Мейәс (ауыл)
Мейәс (рус. Миасское) — Рәсәй Силәбе өлкәһендәге Ҡыҙыл Армия районының һәм Мейәс ауылы биләмәһенең административ үҙәге. Оло Силәбе агломерацияһының бер өлөшө булып тора. Ауыл Силәбенән көнсығышҡа табан 37 км арыраҡ Мейәс йылғаһы буйында, Силәбе — Ҡурған һәм Силәбе — Шадринск юлдары сатында элекке Мейәс нығытмаһы урынында урынлашҡан.
Мейәс | |
Нигеҙләү датаһы | 1 август 1736 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Миасское сельское поселение[d][2] һәм Красноармейск районы |
Административ-территориаль берәмек | Миасское сельское поселение[d] |
Халыҡ һаны |
3514 кеше (1959)[3], 5038 кеше (1970)[4], 6339 кеше (1979)[5], 9541 кеше (1989)[6], 9593 кеше (2002)[7], 9755 кеше (2010)[8], 11 296 кеше (2021)[9] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 170 метр |
Почта индексы | 456660 |
Рәсми сайт | miasskoe74.ru |
Урындағы телефон коды | 35150 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Ҡыҙыл Армия районының көньяҡ өлөшөндә Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан, исеме лә шунан алынған. Мейәс ауылы нигеҙҙә ҡайын урмандары менән уратып алынған, төньяҡ-көнсығыш ситендә имәнлек урынлашҡан. Ауылдан 1,5 км арыраҡ Эткүл күле ята.
Тарихы
үҙгәртергәМейәс ауылы 1736 йылдың 1 авгусында башҡорт тарханы Таймаҫ Шәһимовҡа императрица Анна Иоанновнаның әмере менән бирелгән ерҙә Мейәс ҡәлғәһе булараҡ ойошторола. Был Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен ҡырғыҙҙар һәм башҡорттар һөжүменән хәүефһеҙлек тәьмин итеү «башҡорттарҙың ғәмәлдәрен яҡшыраҡ күҙәтеп тороу» («лучшее наблюдение за действиями башкир») маҡсаты менән эшләнә[10][11]. Бының өсөн Шаимов ҡылыс бүләк итеп ала, ә башҡорттар йән башынан алынған һалымдан азат ителә. Ҡәлғәгә нигеҙ һалыр урынды Теча Слободаһынан шул уҡ йылдарҙа төҙөлгән Үрге Яйыҡ пристаненә һәм Ырымбур ҡәлғәһенә аҙыҡ-түлек ташыу юлында урынлашҡан Мейәс йылғаһы кисеүе янында һайланған[12].Ҡәлғә төҙөлөшөнә дөйөм идара итеү Урал заводтарының Баш дирекцияһы башлығы Василий Никитич Татищев тарафынан башҡарыла, ә төҙөлөш эштәре Яков Павлуцкий етәкселегендә Себер гарнизоны драгун полкы һәм крәҫтиәндәр көсө менән алып барыла.
Мейәс ҡәлғәһе Силәбе ҡәлғәһенән йылға ағымы буйынса 27 һәм Ҡалмыҡ кисеүенән 33 саҡрымда урынлашҡан булған. 1760-сы йылдарҙа ҡәлғәлә 143 казак һәм сиркәү була. Ҡәлғә ағас бағаналы диуарҙар, кәртәләр, соҡоп яһалған ҡаршылыҡтар, 1 юл буйы манараһы менән нығытылған булған[13].
18 быуат аҙағынан 1841 йылға тиклем ул Ырымбур казак ғәскәренең икенсе станицаһы ролен үтәй, артабан полк округы үҙәге булып китә.
XIX быуат аҙағында Мейәс ҡәлғәһе станица итеп үҙгәртелә[12]. 1782 йылда Силәбе өйәҙе барлыҡҡа килтерелгәс, административ йәһәттән уның составына Мейәс улусы үҙәге булараҡ индерелә.
1924 йылдың 27 февраленән ул Урал өлкәһе Силәбе округы Мейәс районының административ үҙәгенә әүерелә, 1930 йылдан — Урал өлкәһенә (өлкә округтарын юҡҡа сығарыу менән), 1934 йылдан — Силәбе өлкәһенә (барлыҡҡа килгән ваҡытында) ҡарай. 1941 йылдың ғинуарында Мейәс районы Ҡыҙыл Армия районы итеп үҙгәртелә[12].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[14] | 2010[15] |
9593 | ↗9755 |
1739 йылда Мейәс ҡәлғәһендә 64 ғаилә иҫәпләнеп, 1742 йылға 85 — ҡәлғә гарнизоны кешеһе, 280 кеше казаклыҡҡа алынған булып, XIX быуат урталарына 1356 кеше 242 хужалыҡта йәшәгән[10][12]. 1926 йыл мәғлүмәттәре буйынса 2378 кеше 703 йортта йәшәгән.
Транспорт
үҙгәртергәМейәстән Силәбегә автобус йөрөй. Ауыл аша Р-330 автомобиль юлы уҙа, ауылдың көньяҡ ситендә — М51 трассаһы. Иң яҡын тимер юл станцияһы — Чернявская — 12 км көньяҡ-көнсығыштараҡ.
Иҡтисады
үҙгәртергә- Сусҡасылыҡ комплексы
- Аҙыҡ-түлек етештергән ярымфабрикаттар комбинаты.
- Колбаса цехы.
- Икмәк комбинаты.
- «Ҡыҙылармеец» ауыл хужалығы предприятиеһы.
- ДРСУ — автомобиль юлдарын ҡарау һәм ремонтлау, төҙөлөш материалдары етештереү ойошмаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населенных пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ 10,0 10,1 Чебаркульская, Миасская и Челябинская крепости. 275 лет со времени основания. 1736 2018 йыл 19 июнь архивланған. // Статья на официальном сайте Челябинской областной универсальной научной библиотеки. Самигулов Г. Х.
- ↑ Скориков А. И. Основание Челябинска «Силәбе» энциклопедияһында.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 Моисеев А. П., Поздеев В. В. Миасское, село «Силәбе» энциклопедияһында.
- ↑ Рычков Пётр Иванович. Топографїя Оренбургская, часть II. — СПб.: Типографїя Императорской Академїи Наукъ, 1762. — С. 183. — 263 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.