Билал мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Билал ауыл советының Билал ауылында урынлашҡан уҡыу йорто

Билал мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Баймаҡ районы Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Нигеҙләнгән

1897 йыл

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Баймаҡ районы, Билал ауылы

Тарихы үҙгәртергә

Билдәле тарихсы Р. И. Үтәғолов хәбәр итеүенсә, 1897 йылда ике класлы урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Берҙән-бер документ — 1913 йылда Әхмәҙин Кирамдың был уҡыу йортон яҡшы билдә менән тамамлау тураһында бүләкләү ҡағыҙы һаҡланып ҡалған.

Граждандар һуғышынан һуң тулыһынса совет мәктәбе итеп үҙгәртелә. Тәүҙә (1919—1920 йылдарҙа) мәктәптә тик малайҙар ғына уҡый. Башҡа ауылдарҙан балалар йөрөп уҡымай. 1918—1919 йылдарҙа уҡыу бушлай була. Мәктәптә ике ир-ат уҡытыусы эшләй: Канюков Ғәйфулла Ғарифулла улы һәм Сәлмәнов Ишмөхәмәт. 1920 йылдың 31 декабрендә 16 малай уҡый. Совет власының тәүге йылдарында Рәмеева Хөсниямал етәкселеге аҫтында 50 балаға балалар йорто асыла. Был приютта яҡындағы тораҡ пункттарҙан 250—300 бала тәрбиәләнә.

1930 йылда мәктәп Крәҫтиән йәштәре мәктәбе (ШКМ) тип үҙгәртелә. Әбйәлил районының бөтә ауылдарынан тиерлек — Хәлил, Ишҡол, Әлмөхәмәт, Амангилде, Ҡырҙас, Ҡолоҡас, Мәхмүт, Ярлыҡап һ. б. ауылынан уҡырға киләләр. ШКМ ете йыллыҡ була. 1935 йылдан мәктәп тулы булмаған урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

1939—1940 уҡыу йылында яңы ике ҡатлы мәктәптә уҡыу башлана.

1950 йылдан мәктәптә тейешле белемле уҡытыусылар туплана башлай. 1960 йылдың сентябрендә Билал тулы булмаған урта мәктәбендә 8 класс була. Ул 1969 йылда тулы урта мәктәпкә әүерелә.

1981 йылда 320 урынлыҡ заманса урта мәктәп бинаһы төҙөлә. Комсомол, Таһир, Өмөтбай ауылдарында урта мәктәптәр асылғанға тиклем төп мәктәп була. Мәктәп яны интернатында 80 — 110 тәрбиәләнеүсе йәшәй.

Етәкселәре үҙгәртергә

Уҡытыусылары үҙгәртергә

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр үҙгәртергә

  • Ҡаһарманова Н. А. — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы
  • Биргәнова Э. Ш. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Күсәбаева-Мостафина Р. Р. — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы баш белгесе

Мәктәпте миҙалға тамамлаусылар үҙгәртергә

  • Заманова Лилиә Ишбулат ҡыҙы — көмөш миҙал (1986). 1969 йылдың 20 ғинуарында Билал ауылында тыуған. 1986 йылда Билал мәктәбен тамамлай һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. 1991 йылда Йылайыр районында хеҙмәт юлын башлай. 1994 йылда Матрай ауылы мәктәбендә математика дәрестәре алып бара. 1995−2002 йылдарҙа — мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары. 2002 йылдан — мәктәп директоры. 2010 йылда Башҡортостан мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була.
  • Кәримова Нәркәс Вил ҡыҙы — көмөш миҙал (1986).
  • Ғәбдрәшитова Айгөл Әбүзәр ҡыҙы — көмөш миҙал (2003). 1986 йылдың 10 майында Билал ауылында тыуған. 1992—2003 йылдарҙа Билал мәктәбендә уҡый. 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлай.
  • Сирусина Альбина Рәжәп ҡыҙы — көмөш миҙал (2004).

Матбуғатта үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә