Мария Гажич
Мария Гажич (бел. Марыя Гажыч, 20 март 1860 йыл, Вишера, Курск губернаһы — 13 сентябрь 1935 йыл, Гродно) — белорус рәссамы, реставратор, педагог, йәмәғәт эшмәкәре.
Мария Гажич | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Польша Республикаһы[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | пол. Maria Nowina-Chrzanowska |
Тыуған көнө | 20 март 1860 |
Тыуған урыны | Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 сентябрь 1935 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Гродно[d], Белостокское воеводство[d], Польша Республикаһы[d] |
Ерләнгән урыны | Старое католическое фарное кладбище (Гродно)[d] |
Атаһы | Tadeusz Chrzanowski[d] |
Хәләл ефете | Константин Гажич[d] |
Нәҫеле | Q106580563? |
Һөнәр төрө | рәссам, католическая монахиня |
Уҡыу йорто | Академия Жюлиана[d] |
Кемдә уҡыған | Войцех Герсон[d], Тони Робер-Флёри[d], Вильям Бугро[d] һәм Жюль Жозеф Лефевр[d] |
Монашеский орден | Назаретанки[d] |
Жанр | портрет[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Национальный музей в Варшаве[d] һәм Национальный музей[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Maria Gażycz |
Мария Гажич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМария тимер юлы һәм Курск губернаһында күперҙәре төҙөлөшөндә эшләгән юғары вазифалы чиновник Тадеуш Хшановский ғаиләһендә тыуған. Марияның әсәһе, эльжбета Нобель, швед аристократияһынан сыҡҡан. Ғаиләлә дүрт бала булған, һәм ғаилә бай йәшәгән. Ҡышҡы айҙарҙа башлыса Варшавала үткәргәндәр, йәй Европа буйлап сәйәхәт иткәндәр. Йыш ҡына улар Волковыск янындағы атаһының Сегеневщину (белор.)баш. имениеһына барғандар, унда аталары Свислоч урманында һунар итергә йөрөгән.
Хшановский балалары башланғыс белемде йортта ала, бында телдәр өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленә, бының өсөн уҡытыусыларҙы Франциянан һәм Англиянан саҡырғандар. Сәнғәт белемен Мария 1874–1878 йылдарҙа Варшавала Петербург художество академияһын тамалаған Войцех Герсондың рәсем класында ала. Унда Мария Киевтан килгән ярлы табибтар ғаиләһенән Анна Билинская менән дуҫлаша, Анна буласаҡта күренекле поляк рәссамы, һынлы сәнғәттә реалистик йүнәлештең сағыу вәкиле була.
1886 йылда Мария Парижда Жюлиан академияһында уҡыуын дауам итә, унда уҡытыусылары Тони Робер-Флёри, Вильям Бугро һәм Жюль Лефевр була. 1886 йылдың декабрендә инде мәктәп конкурсында бүләк ала[1]. Нәҡ Марияның финанс ярҙамы менән һуңыраҡ Парижда Жюлиан академияһында Анна Билинская ла белем ала.
Мария 1878 йылда Варшавала сәнғәттәрҙе дәртләндереү йәмғиәте күргәҙмәһендә («Захэнца») беренсе тапҡыр сығыш яһай[2]. Шул уҡ йылда ул Константин (Клементий-Владимир) Гажичҡа (1848-1900) кейәүгә сыға, уның Сегеневщины янында Тополяна имениеһы була. Туйҙан һуң Тополянаға күсеп килә[3].
1879 йылда ул Пружаны районынан килгән билдәле поляк яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Юзеф Крашевскийға бүләк итеп ойошторолған поляк рәссамдары әҫәрҙәренең альбомын төҙөүҙә ҡатнаша.
Гродно костёлы өсөн башҡарылған эштәр галереяһы
үҙгәртергә-
«Изге Климент» — Гродноны ҡурсалаусы, Гродно костелының миһрабы өсөн яҙылған
-
«Изге Иосиф-балта оҫтаһы»
-
«Иисус - Изге Мәхәллә башлығы»
-
«Ғиффәтле Богоматерь»
-
«Изге Апостол Пётр»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Маліноўская-Франке Н. Забытая мастачка святла: жыццёвы і творчы шлях Марыі Гажыч // Роднае слова. — Мн., 2009. — № 3. — С. 97-99.
- ↑ Грамыка М. В. Беларускі пейзажны жівапіс першай паловы XX стагоддзя. — Мн.: Беларуская навука, 2011. — С. 147. — 164 с. — ISBN 978-985-08-1348-0.
- ↑ Маліноўская Т. Р., Маліноўская-Франке Н. А. Гродзенскі брыгітскі кляштар і назарэтанкі (1790-е―1930-е гг.) // Хрысціянства у гістарычным лёсе беларускага народа. — Гродна: ГрДу, 2009.