Волковыск (бел. Ваўкавыск, пол. Wołkowysk) — Белоруссияның Гроднен өлкәһендәге ҡала. Ул Гроднен өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Россь йылғаһы буйында урынлашҡан. Волковысский районының административ үҙәге.

Волковыск
бел. Ваўкавыск
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1005
Рәсем
Рәсми атамаһы Ваўкавыск
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) Vaŭkavysk
Дәүләт  Беларусь
Административ үҙәге Волковысский уезд[d], Волковысский повет[d], Волковысский район[d], Q9269081?, Волковысский повет[d] һәм Волковысский сельсовет[d]
Административ-территориаль берәмек Волковысский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 41 510 кеше (1 ғинуар 2024)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 161 ± 1 метр һәм 170 метр[2]
Туғандаш ҡала Седльце, Гусев[d], Шолданешты һәм Владимир[3][4][5]
Майҙан 79 км²
Почта индексы 231900
Рәсми сайт volkovysk.grodno-region.by/…
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1252
Урындағы телефон коды 1512
Номер тамғаһы коды 4
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Волковыска[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Волковыске[d]
Карта
 Волковыск Викимилектә

Көнсығыш Европалағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе булып тора Волковыск; ул Х быуатта барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә, әммә мәғлүмәттәрҙең аҙлығы арҡаһында ҡалаға ҡасан нигеҙ һалынғанлығын белеп булмай. Археологик ҡаҙыныуҙар боронғо славяндар ултырағы бында Х быуат аҙағында уҡ булғанлыҡты иҫбатлай.

Иртә Урта быуат

үҙгәртергә

Оҙайлы дәүер дауамында ҡала беренсе тапҡыр 1252 йылда Ипатьевский йылъяҙмаһында телгә алына, унда галич-волынский кенәзе Даниил һәм уның ағаһы Василька Романовичтарҙың Миндовганың литва ерҙәрен тартып алыуы тураһында яҙылған. Хәҙер раҫланыу буйынса ҡала «завет Туровской епископи заветъ блаженного Владимира» ҡулъяҙма патеригында 1005 йылда[сығанаҡ?] телгә алына.

Урта быуаттарҙа Волковыск ҡала-ҡәлғә булған, ул балттар менән славяндар йәшәгән ерҙәр сигендә торған. Хәҙерге Волковысский районы территорияларында дреговичтар һәм ятвягтарҙың ҡәбиләләре йәшәгән.

Волковыск ҡалаһы Замчище, Муравельник ҡалҡыулыҡтарында һәм Швед тауҙарында ята һәм Днепр, Көнбайыш Буг һәм Неман бассейндарын берләштерә: Волковыя йылғаһы Росскә, Россь — Неманға, ә Неман — Балтик диңгеҙенә сығырға мөмкинлек бирә. Волковыск аша «гректарҙан варягтарға» бара торған диңгеҙ юлы ятҡан, ул Балтик диңгеҙен йылғалар һәм үткәүелдәр системаһы аша Ҡара диңгеҙ менән тоташтырып торған. Ҡалала сауҙагәрҙәр һәм һөнәрселәр йәшәгән, унда ҡорал һәм һуғышсылар өсөн тимер кейемдәр эшләгәндәр, өҫ кейеме һәм аяҡ кейемдәре теккәндәр, тире эшкәртеү, һауыт-һаба эшләү, шарап әҙерләү, һыра бешереү менән шөғөлләнгәндәр.

Бөйөк Литва кенәзлеге

үҙгәртергә

ХII быуатта ҡала Литва кенәзлегенең үҙәге була. ХIII быуатта тулыһынса Бөйөк Литва кенәзлеге составына инә.

1258 йылда Галич кенәзе Даниил Романович ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып ала.

1277 йылда рус кенәздәре Мстислав Данилович, Владимир Василькович һәм Юрий Львовичтарҙың ғәскәрҙәре литва кенәздәренә ҡаршы поход яһаған саҡта төнгөлөккә Волковыскийҙа туҡтап ҡуна. Һуңғы тапҡыр йылъяҙмаларҙа Волковыск 1289 йылда телгә алына. Унда литва кенәздәре Будикид һәм Будивид Волковыскийҙы кенәз Мстислав Даниловичҡа тапшырыуы тураһында яҙыла.

16.03.1410 йылда ҡаланы тевтон ордены рыцарҙары Ульрих фон Юнгинген етәкселегендә баҫып ала. Волковыскийҙең хоругваһы 1410 йылда Грюнвальд һуғышында ҡатнаша. 1430 йылда кенәз Витовт Вволковыскийҙа Изге Николай костелын төҙөй.

1503 йылда ҡала Магдебург хоҡуғына эйә була. 1507-1795 йылдарҙа Волковыск Новогрудский воеводствоһы составына инә. 1513 йылда Волковыск ҡалаһында 9 урам була. 1536 йылдан алып Пречистенский сиркәүе телгә алына, 1598 йылда иезуиттар кляшторына нигеҙ һалына. Волковыскийҙың сенаторҙар һәм Бөйөк Литва кенәзлеге (ВКЛ) илселәре съездарының урыны булып та торған ваҡыты була.

Речь Посполитая

үҙгәртергә

XVI быуатта Речь Посполитая составына инә. XVII быуаттың башында билдәле шағиры тәшкил Пашкевич Казимир Ян старосталыҡ инвентарын иҫәпкә ала (ул Бөйөк Литва ҡаҙналығында эшләгәнлеге менән билдәле). Быуат уртаһы «Кровавый потоп» исеме аҫтында аталып йөрөтөлгән. 1654 йылда берләшкән Литва-Польша ғәскәрҙәре швед ғәскәрҙәре менән алыша, Волковыск ҡалаһына Карл Х шведтары баҫып инә. 1654—1667 йылдарҙа Рәсәй Речь Посполитая менән һуғышҡанда ҡала ике тапҡыр рус ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынаһәм ныҡ емерелә. ҡаланың административ үҙәге булып Волковыя йылғаһы буйындағы замок тора. xviii быуат аҙағында ҡалала 362 йорт иҫәпләнә, унда 2127 кеше йәшәй.

1736 йылда Линовский аҡсаһына иезуиттар миссияһы төҙөлә. 1747 йылда иезуиттар мәктәбе асыла. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Волковыскийҙа пиарҙарҙың һәм мариовитоктарҙың монастыры эшләй. 1794 йылда, Т.Костюшка ихтилалы ваҡытында. ҡала ихтилал күтәреүселәр ҡулында тора.

Рәсәй империяһы

үҙгәртергә

Речь Посполитаяның өс тапҡыр (1772, 1793, 1795) бүленеүе арҡаһында хәҙерге Белоруссия ерҙәре Рәсәй империяһы составына инә. 1812 йылда Волковыск ҡалаһында 2-се көнбайыш армияһының (П И. Багратион командалығы аҫтында (хәҙерге ваҡытта был йортта П. И. Багратион музейы) штаб-фатиры урынлашҡан. Был һуғыш ваҡытында Волковыск француздар оккупацияһын аэләгә һәм ныҡ емерелә.

1860 йылда ҡалала 492 йорт була, 3472 кеше йәшәй, 2 мәктәп, костел, сиркәү, 7 ғибәҙәт ҡылыу йорттары, синагога, 2 тирмән, дауахана, кирбес заводы, 58 магазин һанала.

1885 йылда Волковыск аша Барановичи — Белосток тимер юлы үтә, уның буйынса йылына 26 миллион бот йөк ташыла. Был сәнәғәт үҫешен стимуллаштыра, 1891 йылда ҡалала 19 сәнәғәт предприятиелары һәм фабрикалары эшләй. 1897 йылда ҡала халҡы 10 323 кеше тәшкил итә. Был XIX быуаттың иң ҙур ҡала һәм тимер юл станцияһы була . 22 предприятие иҫәпләнә. 19051907 йылдарҙағы революцияла Волковыскийҙа һәм уның тирә-йүнендә эшселәрҙең сығыштары, ауыл халыҡтарының забастовкалары, армияға яңы алынған һалдаттарҙың тулҡынланыуы була.

Беренсе донъя һуғышы

үҙгәртергә

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ҡалала Төньяҡ-көнбайыш фронттың баш командующийының штабы тора. 1915 йылда немец ғәскәрҙәре ҡаланы оккупацияға ала.

1919 йылдың 1 ғинуарында КП(б)Б съезының резолюцияһына ярашлы Волковыск Белорус ССР-ы составына инә.

Польша составында

үҙгәртергә

1919 йылдың февралендә ҡаланы поляк ғәскәрҙәре баҫып ала, ләкин шул уҡ йылдың июлендә Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре уларҙы ҡыуып сығара. 1920 йылдың сентябрендә ҡаланы тағы ла поляк ғәскәре оккупациялай. 1921 йылғы Рим тыныслыҡ килешеүе шарттары буйынса ҡала Польша составына инә һәм Белосток поветының үҙәге булып тора. Ҡалала ҡорос ҡойоу заводы, ике ағас бысыу һәм ике кирбес заводтары эшләй. Ҡала янында цемент заводы төҙөлә. 1939 йылда Волковыск Белоруссия ССР-ы составына инә һәм 1940 йылда район үҙәге булып китә.

Бөйөк Ватан һуғышы

үҙгәртергә

Һуғыштың тәүге көнөндә үк районда дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш башланып китә. 28.06.1941 йылда ҡала немец-фашист илбаҫарҙарының оккупацияһына эләгә. Ҡалала концентрацион лагерь һәм гетто төҙөлә, 20 000 артыҡ кеше унда һәләк була, геттола 10 000-дән ашыу йәһүд үлтерелә.1942 йылдың февраленән башлап ҡалала район антифашист ойошмаһы эшләй башлай. «В 1942 году в урочище Пороховня расстреляны 4146 евреев, жителей Волковыска. 7 июля 1943 года полностью сожжена деревня Шауличи с её 366 жителями. По обобщенным данным за годы оккупации в Волковысском районе расстреляно 9664 человека, повешено 4. В это же время на фронтах Великой Отечественной войны погиб 1101 житель района»[6].

1944 йылдың 14 июлендә ҡала 2-се белорус фронты тарафынан Белосток операцияһында немецтарҙан азат ителә, фронттың 11 хәрби частына «Волковысский» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Волковыск ерҙәре немец оккупацияһы тарафынан ныҡ зыян күрә. Районда 9664 кеше атып үлтерелә, аҫыла — 4. Шул уҡ ваҡытта район халҡының 1101 кешеһе Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк була[7].

Һуғыштан Һуңғы Волковыск

үҙгәртергә

Хәҙерге заман

үҙгәртергә

1897 йылғы Беренсе бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ҡаланың халҡы 10 323 кеше тәшкил иткән була (5982 ҡатын-ҡыҙҙар һәм 4341 ир-егеттәр), шуларҙың 5528 йәһүдтәр, 2716 православие һәм 1943 рим-католик диненә ҡарай[8].

Халыҡ һаны 2013 йылда 43,9 мең кеше тәшкил итә[9].

Волковысский районында 29 сәнәғәт предприятиелары эшләй, улар араһында 8 — дәүләт милкенә ҡараған, 4 акционерҙар йәмғиәте, бер кооператив предприятие, 12 бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары бар. Волковысский районында иң ҙур предприятие булып ААЙ «Красносельскстройматериал», ААЙ «Волковысский комбинаты» ААЙ «Беллакт», ААЙ «ВолМет» тора. Уларҙың продукцияһы Белоруссияла ғына түгел, унан ситтә лә ныҡ билдәле.

Волковысский районында 5 ауыл хужалығы кооперативы, төрлө милекккә ҡараған 8 унитар предприятие, ҡошсолоҡ фабрикаһы, 66 886 гектар ер бар.

Төҙөлөш тармағы 15 ойошманан тора.

Ҡалала холоҡ төҙәтеү колонияһы № 11 (ир-ат, ҡаты режимда) бар.

Транспорт

үҙгәртергә

Волковыск-Ҡала һәм Волковыск-Үҙәк тимер юл станциялары Волковыскийҙың транспорт системаһын үҙ эсенә алған, унда локомотив депоһы, « БелЖД Барановичи бүлексәһенең» юл дистанцияһы, автовокзал, «автобус паркы № 4» бар.

Мәҙәниәт һәм белем алыу

үҙгәртергә

Районда тимер юлсыларҙың Мәҙәниәт йорто, Район мәҙәниәт йорто, район методик үҙәге, П. И. Багратион исемендәге хәрби-тарихи музей, һөнәрселек үҙәге, сәнғәт мәктәбе, биш китапхана учреждениеһы, «Йәшлек» кинотеатры, 7 урта белем биреүсе мәктәп[10]), 2 гимназия, аграр һәм педагогия колледждары бар.

2005 йылда «Волковыск ҡалаһына — 1000 йыл» тулыу байрамы үткәрелә.

Ҡалала 2 махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы мәктәбе, профсоюздарҙың 2 балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары эшләй.

Ҡалала шулай уҡ мотокросс трассаһы бар, унда Беларусь Республикаһының асыҡ чемпионаттары үткәрелә.

Символикаһы

үҙгәртергә
 
Католиктарҙың Изге Вацлав ҡорамы

Волковыск ҡалаһының гербы һәм флагы Волковысский район башҡарма комитеты тарафынан № 225 ҡарары буйынса 2001 йылдың 12 апрелендә раҫланған.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Изге Вацлав католиктар ғибәҙәтханаһы, 1848 йыл
  • П. И. Багратион исемендәге хәрби-тарихи музей
  • Изге Николай православие сиркәүе, 1874 йыл

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Белоруссия ҡалалары
  • Волковысский геттоһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность населения на 1 января 2024 г. и среднегодовая численность населения за 2023 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов, поселков городского типаНациональный статистический комитет Республики Беларусь, 2024.
  2. GeoNames (ингл.) — 2005.
  3. https://www.vladimir-city.ru/international/partners/volkovysk/index.php
  4. https://www.vladimir-city.ru/upload/static/international/Volkovysk.pdf
  5. https://www.vladimir-city.ru/international/partners/
  6. История // Официальный сайт Волковысского райисполкома 2015 йыл 3 июнь архивланған.
  7. Гродненская губерния // Населенные места Российской империи в 500 и более жителей с указанием всего наличного в них населения и числа жителей преобладающих вероисповеданий, по данным первой всеобщей переписи населения 1897 г. 2011 йыл 21 ноябрь архивланған. / Предисл.: Н. Тройницкого. — СПб.: Общественная польза, 1905. — С. 44.
  8. Характеристика района 2014 йыл 14 июль архивланған.
  • Зверуго Я. Г. Древний Волковыск (X—XIV вв.) / Я. Г. Зверуго; Рецензенты: кандидаты ист. наук Ю. И. Драгун, А. Г. Митрофанов; Институт истории АН БССР. — Минск: Наука и техника, 1975. — 144 с. — 6 400 экз. (в пер.)
  • Чантурия В. А. Архитектурные памятники Белоруссии / В. А. Чантурия; Оформление Э. Э. Жакевича. — Минск: Полымя, 1982. — С. 136—137 (Волковыск). — 224 с. — 30 000 экз. (в пер.)

Топографик картаһы

үҙгәртергә
  • Карта бите N-35-XXV Волковыск. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1991 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә