Нимесләр (рус. Нимислярово) — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 691 кеше булған[1]. Почта индексы — 452448, ОКАТО коды — 80245835004.

Нимесләр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Яңы Күл ауыл советы (Нуриман районы)
Почта индексы 452448
Карта

Этимологияһы үҙгәртергә

Ауылдың исеме «Нимис», «Нимисбай» антропонимдарынан алынған тип һанала[2]

Тарихынан үҙгәртергә

1795 йылда бында 11 башҡорт һәм 171 типтәр йәшәгән; 1816 йылда - 278, 1834 йылда - 396, 1859 йылда - 795, 1859 йылда-1429, 1905 йылда - 1625, 1920 йылда - 2030 типтәр йәшәгән.

Хәрби топографтар мәғлүмәттәре буйынса, 1843 йылда 2 Нимесләр ауылы булып, улар бер-береһенән 3 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Икеһендә лә мәсет булған.

XIX быуат аҙағында ауылда 2 мәсет, 4 кибет, тимерлек булған; шаршамбы көндәрҙә баҙар үткәрелгән, 8 ноябрҙән бер аҙналыҡ йәрминкә ойошторолған[2].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
660771691

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Иглин): 33 км

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә