Ҡариҙел һөйләше — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш) диалекты һөйләштәренең береһе.

Ҡариҙел һөйләше
Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә райондары

Идара итеүсе ойошма

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты РФА ӨҒҮ

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрөк тармағы
Ҡыпсаҡ төркөмө
Волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһе
Әлифба

кириллица

Таралыу ареалы үҙгәртергә

Ҡариҙел һөйләше Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Балтас, Ҡариҙел һәм Мишкә райондары территорияһында таралған. Ҡариҙел һөйләшендә балыҡсы һәм унлар ырыуы башҡорттары аралаша.

Өйрәнеү тарихы һәм классификация үҙгәртергә

1920—1930-х йылдарҙа башҡорт һөйләү телен планлы өйрәнеү эштәре башлана. 1934 йылда Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы етәкселегендәге һәм составында Т. Ғ. Байышев, З. Ш. Шакиров һәм У. Хөсни булған экспедиция 30-лап башҡорт ауылын, шулар араһында Абдулла, Билғеш, Ҡарткиҫәк, Ҡарышйылға, Ҡашҡа, Ҡубиязы, Муллаҡай, Яңы Бағазы, Солтанбәк , Туйыш, Упҡанкүл, Үрмияз һ.б. ауылдарҙа йөрөнө. Тикшеренеүселәр өйрәнелгән һөйләштәр «икеләнеүһеҙ башҡорт теле һөйләшенә ҡарай»тигән һығымта яһаны[1]. ХХ быуаттың 1930-сы — 1950-се йылдарында башҡорт телендә өс территориаль диалект — фонетик билдә буйынса төркөмләнгән (классификацияланған) ([һ][ҫ], [ҫ], [һ], [ҙ], [с], [п][т]) [Башҡорт теленең көнсығыш диалекты|көнсығыш (төньяҡ-көнсығыш, ҡыуаҡан]], төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш) һәм көньяҡ (туғай, юрматы), шулай уҡ ете һөйләш (һөйләш-наречие) раҫланған[2]. Өс диалектты бүлеп алыуҙы башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы — Н. К. Дмитриев хуплаған[3].

1954 йылда Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Башҡорт АССР-ының төньяҡ-көнбайыш райондарына тағы бер экспедиция ойошторолған. Йомғаҡлау отчётында тикшеренеүселәр көнбайыш диалекты башҡорт теленең үҙенсәлеген һаҡлаған тигән һығымтаға килгән, ә «һүҙлек фонды һәм морфологияһы күрһәткестәренә ҡарап, унда берҙәм һәм дөйөм башҡорт теле өҫтөнлөк иткәне һәм үҙенә буйһондороп тороуы күҙгә ташлана». Ғалимдар өйрәнелгән регион мәктәптәрендә уҡытыуҙы башҡорт теленә күсереүҙе тәҡдим итһә лә[4], властар быны яуапһыҙ ҡалдырған. Һуңғараҡ экспедиция материалдары Т. Ғ. Байышевтың «Башҡорт диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте» монографияһында сағылған: автор башҡорт телен фонетик билдәләр буйынса 7 һөйләшкә (наречиеға) бүлгән, ә Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының урта ағымында һәм Төй йылғаһы буйында йәшәүсе башҡорттарҙың телен, [с] һәм [п] — [т] һөйләше (наречиеһы) тип иҫәпләй[5][6]. Ж. Ғ. Кейекбаев унлар һәм балыҡсы башҡорттары һөйләшен, бер нисә лингвистик билдәләр комплексына нигеҙләнеп, уны башҡорт теленең көньяҡ диалектына индерә һәм күсемле һөйләштең балыҡсы һөйләшсәһе сифатында күрһәтә[7]. Н. X. Ишбулатов балыҡсы һөйләшсәһенең әҙәби башҡорт теленә һәм Башҡорт АССР-ының төньяҡ-көнсығыш һөйләштәренә күберәк оҡшағанлығын билдәләй[8][9].

Н. X. Мәҡсүтова ҡариҙел һөйләшен башҡорт теле көньяҡ диалектының айырым һөйләше итеп билдәләгән. 1987 йылда башҡорт теленең көнбайыш диалектына бағышланған башҡорт һөйләштәре һүҙлегенең 3-сө томы донъя күрҙе. Ҡариҙел һөйләше айырыуса ентекле итеп С. Ф. Миржанованың «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты» монографияһында ҡаралды[10].

Лингвистик характеристикаһы үҙгәртергә

Фонетикаһы үҙгәртергә

Ҡариҙел һөйләшенең үҙенә генә хас һыҙаты булып түбәндәгеләр тора[10]:

  • таралған нигеҙҙәрҙә диссимилятив ойоштормаларҙың һаҡланыуы -лт-, -мт-, -нт-, -ңт-, -рт-, -нк-, -нк-, -ңҡ-, -мк-, -мк-, был күренеш шулай уҡ көньяҡ диалектының урта һәм дим һөйләштәрендә лә осрай: диал. у[ңт]а — әҙәбисә у[ңд]а (справа), диал. тө[нк]ә — әҙәбисә төнгә (к ночи), диал. ко[мк]а — әҙәбисә ко[мғ]а (песку) һ.б.
  • әҙәби телдәге [б] урынына һүҙ башында [п] өнөн ҡулланыу: диал. [п]иш — әҙәбисә [б]иш (пять), диал. [п]еси — әҙәбисә [б]есәй (кот) һ.б.
  • [с] өнөнөң әҙәби телдең өс өнөнә — ([һ], [ҫ], [с]), айырым осраҡта [ш] өнөнә, һәм дөйөм төрөк [ч] өнөнә: диал. [с]уғыш — әҙәбисә [һ]уғыш (война), диал. [с]әс — әҙәбисә [с]әс (волос), диал. а[с]ы — әҙәбисә ә[с]е (горький), диал. [с]ишмә — әҙәбисә [ш]ишмә (родник) һ.б. тап килеүе.
  • башҡорт теленең көньяҡ диалекты дим һөйләшендә лә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектының бөтөн һөйләштәрендә лә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә [һ] өнөнөң юғалыуы: диал. ауа — әҙәбисә [һ]ауа (воздух), диал. әммәсе — әҙәбисә [һ]әммәһе (все) һ.б.
  • әҙәби телдәге һүҙ башындағы [д] урынына [ҙ] фонемаһын ҡулланыу: диал. [ҙ]анныҡлы — әҙәби [д]анлыҡлы (славный), диал. [ҙ]арыу — әҙәбисә [д]арыу (лекарство) һ.б. Шулай уҡ һуҙынҡы өндәрҙән һуң килгән аффикстарҙа, киҫәксәләрҙә һ.б. ярҙамсы һүҙҙәрҙә әҙәби телдәге [л] һәм [н] өндәрен ҡулланыу урынына [ҙ] өнөн ҡулланыу осрай: диал. ҡала[ҙ]ан — әҙәбисә ҡала[н]ан (из города), диал. арба[ҙ]а — әҙәбисә арба[л]а (на телеге), диал. барса [ҙ]а — әҙәбисә барһа [л]а (если даже пойдёт) һ.б.
  • көньяҡ диалектының ҡыҙыл һөйләшендәге кеүек әҙәби телдәге [з] урынына [ҙ] фонемаһын ҡулланыу: диал. аб[ҙ]ый — әҙәбисә аб[з]ый (старший брат), диал. [ҙ]аман — әҙәбисә [з]аман (время, эпоха) һ.б.
  • көнсығыш диалектының һөйләштәрендәге кеүек, [өй] дифтонгыһының [ү] монофтонгыһына, шулай уҡ [и]һуҙынҡыһына күсеүе[11]: диал. с[ү]ләү — әҙәбисә һ[өй]ләү (говорить), диал. [ү]рәнеү — әҙәбисә [өй]рәнеү (учиться), диал. т[и]мә — әҙәбисә т[өй]мә (пуговица) һ.б.
  • [ы] һәм [эе] һуҙынҡыларының лабиализацияһы: диал. ш[оо]ма — әҙәбисә ш[ы]ма (гладкий), диал. с[ө]прәк — әҙәбисә с[эе]прәк (тряпка) һ.б.
  • ирен һуҙынҡылары [о]ноң, [у]ның, [ө]нөң, [ү]нең [ы]ға, [е]гә, [ә]гә күсеп, делабиализацияланыуы: диал. б[ы]лмау — әҙәбисә б[у]лмау (не быть), диал. башҡ[ы]рт — әҙәбисә башҡ[о]рт (башкир), диал. б[е]т[е]ү — әҙәбисә б[ө]т[ө]ү (заканчиваться) һ.б. Ҡайһы берҙә [ы]ның, [е]нең, [и]нең, киреһенсә, иренләшәүе — [о] һуҙынҡыһына күсеүе күҙәтелә: диал. [о]ңҡай — әҙәбисә [ы]ңғай (удобный), диал. м[ө]л[ө] — әҙәбисә м[е]л[е] (мальки) һ.б.

Грамматикаһы үҙгәртергә

Һуҙынҡыға тамамланған исемдәр сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәрҙә [ҙ] өнөнә башланған ялғауҙар ҡабул итә: диал. арба[ҙ]а — әҙәбисә арба[л]а (в телеге), диал. арба[ҙ]ан — әҙәбисә арба[н]ан (от телеги).

Һөйләштә килеш формаларын ҡулланыуҙа әҙәби телдекенән айырылып торған урындар бар.

Килеш Ҡариҙел һөйләшендә «мин» һәм «ул» алмаштарының килеш менән үҙгәреше Әҙәби телдә «мин» һәм «ул» алмаштарының килеш менән үҙгәреше
Төп мин (я) ул (он) мин (я) ул (он)
Эйәлек минең/минен аның/анын минең уның
Төбәү миненә/меңә/миәр аныңа/аңа/аңар миңә уға
Төшөм мине аны мине уны
Урын-ваҡыт минтә, миәртә анта/аңарта миндә унда
Сығанаҡ минән/миңәртән аннан/аңартан минән унан

Һорау алмаштары ла ҙур төрлөлөккә эйә. Миҫал өсөн, әҙәби телдең нимә (что) формаһына башҡорт теленең көнсығыш диалекты һөйләштәрендә осраған ней, нимә, нейәмә, нейнәмә, нәстә, нейнәстә һ.б. формалары тап килә[12].

Ҡариҙел һөйләшенең грамматик төҙөлөшөндә әҙәби телдә күҙәтелмәгән, шул уҡ ваҡытта башҡорт теленең көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарының башҡа һөйләштәре, иң тәүҙә дим һәм урта һөйләштәре, менән яҡынайтҡан архаик һыҙаттар һаҡланған.

Лексика үҙгәртергә

Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы фекеренсә, ҡариҙел һөйләшенең һүҙлек запасы нигеҙен бөтөн тематик кластарҙы ла үҙ эсенә алған дөйөм башҡорт лексикаһы тәшкил итә. Ҡариҙел һөйләшендә уның үҙенә, башҡорт теленең көньяҡ диалекты дим, урта һәм өлөшләтә ыҡ-һаҡмар һөйләштәре өсөн уртаҡ булған лексик ҡатлам асыла[13]. Шулай уҡ ҡариҙел һөйләшенең һүҙлек составында уның үҙенә һәм көнсығыш диалектҡа, беренсе сиратта, әй һөйләшенә, хас лексемалар төркөмө айырылып тора[14]. Бынан тыш, ҡариҙел һөйләшендә төньяҡ-көнбайыш диалектына хас региональ лексика ла урын алған[15].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мәҡсүтова Н. Х. Башҡорт теленең көнбайыш диалекты. //Материалы научно-практической конференции, посвященной обучению башкирских детей западных и северо-западных районов родному языку. — Уфа, 1990. — С. 48—49.
  2. Даянов К., Харисов А. И. Стилистика: учебник для 5 — 7 классов неполной средней и средней школы. — Уфа, 1939. — С. 60—66.
  3. Миржанова С. Ф., 2006, с. 12
  4. Научный отчёт диалектологической экспедиции 1954 года, 2008, с. 300
  5. Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — С. 112. — 33 с.
  6. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — М.-Л., 1955. — С. 348—350.
  7. Киекбаев Дж. Г. Башкирские диалекты и краткое введение в их историю // Ученые записки Башкирского государственного университета. Серия филология. — Уфа, 1958. — С. 53.  (баш.)
  8. Ишбулатов Н. Х. Башкирская диалектология: для Башкирского государственного университета и педагогических институтов. — Уфа: Башкирский государственный университет, 1979. — С. 15—16.  (баш.)
  9. Ишбулатов Н. Х. Башкирская диалектология (учебное пособие). — Уфа: Башкирский государственный университет, 1980. — С. 25—30. (баш.)
  10. 10,0 10,1 Миржанова С. Ф., 2006
  11. Кроме позиции перед согласным [р].
  12. Миржанова С. Ф., 2006, с. 45—46
  13. Миржанова С. Ф., 2006, с. 59—60
  14. Миржанова С. Ф., 2006, с. 61—62
  15. Миржанова С. Ф., 2006, с. 63

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред.Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — 112 с.
  • Гильманова С. Г. Термины родства в северо-западном ареале башкирского языка // Исследования и материалы по башкирской диалектологии. — Уфа: ИИЯЛ БФАН СССР, 1981. — С. 50.
  • Диалект северо-западный. // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 2: В—Ж. — Уфа, 2006. — С. 474—475.
  • Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. — 234 с.
  • Диалектологический словарь башкирского языка. — Уфа: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7. (баш.)
  • Дильмухаметов М. И. Говор среднеуральских башкир. — Уфа: Гилем, 2006. — 191 с.
  • Зайнашева З. Ф. Языковые особенности таныпского говора башкирского языка. Автореф. дис… канд. филол. наук. — Уфа, 2008.
  • История башкирского литературного языка./ Ишбердин, Эрнст Файзрахманович. — Уфа: Башк. изд-во «Китап», 1993. — 320 с. — ISBN 5-295-02098-3. (баш.)
  • Ишбулатов, Нагим Хажгалиевич. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0. (баш.)
  • Максютова, Нажиба Хаерзамановна. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996.
  • Миржанова, Сария Фазулловна. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4.
  • Северо-западный диалект башкирского языка. Научный отчёт диалектологической экспедиции 1954 года. — Уфа: Гилем, 2008. — 372 с. (баш.) (рус.)
  • Словарь башкирских говоров. Западный диалект. Т. 3. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1987.  (баш.)
  • Хөсәйенова Л. М. Башҡорт диалектологияһы. — Стәрлетамаҡ, 2011. — 155 б.  (баш.)
  • Рашит Шакур. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — 250 с. (баш.)

Һылтанмалар үҙгәртергә