Мельников Николай Васильевич (ғалим)
Мельников Николай Васильевич (15 (28) февраль 1909, Сарапул, Вятка губернаһы[1] — 7 декабрь 1980 (71 йәш), Мәскәү) — совет инженеры, тау эше өлкәһендә ғалим. СССР Фәндәр академияһы академигы (1962), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979).
Мельников Николай Васильевич (ғалим) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 (28) февраль 1909 |
Тыуған урыны | Сарапул, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 7 декабрь 1980 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим, сәйәсмән, тау инженеры |
Эшмәкәрлек төрө | тау эше[2] һәм горная промышленность[d][2] |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт тау университеты |
Ғилми исеме | академик АН СССР[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | тау эше |
Мельников Николай Васильевич (ғалим) Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1909 йылдың 15 февралендә Сарапул (хәҙерге Удмурт Республикаһы) ҡалаһында тыуған.
1930 йылдан күмер сәнәғәте системаһында эшләй: алмаш шахта инженеры, проект-ғилми-тикшеренеү институтының инженер-проектанты, шахтаның баш инженеры, трестың баш инженеры, «Красная Заря» заводы директоры. 933 йылда Свердлов тау институтын тамамлай.
1946 йылдың ғинуарынан СССР-ҙың көнсығыш райондарының күмер сәнәғәте Халыҡ комиссариаты (министрлыҡ) коллегияһы ағзаһы була.
1949 йылдың ғинуарынан күмер сәнәғәте буйынса хөкүмәт ҡарарҙарының үтәлешен тикшереү буйынса СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Яғыулыҡ һәм транспорт бюроһы ағзаһы була.
Хужалыҡ эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта 1950—1956 йылдарҙа Күмер сәнәғәте академияһы профессоры вазифаһында эшләй.
1951 йылдың февраленән СССР-ҙың ҡағыҙ һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте министрының кадрҙар буйынса урынбаҫары. 1953 йылдың 23 октябрендә СССР Фәндәр академияһының техник фәндәр бүлеге ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1953 йылдың декабренән СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы металлургия, күмер сәнәғәте һәм геология буйынса бюро ағзаһы.
1959 йылдың майынан 1960 йылдың июненә тиклем СССР Дәүләт планлаштырыу комитетының техник-иҡтисади экспертиза советы рәйесе була. 1961 йылдан 1963 йылға тиклем СССР Министрҙар Советының яғыулыҡ сәнәғәте буйынса Дәүләт комитеты рәйесе була. 1963 йылдан СССР Дәүләт план комитеты яғыулыҡ сәнәғәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып тора.
1962 йылдың 29 июнендә СССР Фәндәр академияһының «Тау эше» һөнәре буйынса техник фәндәр бүлегендә мөхбир ағза итеп һайлана.
1966 йылдан СССР Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы. 1967 йылдан СССР Фәндәр академияһы Ер физикаһы институтының физик-техник тау проблемалары секторы мөдире, һуңынан СССР Халыҡ хужалығы академияһы ректоры һәм СССР Фәндәр академияһының ер аҫтын комплекслы үҙләштереү проблемалары институты директоры.
1944 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. СССР Юғары Советының 6-сы саҡырылыш депутаты (1962—1966).
1980 йылдың 7 декабрендә вафат була. 11 декабрҙә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән (участка № 9)[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергәУлдары:
- Мельников Николай Николаевич (тау инженеры) (1938—2018);
- Мельников Андрей Николаевич, тау инженеры (1946).
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәН. В. Мельниковтың төп фәнни ҡаҙаныштары файҙалы ҡаҙылмаларҙы асыҡ ысул менән сығарыу, тау тоҡомдарын шартлатып ваҡлау теорияһын эшләү, тау машиналарын эксплуатациялау параметрҙарын билдәләү ысулдары һәм тау сәнәғәте үҫеше мәсьәләләре менән бәйле[4].
Кривой Рог тимер мәғдәне бассейнының тәрән офоҡтарын эшкәртеү проблемаларын өйрәнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1960);
- III дәрәжә Сталин премияһы (1946) — хеҙмәт етештереүсәнлегенең һиҙелерлек артыуын һәм күмер сығарыуҙы арттырыуҙы тәьмин итеүсе күмер ҡатламын асыҡ эшкәртеүҙе фундаменталь камиллаштырғаны өсөн;
- СССР Дәүләт премияһы (1979) — Норильск тау-металлургия компаниһында төҫлө металдар етештереүҙе ҡырҡа арттырыуҙы тәьмин иткән Талнах-Октябрь полиметаллик ятҡылығын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙләштереү буйынса алдынғы техник алымдар эшләгәне һәм индергәне өсөн.
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (1979)[5]
- өс тапҡыр Ленин ордены (29.06.1966; 17.09.1975; 27.02.1979)[6];
- өс тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.04.1944; 28.02.1959; 07.03.1969);
- «Почёт Билдәһе» ордены (20.10.1943);
- миҙал;
- Сарапулдың Почетлы гражданы (1981 — үлгәнсе).
Хәтер
үҙгәртергәСССР Фәндәр акаднмияһы 1981 йылда Н. В. Mельников исемендәге алтын миҙал булдыра. Ул ер аҫтын комплекслы үҙләштереү проблемалары өлкәһендә күренекле эштәр өсөн тапшырыла[7].
Глыба горной науки. Академик Н. В. Мельников тураһында Фильм. МИКСП (Урта Кама алды тарихы һәм мәҙәниәте музейы) — Сарапул, 2009;
Ғалимға тыуған ҡалаһы Сарапулда Йорт-музейы янында бюст ҡуйылған;
Сарапулда Йорт-музей — Рәсәйҙә берҙән-бер йорт-музейы[8];
Сарапулда урам уның исеме менән аталған.
Библиография
үҙгәртергә- Сидоренко А. В., Мельников Н. В. Богатство для всех // Известия. Московский вечерний вып. 1976. 29 нояб.
- Мельников Н. В. Быстрее развивать добычу угля открытым способом // Правда. 1954, 17 ноября.
- Мельников Н. В. Добыча ископаемых открытым способом / М.; Л.: Углетехиздат, 1948. — 408 с.
- Мельников Н. В. Миллиарды экономии. Что несёт рациональное развитие топливно-энергетической базы // Правда. 1967. 16 января.
- Мельников Н. В. Попутные, но не бросовые. [полезные ископаемые] // Правда. 1971, 24 марта.
- Мельников Н. В. Пути открытой добычи // Экономическая газета. 1966. № 7. — С. 19—20.
- Мельников Н. В. Разведчик родных недр: К 60-летию со дня рождения К. И. Сатпаева // Комсомольская правда. 1959. 10 апреля.
- Мельников Н. В. Развитие горной науки в области открытой разработки месторождений в СССР / М.: Углетехиздат, 1957. — 92 с.; 2-е изд. М.: Госгортехиздат, 1961. — 183 с.
- Мельников Н. В. Речь [на заседании Совета Национальностей Верховного Совета СССР O Государственном плане развития народного хозяйства СССР, о Государственном бюджете СССР на 1965 год и об исполнении Государственного бюджета СССР за 1963 год] // Правда. 1964. 12 декабря.
- Мельников Н. В. Увеличивать добычу, снижать себестоимость угля // Правда. 1964. 30 августа.
- Мельников Н. В., Марченко Л. Н. Энергия взрыва и конструкция заряда / М.: Недра, 1964. — 138 с.
- Мельников Н. В. Топливо и энергетика // Труд. 1966. 6 января.
- Мельников Н. В. На подступах к 2000 году // Неделя. 1967. № 24. — С. 8—9.
- Мельников Н. В. Нам и внукам // Экономическая газета. 1967. № 44. — С. 37.
- Мельников Н. В. Сокровища остаются в земле // Труд. 1967. 12 авг.
- Мельников Н. В. Стальные руки горных мастеров: 10 ответов // Неделя. 1967. № 29. — С. 4—5.
- Мельников Н. В. Выступления участников Годичного общего собрания Академии наук СССР: О Научном совете по выставкам работ АН СССР и АН союзных республик // Вестник АН СССР. 1973. № 5. — С. 34—35.
- Мельников Н. В. Пределы роста или беспредельность развития? // Студ. меридиан. 1974. № 3. — С. 17—19.
- Мельников Н. В. Глубокая разведка // Литературная газета. 1975. 16 июля. — С. 10.
- Мельников Н. В. Недра, открытые вновь //
Знание — сила. 1977. № 7. С. 5—7.Знание — сила. 1976. № 9. — С. 4—6. Беседы о техническом прогрессе Геотехнология.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Мельников Николай Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ В последний путь // Известия. 11 декабря. 1980. № 291 (19661).
- ↑ Сидоренко А. В., Соколов Б. С., Яншин А. Л. и др. Выдающийся деятель горной науки и промышленности академик Н. В. Мельников (1909—1980) // Известия АН СССР. Серия геологическая. 1981. № 8. — С. 143—150.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР о присвоении академику Мельникову Н. В. звания Героя Социалистического Труда: 27 фев. 1979 г. // Известия. 1979. № 51 (19116). 4 марта.
- ↑ Черепанова Н. «Глыба горной науки» // Красное Прикамье. 2009. 28 фев.
- ↑ Премия имени Н. В. Мельникова на сайте РАН.
- ↑ Дом-музей академика Н. В. Мельникова.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник / Сост. В. И. Ивкин. — М., 1999. ISBN 5-8243-0014-3.
- Месяц С. П. Воспоминание о будущем: (К 105-летию со дня рождения академика Н. В. Мельникова) // Горный журнал. 2014. № 1. — С. 88—90.
- Мельников Николай Васильевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Трубецкой К. Н. Посвятивший жизнь горному делу // Наука в России. 2009. № 1.
- Мельников Николай Васильевич / К. Н. Трубецкой // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Мельников Николай Васильевич // Энциклопедия Криворожья. В 2 т. Т. 2. Л—Я : [укр.] / сост. В. Ф. Бухтияров. — Кривой Рог : Явва, 2005. — С. 101.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мельников Николай Васильевич . «Герои страны» сайты.
- Биография и библиография на сайте Архива РАН.
- Профиль Николая Васильевича Мельникова РФА рәсми сайтында