Ибраһимова Фәғилә Нурулла ҡыҙы

ауыл хужалығы алдынғыһы

Ибраһимова Фәғилә Нурулла ҡыҙы (11 март 1926 йыл8 сентябрь 2010 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Ибраһимова Фәғилә Нурулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1]
Тыуған урыны Тюменский район[d], Төмән өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 19 август 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (84 йәш)
Вафат булған урыны Төмән өлкәһе, Рәсәй[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Фәғилә Нурулла ҡыҙы Ибраһимова 1926 йылдың 11 мартында Төмән өлкәһе Төмән районының Есаул ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Нурулла ат, ә әсәһе Мәрфүғә быҙау ҡараусы эшләгән.

1941 йылда ул Есаул башланғыс мәктәбен тамамлағанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм Фәғилә тиҫтерҙәре менән бергә колхоз баҫыуҙарында төндө көнгә ялғап, ал-ял белмәй эшләй.

1944—1945 йылдарҙа уға балыҡсылар артелендә эшләргә тура килә. 1947 йылда ауылдашы Ибраһимов Әнүәргә кейәүгә сыға. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫә, туғыҙынсыһын тәрбиәгә алалар.

1961 һәм 1963 йылдарҙа «һигеҙ бала тәрбиәләгән әсә» булараҡ Фәғилә Ибраһимова СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы II һәм III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены менән бүләкләнә.

1946 йылдан Төмән районының «Турин» совхозында һауынсы булып эшләй, 1968 йылда һәр һыйырҙан йылына 3200 кг, 1972 йылда — 4546 кг, 1973 йылда — 4031 кг һөт һауып алыуға өлгәшә.

1973 йылдың 6 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «һөт һауып алыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн» Фәғилә Нурулла ҡыҙы Ибраһимоваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Хеҙмәт алдынғыһы Бөтә Союз Халыҡ Хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша, 1976 йылда КПСС-тың XXV съезына делегат итеп һайлана.

2010 йылдың 8 сентябрендә Төмән өлкәһенең Есаул ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Большая Тюменская энциклопедия : в 3 т. / Абрамов Н. В. и др. — Тюмень : НИИ регион. энцикл. ТюмГУ ; Екатеринбург : Сократ, Т. 2: И — П. — 2004 г. — 495 с. — ISBN 5-88664-171-8