҙәре аша киң билдәлелек алған.
Меһмет Ниязи | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Ғосман империяһы Румыния короллеге |
Тыуған көнө | 1878 |
Тыуған урыны | Vânători[d], Pecineaga[d], Констанца[d], Румыния |
Вафат булған көнө | 20 ноябрь 1931 |
Вафат булған урыны | Меджидия[d], Констанца[d], Румыния |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | туберкулёз |
Һөнәр төрө | гәзит мөхәррире, шағир, журналист, мәктәп уҡытыусыһы |
Сәләмәтлек торошо | туберкулёз |
Биографияһы
үҙгәртергәТөньяҡ Добруджалағы Ашчылар ауылында ҡырым ҡасаҡтарының мосолман ғаиләһендә тыуған. Ул ике уҡымышлы крәҫтиән һәм Ғосман империяһы[2]ватандашлығындағы Исмаил һәм Азизенең ғаиләһендә икенсе ул булып тыуа. Ниязиҙың тыуыу ваҡыты төбәктең Румыния короллегенә ҡушылыуына килтергән 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы менән тап килгән[2]. Бала сағында ул татар әҙәбиәте һәм ауыҙ-тел ижады менән таныша, атаһы уны ғосман теленә өйрәткән. Тыуған ауылында ул башланғыс мәктәпте тамамлаған[2]. Күрәһең, үҫмер сағында ул үҙенең әҙәби әҫәрҙәр серияһын башлағандыр, билдәләнеүенсә, улар ғосман лексикаһы элементтарына таянған була[2].
1889 йылда ғаилә Румыниянан ғосман дәүләтенең баш ҡалаһы Истанбулға күсеп килгән, һәм Меһмет унда ябай мәктәптә уҡыған. Артабанғы йылдарҙа уға Намыҡ Кемал һәм Абдулла Хәмит әҫәрҙәре йоғонто яһай. Ул француз, ғәрәп һәм фарсы телдәрен бөтә камиллығында үҙләштергән[2]. 1898 һәм 1899 йылдарҙа ул рәсәй Ҡырымында төпләнергә һәм карьераһын мәктәп уҡытыусыһы сифатында башларға тырышҡан, ләкин ике осраҡта ла хөкүмәт тарафынан сығарып ебәрелгән[2].
1904 йылда атаһы вафат булғандан һуң, Ниязи Румынияға ҡайта һәм Констанцаның татар общинаһына ҡушыла[2]. Ул Сефика Абдулакимға (Сапие булараҡ та билдәле) өйләнә; ул Казим Абдулакимдың (Румын армия офицеры һәм беренсе донъя һуғышы геройы) һәм сәйәсмән Сәлим Абдулакимдың һеңлеһе була[2]. Был парҙың дүрт ҡыҙы һәм ике улы (уларҙың ике балаһы үҫмер йәшендә вафат булған) була[2].
1906 йылда Ниязи урындағы татар мәктәбе уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә, ғосман тарихын, ғосман телен, проза һәм шиғриәт, фарсы әҙәбиәте һәм ҡалам дәрестәрен уҡытҡан[2]. 1910 һәм 1914 йылдар араһында был уҡыу йортоноң директоры булып хеҙмәт итә, ә 1916 йылдан һуң, урындағы ислам семинарияһының директоры итеп тәғәйенләнгәс, Меджидия ҡалаһында йәшәгән[2]. 1909 йылда ул Истанбулда Kader нәшриәт йортонда баҫылған Dobruca журналының мөхәррире булып киткән[2]. Унда ул үҙенең ҡыҫҡа әҫәрҙәрен баҫтыра башлаған[1][2].
1918 йыл башында, Ҡоролтай Ҡырым Халыҡ Республикаһын иғлан иткәндән һуң, Ниязи Симферополгә күсеп килгән, унда ҡырым татар активистарына ҡушылған, Hak Ses гәзит мөхәррирләгән һәм күпмелер ваҡыт Ҡырым мәғариф министрлығында эшләгән[2]. Ҡыҙыл армия Ҡырымға ингәс, ул Румынияға ҡасып киткән[2]. Был мәлдән Меһмет Ниязи әҙәби эшмәкәрлеген үҫтереү өҫтөндә эшләй, уның әҙәби карьераһының иң емешле осоро башлана[2]. Үҙенең әҫәрҙәрен ул ҡырым татар телендә (ғәрәп алфавиты) баҫтырған[2]. Общинаның лидеры булараҡ, Икенсе Польша Республикаһының прометеизм сәйәсәтендә илһам эҙләгән ҡырым ҡасаҡтарының яңы тулҡынына йоғонто яһаған[1].
Ул туберкулёздан вафат булған, уға тиклем ҡатыны Сефика яҡты донъянан киткән[2]. Уны Меджидияла ерләгәндәр, был церемонияла уны хөрмәтләүселәр бик күп булған[2]. Уның күләмле ҡәбер ташында ҡырым тамғаһы[1] һүрәтләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Brian Glyn Williams, The Crimean Tatars, Brill Publishers, Leiden, 2001, p.283-286
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 (рум.) Agi-Amet Gemal, «Mehmet Niyazi», in Dicţionarul personalităţilor turco-tătare 2007 йыл 30 сентябрь архивланған., hosted by Tatar.ro