Маслов Василий Иванович
Маслов Василий Иванович (1924 йыл — 8 октябрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, лейтенант, Советтар Союзы Геройы.
Маслов Василий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1924 |
Тыуған урыны | Анновка ауылы, Йылайыр ауыл Советы (Йылайыр районы), Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 8 октябрь 1944 |
Вафат булған урыны | Латвия |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | танковые войска СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМаслов Василий Иванович 1924 йылда Башҡорт АССР-ы Йылайыр районының Анновка ауылында тыуған.
Урыҫ. Белеме урта. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Һуғышҡа тиклем колхозда эшләй.
1942 йылдың авгусында Йылайыр район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Василий Иванович 1943 йылда танк училищеһын тамамлай.
1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 79-сы танк бригадаһының 3-сө танк батальоны адъютанты (19-сы танк корпусы, 6-сы гвардия армияһы, 1-се Балтик буйы фронты) лейтенант В. И. Маслов Латвия ССР-ы территорияһында батырлыҡ күрһәтә.
1944 йылдың 8 октябрендә Масловтың танкы яндырыла, үҙе батырҙарса һәләк була[1]. Вайнёде ҡасабаһында ерләнгән (Лиепая районы, Латвия)[2].
Батырлығы
үҙгәртергә«79-сы танк бригадаһының 3-сө танк батальоны адъютанты (19-сы танк корпусы, 6-сы гвардия армияһы, 1-се Балтик буйы фронты) лейтенант В. И. Маслов 1944 йылдың 8 октябрендә „Элкуземе“ (Лиепайский районы, Латвия) тимер юл станцияһы янындағы һуғышта батырлыҡ күрһәтә.
Ул етәкләгән разведка батальоны дошман автоколоннаһының юлын киҫә һәм ике танкыһын, штурм орудиеһын, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 65 машинаһын, 8 бронетранспортерын, күп дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Тимер юл станцияһы территорияһына баҫып инеп, разведка батальоны һуғыш кәрәк-яраҡтары менән эшелонды ҡулға төшөрә. Лейтенант Масловтың танкы атып төшөрөлә, ә ул үҙе ике тапҡыр яралана. Әммә ҡыйыу совет офицеры һуңғы һулышына тиклем көрәшә һәм батырҙарса һәләк була».
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Маслов Василий Ивановичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[3].
- Ленин ордены (24.03.1945).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03.10.1944)[4].
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (22.12.1943)[5].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (24.04.1944)[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 626/30, л. 41/291—293).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 6551, л. 1, 14, 15).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1981, л. 2, 25, 26).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1378, л. 2, 30, 31).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. — уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Маслов Василий Иванович . «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей Боевой Славы: Маслов Василий Иванович 2015 йыл 19 июнь архивланған..