Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар
Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар (рус. сосновые боры у устья реки Маты[1]) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы биләмәһендә урынлашҡан ботаник дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Һаҡлау зонаһының майҙаны — 26,6 гектар.
Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар | |
---|---|
Категория МСОП — III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 26,6 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 17 август 1965 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Туймазы урмансылығы |
Урынлашыуы | |
55°14′23″ с. ш. 53°51′15″ в. д.HGЯO | |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБашҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се «Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтарға ботаник дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[1].
Үҫемлектәр япмаһы булған киң япраҡлы-ҡарағай һәм киң япраҡлы-ҡайын-ҡарағай урмандары өҫтөнлөк итә. Икенсе яруста йыш ҡына йүкә осрай. Ҡарағайҙарының йәше — 100—150 йәш. Киң япраҡлы урмандар массивтары араһында үҫкән ошо интрозона ҡарағайлыҡтары — ҡасандыр Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының киңерәк таралған ҡарағай урмандарының һуңғы фрагменттары.
Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар тәбиғәт ҡорматҡыһы өс айырым массив булып урынлашҡан, реликт ҡарағай урмандары 6 өлөшөнән тора.
1-се ҡарағайлыҡ Баҡалы районы Иҫке Маты ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 7 километр алыҫлыҡта, Сөн һәм Маты йылғаларының һыу айырғысында урынлашҡан. Уның сиктәре:
- төньяҡтан — 55°12'15,88" (төньяҡ киңлек), 53°52'9,07" (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көньяҡтан — 55°11'48,49" (төньяҡ киңлек), 53°51'57,87" (көнсығыш оҙонлоҡ).
2-се ҡарағайлыҡ Баҡалы районы Яңы Троицкий ауылынан көньяҡ-көнығышҡа табан 3 километр алыҫлыҡта Сөн йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Уның сиктәре:
- төньяҡтан — 55°14'23,87" (төньяҡ киңлек), 53°51'15,42" (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көньяҡтан — 55°13'51,69" (төньяҡ киңлек), 53°50'13,93" (көнсығыш оҙонлоҡ).
3-сө ҡарағайлыҡ Баҡалы районы Киләй ауылынан көнсығышҡа табан 1,5 километр алыҫлыҡта Сөн йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Уның сиктәре:
- төньяҡтан — 55°16'48,94" (төньяҡ киңлек), 53°52'16,94" (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көньяҡтан — 55°16'21,42" (төньяҡ киңлек), 53°51'55,24" (көнсығыш оҙонлоҡ).
Хужалыҡта файҙаланыу режимын һәм территорияны зоналарға бүлеүҙе билдәләгән документтар: . Һаҡлау режимы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 11.04.2018 йылдың 11 апрелендәге 162-се ҡарары менән билдәләнгән. Ҡарағайлыҡтарҙа тыйылған эшмәкәрлек төрҙәре:
- теләһә ниндәй ағас ҡырҡыу (һайлап санитар ҡырҡыуҙан тыш);
- ағас ултыртыу;
- усаҡ тоҡандырыу;
- янғын хәүефе булған осорҙа килеү;
- мал көтөү;
- файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу;
- ниндәйҙә булһа төҙөлөшөштәр;
- Һаҡланған үҫемлектәрҙең эстетик төрө боҙолоуға йәки юғалыуға килтереүе, шулай уҡ уның үҫеү шарттарында кире сағылыш табыуы мөмкин булған һәр төрлө эшмәкәрлек.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Кучеров Е. В., Кудряшов И. К., Максютов Ф. А. Памятники природы Башкирии. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1974. — 367 с.
- Мулдашев А. А. Сосновые боры у устья реки Маты // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан 2023 йыл 21 ғинуар архивланған.. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с. — С. 73.
- Попов Г. В. Леса Башкирии (Их прошлое, настоящее и будущее). — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — 144 с.
- Республика Башкортостан. Культурное и природное наследие. (Карта Масштаб 1:50 000). (Пояснительный текст к карте, указатели объектов наследия). — М.: Ин-т Наследия. — 36 с.
- Федорако Б. И. Вопросы охраны ценных древесных насаждений Башкирской АССР // Охрана природы и озеленение населенных пунктов. — Уфа, 1961. — С. 45-53.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сосновые боры у устья р Маты Сосновый бор возле устья р Маты . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).