Муллабаев Сөләймән Миңлеғужа улы

Муллабаев Сөләймән Миңлеғужа улы (10 октябрь 1924 йыл20 апрель 2003 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, уҡытыусы. 1957 йылдан КПСС, 1979 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Сөләймән Миңлеғужа улы
Муллабаев
Псевдонимдары:

Сөләймән Муллабай

Тыуған көнө:

10 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы) Иҫке Юлдаш ауылы

Вафат булған көнө:

20 апрель 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Ырымбур өлкәһе, Ҡыҙыл Гвардия районы, Иҫке Юлдаш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, педагог

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаев 1924 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы) Иҫке Юлдаш ауылында тыуған.

1940 йылда ауылдарында ете йыллыҡ мәктәп тамамлай. 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йыл ҡаты яраланып, оҙаҡ ҡына госпиталдәрҙә дауалана. 1944 йылда демоблизациялана.

1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1].

1954 йылдан Аҡболаҡ педагогия училищеһында уҡый. 1972 йыл Башҡорт дәүләт университетын (ситтән тороп) тамамлай. 1973 йылда «РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Китаптары үҙгәртергә

  • Ҡәҙерле һүҙ. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1963. — 20 бит.
  • Йондоҙ бүләк итермен. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 14 бит.
  • Беҙҙең өй. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 19 бит.
  • Урман докторы. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — 33 бит.
  • Тылсымлы күл. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 32 бит.
  • Беҙҙең мәктәптә байрам. Шиғырҙар, поэма, әкиәттәр һәм йомаҡтар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 44 бит.
  • Сайҡала сал дала. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 48 бит.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2019)

Һылтанмалар үҙгәртергә