Төмән дәүләт университеты
Төмән дәүләт университеты(ТюмГУ) — Төмән өлкәһендә беренсе университет, 1930 йылда асыла. 175 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй. Университет5-100 проектында — донъяның алдынғы фәнни белем биреү үҙәктәре араһында рәсәй юғары уҡыу йорттарының халыҡ-ара конкуренцияға һәләтлелеген арттырыу программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә инә.
Төмән дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Тюменский агропедагогический институт[1], Тюменский государственный педагогический институт[1] һәм Тюменский государственный университет[1][2] |
Эшмәкәрлек төрө | Юғары белем[3] |
Дәүләт | Рәсәй[4] |
Административ-территориаль берәмек | Төмән өлкәһе |
Урын | Төмән |
Уҡыусылар һаны | 27 000 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][5] |
Диапазон IPv4 | 217.116.61.96/27[6] |
Рәсми сайт | utmn.ru |
Эндпоинт API | idp.utmn.ru/idp/shibbole…[7] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Төмән дәүләт университеты уҡытыусылары |
Төмән дәүләт университеты Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәҠаланың тарихи өлөшөндә юғары уҡыу йортоноң 15 корпусы урынлашҡан. Университет 15 уҡыу институтын, шул иҫәптән Дистанцион белем биреү институтын һәм Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек төбәк институтын,Тобольск һәм Ишим ҡалаларындағы филиалдарҙы, шулай уҡ Губкинский, Ноябрьск, Сорғот һәм Петропавловск (Ҡаҙағстан) ҡалаларында вәкиллектәрен үҙ эсенә ала.
Студенттарҙың дөйөм һаны — 27 000 кеше. 43 илдән 1 900-ҙән ашыу сит ил студенты килгән. Хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны — 2 000-дән ашыу кеше.
Төмән дәүләт университеты Рәсәй эш биреүселәре НeadНunter рейтингының 28 юлына эйә булған берҙән-бер юғары уҡыу йорто[8].
Уҡыу формалары: көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу, дистанцион, бакалавриат, специалитет, магистратура, аспирантура, докторантура, квалификация күтәреү, икенсе юғары белем алыу.
Төмән агропедагогика институты
үҙгәртергә1930 йылда году Төмән округы Советы башҡарма комитеты күрһәтмәһе буйынса Төмән агропедагогика институты (Агропед) ойошторола. Агропед сиктәрендә агрономия, химия-биология һәм физика-техника бүлектәре булдырыла. Төмән Агропедының тәүге ректоры итеп Владислав Северный тәғәйенләнә. 1932 йылда физика-математика һәм етәбиғәтте өйрәнеү факультеттары асыла.
Төмән дәүләт педагогия институты
үҙгәртергә1934 йылда Агропед Төмән дәүләт педагогия институты (ТГПИ) итеп үҙгәртелә, ә 1935 йылда институттың тәүге сығарылышы була. 1940 йыл башында институт Уставы ҡабул ителә. 1934 йылда ТДПИ эргәһендә уҡытыусылар институты ойошторола, 1938 йылда — урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультеты, 1939 йылда — география факультеты, 1941 йылда — сит телдәр факультеты.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында институт хәрби рельстарға күсерелә. Күп кенә уҡытыусылар һәм студенттар фронтҡа китә. Институттың бер корпусы- Төмән ҡыҙҙар гимназияһының тарихи бинаһы — хәрби госпиталгә бирелә. Һуғыштың һуңғы йылында институт тормошо тыныс тормош юҫығына ҡайта башлай. 1945 йылда тарих факультеты булдырыла. Ҡала урамдарында йыл институты 1955—1964 йылдарҙа институт өсөн 1200 урынлыҡ яңы уҡыу корпусы (Республика урамы, 9-сы йорт) төҙөлә. Беренсе тапҡыр 1955 йылда тәүләп аспирантура асыла — физика кафедраһында.
Төмән дәүләт университеты
үҙгәртергә1973 йылдың 1 ғинуарында Төмән дәүләт педагогия институты университет итеп үҙгәртелә. 43 йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә 11 мең уҡытыксы әҙерләп сығара.
2011 йылда Төмән дәүләт университетын Төмән дәүләт нефть һәм газ университеты менән берләштереп уларҙың базаһында Көнбайыш-Себер федераль университеты (ЗСФУ) булдырыу тураһында асыҡтан-асыҡ иғлан ителә, әммә ул тормошҡа ашырылмай.
Шулай ҙа интеграциялау тренды һаҡлана. 2017—2020 йылдарҙа Төмән өлкәһе Хөкүмәте юғары уҡыу йорттарында ҡабаталанып килгән (дублирующие) һөнәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу һәм берлектә алып барырлыҡ ғилми тикшеренеүҙәрҙең уртаҡ тематик йүнәлешен билдәләү инициаторы булараҡ, «Университеттар өсөн төмән инициативаһы»[9] проектын башлай. 2019 йылда Төмән дәүләт университеты «Фән» милли проекты буйынса илдәге тәүге[10] — Көнбайыш-Себер төбәк-ара фәнни-мәғариф үҙәгенең НОЦ 2021 йыл 20 апрель архивланған. Төмән макротөбәгендәге: Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра һәм Ямал-Ненец автономиялы округы университеттарын һәм ғилми ойошмаларын берҙәм проект менән берләштергән база майҙансығына әйләнә.
Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУниверситет классик университет статусына тап килгән киң ғилми тикшеренеү йүнәлештәре спектырна эйә. 1970-се йылдарҙа: педагогия тикшеренеүҙәре методологияһы (РАО академигы В. И. Загвязинский), һөнәри белемдең социаль-иҡтисади проблемалары (РАО академигы Г. Ф. Куцев), криология (РФА академигы В. П. Мельников), конституция хоҡуғы (профессор Г. Ф. Чеботарёв) билдәле фәнни төркөмдәр барлыҡҡа килде. 2010 йылда беренсе мегагранттар конкурсы йомғаҡтары буйынса[11] Төмән университетында РАН ағза-корреспонденты Т. И. Моисеенко «Һыу сифаты, экосистема һәм экотоксикология тотороҡлоғо» лабораторияһына нигеҙ һалды.
2000 йылдан башлап юғары уҡыу йортоноң төп ғилми эшмәкәрлеген — экология — РФ атҡаҙанған экологы, профессор А. В. Соромотин етәкселегендәге экология һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ ҡулланыу ғилим-тикшеренеү институты билдәләй[12], вуз ғилми эштәренең яртыһынан күберәге индустриаль партнёрҙар заказы буйынса финанслана. Институт Германия, Норвегия һәм АҠШ университеттары менән оҙайлы хеҙмәттәшлек булдырҙы.2009-2016 йй. «Тирә-яҡ мөхит һәм тәбиғәт ресурстары менеджменты» тигән 6 халыҡ-ара конференция үтте. Әлеге ваҡытта институт Арктикала фундаменталь тикшеренеүҙәр башҡара, халыҡ-ара фәнни ялан мәктәптәре ойоштора[13].
«5-100» (2015—2020 йй.) проекты һәм эшмәкәрлек программаһы һәм Төмән өлкәһенең, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы өлкәләре (2019—2024 йй.) Көнбайыш-Себер төбәк-ара фәнни-мәғариф үҙәге (НОЦ) программаһы буйынса[14] университетта ғилми тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше билдәләнде[15]; улар РФ фәнни-технологик үҫеш Стратегияһы: «Арктика: „һалҡын донъя“ ресурстары һәм тирә-яҡ мөхит хәле. Арктикала кеше», «Кеше, үҫемлек һәм хайуандарҙың биологик хәүефһеҙлеге» һәм «Газ индустрияһының цифрлашҡан трансформацияһы» өҫтөнлөгөнә тап килә.
Биологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү проблемалары — 2017 йылда барлыҡҡа килгән Экология һәм ауыл хужалығы биологияһы институты (X-BIO)[16] — акарология буйынса донъя лидерының ғилми тикшеренеүҙәре үҙәгендә[17]. X -BIO тикшеренеү Институтында, опто- һәм микрофлюидика, тәбиғи ҡушылмалар химияһы һәм биоинформаптика ҡаҙаныштарына таянып, быуынтыҡ аяҡлыларҙың биологик төрлөлөгөн өйрәнеү һәм һаҡлауҙың һөҙөмтәле юлдарына йүнәлтелгән. 2004 йылда Төмән университетында асылған тамсы кластеры рәүешендәге 2D-аэрозолде — яңы физик күренеште тикшереү перспективалары планда. X-BIO составына РФ наноиндрустияһының үҫеше маҡсатлы программаһына ярашлы булдырылған электрон һәм зонд микроскоптар һәм «Нанофаб-100» фәнни-технологик комплекс менән йыһазландырылған «Нанотехнология»[18] фәнни-мәғариф үҙәге инә.
Яңы етештереү һәм цифрлы технологиялар вузда инженер һәм иҫәпләү инфраструктураһының уҙышлы үҫеше (опережающее) нигеҙенә таянып алға бара. 2015 йылда вольфрам менән һриәк осраусы ер материалдарынан ҡушылмалары нигеҙендә композицион материалдар Инжиниринг үҙәге асылды., Улар төбәктәге тармаҡтарҙы фәнни тәьмин итә: быяла һәм металлургия сәнәғәте — ферроиретмәләр етештереү[19]. 2020 й. донъя кимәлендәге ғилми үҙәктәр булдырыу һәм үҫтереү программаһында ҡатнашып, ТюмГУ консорциумы составында «Алдынғы цифрлы технологиялар»[20] НЦМУ барлыҡҡа килтерҙе.
Төмән дәүләт университеты — климат, ерҙе файҙаланыу һәм биотөрлөлөк халыҡ-ара селтәр проекттарында, шул иҫәптән Арктикала: «SASCHA»[21] Германия университеттары консорциумы (Германия федераль мәғариф һәм фәнни тикшеренеүҙәр министрлығының гранты буйынса-2011-2016) университетының һәм мәғариф министрлығының, «КлимЭко» РФФИ һәм Финляндия Академияһы гранты буйынса (2018—2020 йылдарҙа), «Арктика төбәгендә аҡыллы берләшмәләр» Норвегия хөкүмәте гранты буйынса (2018—2021 йй.), «SODEEP» Европа юғары уҡыу йорттары консорциумы (2019—2021 йй.), «SERUS» РФФИ гранты буйынса һәм Бельмонт Форумы (2020—2022)[22] һ. б. проекттарында ҡатнаша. ELIPS-4 халыҡ-ара проекты Европа космос агентлығы (ESA) ойошмалар консорциумына инә. РНФ гранттары буйынса, Көнбайыш Себерҙән тыш,[23] Австралияла, Мексикала, Чилиҙа, Көньяҡ Африка Республикаһында һәм РФФИ-ҙа ғилми экспедициялар үткәрә.
2019 йылда Төмән дәүләт университетында төрлө фондтарҙың 73 гранты буйынса тикшеренеү проекттары үтәлде[24].
Халыҡ-ара эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1980-се йй. Төмән университетына Болгариянан 59, Монголиянан 30 студент уҡырға килә. 1988 йылдың 29 ноябрендә Лэйкхедский университеты (Канада) менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса беренсе килешеүгә ҡул ҡуйыла, һәм Төмән дәүләт университеты приполярье университеттарының Халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы булып китә. 1991 йылдың июнендә Төмән университетында приполярье университеттарының II халыҡ-ара конференцияһы үтә, унда докладтар менән Канада, АҠШ, Финляндия һәм Швеция ғалимдары сығыш яһай. Был ваҡытта уҡытыусылар һәм студенттар менән беренсе алмашыу башлана. 1991—1993 йылдарҙа Президент программаһы буйынса йыл һайын бер студент уҡырға ебәрелә, улар араһында — Андрей Толстиков. 1990-сы йылдарҙа ҠХР университеттары менән бәйләнеш башлана. Беренсе килешеү Хэйлунцзян университеты — менән, 1992 йылда ҡул ҡуйыла, Далянь университеты — 1995 йылда, был 60 ҡытай студентын уҡырға ҡабул итеү мөмкинлеге бирә.
1993 йылдан «Tempus-Tacis» программаһы буйынса Европа Союзы менән хеҙмәттәшлеге башлана Тәүге проект Вулвэрхемптон университеты (Бөйөк Британия) менән берлектә тел белгестәре әҙерләүҙе камиллаштырыуға йүнәлтелә. Икенсе проект буйынса Төмән дәүләт университетында халыҡ-ара лингвистик үҙәк ойошторола. Европа партнёрҙары менән артабанғы проект тары һөҙөмтәләре буйынса, Төмән университетында экология үҙәге асыла, уҡытыусылар һәм студенттарҙың европа университеттарында стажировкаһы ойошторола, европа зачёт системаһына кредиттар ебәреү тәжрибәһе өйрәнелә (ECTS). Евросоюз менән хеҙмәттәшлекте координациялау үҙәге-Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек Төбәк институты (РИМС). Проект буйынса программала ҡатнашыусыларға 2015 йылдан Төмән дәүләт университеты «Tempus» программалары буйынса 3 проектта һәм «Erasmus+» программаһы буйынса 8, проектта ҡатнашты, шуларҙан 3 проектта — Рәсәйҙән координатор ролендә.
Төмән өлкәһе Германияның Түбәнге Саксония федераль ере менән хеҙмәттәшлек итә. Түбәнге Саксония хөкүмәте аҡсаһы һәм Евросоюз гранттары иҫәбенә хоҡуҡ һәм иҡтисад өлкәһендә Люнебург Университеты менән хеҙмәттәшлек булдырылды. Академик алмашыуҙар немец хеҙмәте менән хеҙмәттәшлек (DAAD) уҡытыусыларҙы йыл һайын Германия университеттарына стажировкаға ебәреү мөмкинлеген бирҙе. Мюнстер ҡалаһындағы Вильгельм исемендәге Вестфаль университеты тарафынан координацияланған университеттар консорциумы менән «SASCHA» ғилми-тикшеренеү проекты ҙур ваҡиға булды торҙо, унда Германия Федераль Мәғариф һәм ғилми тикшеренеүҙәр министрлығының 4,2 миллион евро күләмендәге гранты буйынса (2011—2016 йылдар) Көнбайыш Себерҙә климат үҙгәреүе менән бәйле биотөрлөлөктөң һәм ер менән файҙаланыу үҙгәреүҙәре тикшерелде. Германия менән бәйләнештәрҙе координациялау өсөн Георг Вильһельм Стеллер рәсәй-немец хемәттәшлек үҙәге ойошторола (2016 г.). Немец теле өлкәһендә мәҙәни һәм белем биреү программаларын Немец теле һәм мәҙәниәте ресурс үҙәге — Гёте институты партнёры көйләй.
2013 йылдаТөмән университетында Төбәк хеҙмәттәшлегенең франция-рәсәй үҙәге, мәғлүмәт үҙәге эш башлай, ул француз теле ресурстары үҙәген Кампюс Франс мәғлүмәт пункты менән берләштерә. 2004 йылдан ТюмГУ Рәсәйҙәге Франция илселеге менән хеҙмәттәшлек итеүсе университеттар селтәренә инә. Үҙәк Төмән университеты һәм Франция университеттары менән берлектәге икеләтә диплом 6 магистрлыҡ программаһын көйләй. ТюмГУ-ның төп партнёрҙары — Страсбург университеты, Мец ҡалаһындағы Лотарингия университеты, Тулуза университеты — Жан Жорес. Үҙәк директоры Ф. Г. Золотавина 2018 йылда Академик пальмалар ордены кавалеры булды[25].
2004 йылда АҠШ университеттары менән хеҙмәттәшлек Төмән дәүләт университетында ғилми һәм инновацион эшмәкәрлекте үҫтереүгә ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолдо. IREX 4 пилот проект буйынса Төмән университеты хеҙмәткәрҙәренең Индиана университетында (Блумингтон ҡалаһы) стажировкаһы ойошторола. АҠШ мәғарифы Департаменты гранты буйынса Индиана университеты менән «Глобаль экологик проблемалар һәм телдәрҙе өйрәнеү» проекты үтәлде. 2009—2013 йылдарҙа уҡытыусылар һәм студенттар менән алмашыу ойошторолған. 2016—2017 йылдарҙа Евразия һәм НПФК фонды программаһы буйынса Нью-Йорк штаты университетының Экология һәм урман үҫтереү колледжы менән экология өлкәһендә магистратура һәм аспирантураны модернизациялау проекты үтәлде. 2019 йылда[26] Төньяҡ Аризона университеты менән Урмандарҙың биохәүефһеҙлеге үҙәге булдырылды.
БДБ илдәренән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Әзербайжан менән хеҙмәттәшлек үҫешә. Петропавловск ҡалаһында (Ҡаҙағстан) ТюмГУ вәкиллеге эшләй. 2017 йылдан Л. Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты менән «Кеше һәм бизнес хоҡуҡтарын яҡлау»[27] икеләтә диплом магистр программаһы тормошҡа ашырыла.
Сит ил студенттарының күбеһе — БДБ илдәренән, башлыса Урта Азиянан (2019 йылдың 1 октябренә 880 -Ҡаҙағстандан, 621 — Үзбәкстандан). 2015 йылдың Әҙерлек бүлегендә алыҫ сит илдәрҙең студенттары һәм тыңлаусылары артты, бигерәк тә Колумбиянан һ. б. Латин Америкаһы, шулай уҡ ғәрәп илдәренән. Дистанцион белем алыу институтында 600 сит ил гражданы уҡый.
Төмән дәүләт университетында сит ил студенттары һәм белгестәренә ярҙам итеү сервис үҙәктәре селтәре булдырылған: Ғәрәп үҙәге, Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны илдәре үҙәге, Ҡытай үҙәге, Корея үҙәге. Австрия һәм Венгрия кабинеттары булдырылған. Вузда сит ил студенттарына ярҙам итеүҙе ойоштороусы ирекмәндәр — бадди эшләй[28]. ТюмГУ сит ил студенттары Ассоциацияһы бар. Йыл һайын «CultFest»[29] фестивале уҙғарыла.
Төмән дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлеккә ҙур өлөш индергән сит ил ғалимдары уҡыу йортоноң почётлы докторы титулына: Майкл Питер Таунзенд (Бөйөк Британия), Эдгар Вагнер(недоступная ссылка) (Германия), Ирина Антанасиевич (Сербия) һәм Чжу Юйфу (ҠХР), Маркку Кулмала (Финляндия), Норберт Хёльцель (Германия), Бһарат Бушан (АҠШ)[30], Пеэтер Арвилайд (Эстония), Гай Ланза (АҠШ) һәм Ольга Грауманн (Германия) лайыҡ булды.
Инклюзив белем биреү
үҙгәртергәЕвропа берлашмәһенең «Темриѕ» (2014—2016 йылдар) программаһы проекты буйынса, Хильдесһайм фонд университеты (Германия) менән берлектә, Төмән дәүләт университетында инклюзив белем биреүҙең компетентлылыҡ үҙәге ойошторола[31], грант аҡсаһына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус ҡорамалдар һатып алынған. Үҙәк инженеры А.Фәхретдинов 2021 йыл 26 февраль архивланған. һуҡырҙар һәм насар күргәндәр өсөн электрон дәреслек әҙерләне — СИОЛЛА — Брайль шрифтын ҡулланып уҡыу һәм яҙыуға өйрәнеү күнекмәләрен бирә.
2017 йылда ТюмГУ-да инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе уҡытыу өсөн Ресурс уҡыу-методик үҙәге (РУМЦ) булдырылған. Төмән өлкәһе, Ханты-Манси-Югра автономиялы өлкәһе, Красноярск крайы, Омск һәм Томск өлкәләре вуздары РУМЦ партнёрҙары булып тора.
Нәшриәте
үҙгәртергәЮғары уҡыу йортонда нәшриәт эшмәкәрлеге 1930 йылдан башлана. Тәүге баҫмаһы «Ғилми яҙмалар»[32].1996 йылда ТюмГУ структураһында нәшриәт ойошторола.
1998 йылда «Төмән дәүләт университеты Хәбәрсеһе» сығарыла башлай. Журнал ВАК рецензиялаған фәнни журналдар исемлегенә ингән. 2014 йылдың SCIENCE INDEX дисциплиналар-ара журналдар рейтингында «Төмән дәүләт университеты Хәбәрсеһе» 409 позициянан 65-се урынды биләй.
ТюмГУ-да «Вестник ТюмГУ»[33], «Университет и регион» (2017 — UTMN)[34], «Acarina» һ. б. журналдар баҫыла. «Acarina» журналдарҙың SCIMAGO рейтингы буйынса Agricultural and Biological йүнәлеше буйынса рәсәй журналдары араһында беренсе юлды биләй, SJR 0,507 эйә, систематика, талпандар фаунистикаһы һәм экологияһы өлкәһендә ғилми мәҡәләләр баҫтыра. BRICS Law Journal BRICS БРИКС илдәрендәге хоҡуҡи аспекттарҙы яҡтырта. 2017 йылдан инглиз телендә яңы «Siberian Socium» 2021 йыл 18 ғинуар архивланған. журналы сыға башланы.
Төмән дәүләт университеты ректорҙары
үҙгәртергә- Владислав Северный (1930—1932)
- Николай Шибанов (1932—1934)
- Сергей Сорокин (1934—1940)
- Константин Семёнов (1939—1940)
- Михаил Королёв (1940—1944)
- Ирина Тужик (1944—1948)
- Василий Тихонов (1948—1953)
- Александр Дунаев (1953—1956)
- Иван Инжеватов (1956—1958)
- Николай Карлов (1958—1959)
- Владимир Клейменов (1959—1970)
- Виктор Дерябин (1970—1973)
- Игорь Александров (1973—1981)
- Алексей Ивандаев (1987—1992)
- Геннадий Куцев (1981—1987), (1992—2007)
- Геннадий Чеботарёв (2007—2013)
- Валерий Фальков (2013—2020)
Университет структураһы
үҙгәртергәУҡыу институттары
үҙгәртергә- Финанс-иҡтисади институты (ФЭИ);
- Дәүләт һәм хоҡуҡ институты (ИГиП);
- Математика һәм компьютер фәндәре институты (ИМиКН);
- Химия институты (ИнХим);
- Физика-техник институты (ФТИ);
- Ер тураһындағы фәндәр институты (ИнЗем);
- Биология институты (ИнБИО);
- Социаль-гуманитар фәндәр институты (СоцГум)[35];
- Физик культура институты (ИФК);
- Дистанцион белем биреү институты (ИДО);
- Экология һәм ауыл хужалығы биологияһы институты (X-BIO)[36];
- Перспективалы тикшеренеүҙәр мәктәбе (SAS)[37];
- Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек төбәк институты (РИМС);
- Политехник мәктәп[38];
- Психология һәм педагогика институты (ИПиП);
Филиалдары
үҙгәртергә- Тобольский педагогический институт имени Д. И. Менделеева
- Ишимский педагогический институт имени П. П. Ершова
Уҡыу һәм халыҡ-ара подразделениелары
үҙгәртергә- Төмән дәүләт университеты гимназияһы
- Һәләтлеләр мәктәбе
- Өҫтәлмә профессиональ белем алыу
- Экологик белем биреү үҙәге
- Халыҡ-ара һәм мәҙәниәт-ара белем биреү үҙәге
- Франция-рәсәй хеҙмәттәшлеге төбәк үҙәге
- Немец теле һәм мәҙәниәте ресурс үҙәге
- Георг Вильһельм Стеллер рәсәй-немец хеҙмәттәшлеге үҙәге
- Төркиәт үҙәге 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.
Фәнни һәм инновацион подразделениелар
үҙгәртергәИдаралыҡтары
үҙгәртергәБилдәле тамамлаусылар
үҙгәртергәТөмән дәүләт университетын тамамлаусылар араһында — федераль министрҙар (В. В. Якушев, ВН.Фальков), губернаторҙар (А. В. Моор, Д. А. Артюхов), күренекле фән, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре.
РФ фән һәм юғары белем биреү министры В. Н. Фальков 2013—2020 йылдарҙа Төмән дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарҙы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- 25 лет — 25 имен (25-летию Тюменского гос. университета посвящается). Тюмень, 1998. 208 с.
- Высшая школа Тюмени на рубеже веков. Тюмень, изд-во ТюмГУ, 2000. 156 с.
- Год в деталях. События, изменившие университет. Тюмень, 2016. 122 с.
- Данилов В. А. Помню //Сибирский исторический журнал. 2006/2007. С. 76-85. — ISBN 5-88081-586-2
- Жить на высоте идей своего времени: итоги 2012—2018. Тюмень, 2018. 197 с.
- Криницкий А. Я., Придорожный А. В. От института к университету. Тюменский государственный педагогический институт в период 1960-х — начала 1970-х гг. //Вестник ТюмГУ. 1999. № 2. С. 213—215.
- Кружинов В. М., Сокова З. Н. Из истории высшего образования в Тюменском регионе // Казанский педагогический журнал. 2017. № 2 (121). С. 135—139.
- Отчёт ректора Г. Н. Чеботарёва о результатах реализации стратегических задач инновационного развития Тюменского государственного университета в 2007—2012 гг. Тюмень, изд-во ТюмГУ, 2012. 199 с.
- Первый вуз земли тюменской: Тюменский государственный университет. 1930—2005. Тюмень, изд-во ТюмГУ, 2005. 352 с.
- Профессора: очерки, интервью, зарисовки и информация о профессорах Тюменского государственного университета. Тюмень, изд-во ТюмГУ, 2010. 596 с.
- ТГУ в зеркале прессы. Тюмень, 1998. 248 с.
- Тюменский государственный педагогический институт. 1930—1960 гг. Тюмень, 1961. 94 с.
- Тюменский государственный университет. Тюмень, 2002. 64 с.
- Тюменский государственный университет. Екатеринбург, Реал-Медиа, 2009. 90 с. — ISBN 978-5-98266-069-5
- Тюменский государственный университет: осмысление пройденного. Тюмень, 1998. 180 с.
- Тюмень университетская: Альбом. Тюмень, 2005. 84 с. — ISBN 5-88081-452-1
- Ческидова Н. П. История археологической деятельности в Тюменском государственном университете //Земля Тюменская: Ежегодник Тюменского обл. краевед. музея: 2005. Вып. 19. Тюмень, 2006. С. 168—178.
- Шафранов-Куцев Г. Ф. Университет и регион. Тюмень, 1997. 223 с.
- Шафранов-Куцев Г. Ф. Я сам торил свою тропу: книга воспоминаний. Тюмень, 2000. 258 с.
- Энциклопедия Тюменского государственного университета. Тюмень, 2015. 584 с. — ISBN 978-5-400-01108-5
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Национальная нанотехнологическая сеть по Тюменской области . Тюменский государственный университет. Дата обращения: 31 октябрь 2009. Архивировано 14 февраль 2012 года. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған.
- Тюменский государственный университет
- Справочник «Абитуриент-МХ» 2021 йыл 25 ноябрь архивланған.
- dLearn.org:Институт дистанционного образования Тюменского государственного университета (ИДО ТюмГУ) 2020 йыл 2 декабрь архивланған.
- Тюменский государственный университет!
- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://cyberleninka.ru/article/n/u-istokov-vysshego-obrazovaniya-v-tyumenskom-regione
- ↑ https://cyberleninka.ru/article/n/k-voprosu-o-stanovlenii-sistemy-vysshego-pedagogicheskogo-obrazovaniya-v-tyumenskom-regione-vo-vtoroy-polovine-xx-veka
- ↑ Tjumenskij gosudarstvennyj universitet // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=217.116.61.96%20-%20217.116.61.127&type=inetnum
- ↑ https://orcid.org/signin
- ↑ ТюмГУ вошел в ТОП-100 рейтинга работодателей России . Дата обращения: 5 сентябрь 2016.
- ↑ Владимир Якушев: У региона есть интеллектуальное будущее . Вслух.ру. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ Путин: первые пять научно-образовательных центров создадут в 2019 году (ингл.). www.rvc.ru. Дата обращения: 4 май 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Первый конкурс научных мегагрантов (рус.) // Википедия. — 2020-04-05.
- ↑ Тюменский Государственный Университет. Научно-исследовательский интитут экологии и рационального использования природных ресурсов ::: Главная ::: www.niiecology.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Путь к северу . Путь к северу. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Западно-сибирский межрегиональный научно-образовательный центр . getbootstrap.com. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Направления научных исследований . www.utmn.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Институт экологической и сельскохозяйственной биологии (X-BIO) - Тюменский государственный университет . www.utmn.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ ТюмГУ – мировой лидер в области акарологии . news.utmn.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Научно-образовательный центр «Нанотехнологии» - Институт экологической и сельскохозяйственной биологии . www.utmn.ru. Дата обращения: 3 май 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Инжиниринговый центр ТюмГУ: создано новое партнерство в интересах экономики региона . Дата обращения: 6 сентябрь 2020.
- ↑ Министерство науки и высшего образования Российской Федерации . Дата обращения: 6 сентябрь 2020. 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ SASCHA - Sustainable land management and adaptation strategies to climate change for the Western Siberian corn-belt . www.uni-muenster.de. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Коллектив исследователей под руководством профессора ТюмГУ изучит открытые городские пространства Арктики . news.utmn.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Акарологи ТюмГУ сегодня работают на трех континентах . news.utmn.ru. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ Гранты и проекты . www.utmn.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Список награждённых орденом Академических пальм (рус.) // Википедия. — 2020-05-02.
- ↑ Центр биобезопасности лесов открыли в Тюменском госуниверситете . ТАСС. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ ТюмГУ открывает новую магистратуру на актуальную правозащитную тематику . news.utmn.ru. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ Бадди ТюмГУ . www.utmn.ru. Дата обращения: 4 май 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ «CultFest»: весь мир за один день . news.utmn.ru. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ Prof. Bharat Bhushan received an Honorary Doctorate from the prestigious University of Tyumen, Russia (инг.).
- ↑ Центр инклюзивного образования. 11 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ История
- ↑ Vesntik TSU (инг.), Vesntik TSU. 12 июнь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Журнал UTMN («Университет и РЕГИОН») 2018 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ В ТюмГУ создали большой Институт социально-гуманитарных наук (СоцГум) (рус.). 18 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ X-BIO — новый научный центр в области изучения фундаментальных основ биологической безопасности растений. 9 май 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Новый образовательный формат: ТюмГУ открывает Школу перспективных исследований (рус.). 18 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ ПОЛИТЕХНИЧЕСКАЯ ШКОЛА ТЮМГУ ОТКРОЕТСЯ 9 СЕНТЯБРЯ (рус.).