Марин Гетальдич (хорв. Marin Getaldić; 2 октябрь 1568 йыл — 11 апрель 1626 йыл) — хорват математигы һәм физигы.

Марин Гетальдич
хорв. Marin Getaldić
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Венеция республикаһы[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме хорв. Marin Getaldić[2]
Ҡушамат Bete
Тыуған көнө 2 октябрь 1568[2]
Тыуған урыны Дубровник[d], Дубровник республикаһы[d][2][3]
Вафат булған көнө 11 апрель 1626({{padleft:1626|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2] (57 йәш)
Вафат булған урыны Дубровник[d], Дубровник республикаһы[d][2][3]
Ерләнгән урыны Dominican Church and Monastery in Dubrovnik[d][4]
Һөнәр төрө математик, физик
Эшмәкәрлек төрө математика[5] һәм физика[5]
Уҡыу йорто Францисканский монастырь[d][2]
Кемдә уҡыған Франсуа Виет[d] һәм Христофор Клавиус[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Марин Гетальдич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Абруйлы ғаиләлә алты баланың береһе булып тыуа. Башланғыс белемде тыуған ҡалаһында ала. 1588 йылда Дубровник республикаһының Оло советы ағзаһы була. 1595 йылда бер иптәше менән Лондонға сығып китә, 1597—1599 йылдарҙа Антверпенда француз математигы Мишель Куаньела белем ала һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙә беренсе аҙымдарын эшләй. Унан һуң ул Францияға юллана һәм Парижда уның артабанғы математик тикшеренеүҙәренә ҙур йоғонто яһаған Франсуа Виет менән осраша. Италияла Гетальдич Галилео Галилей, Христофор Клавий һәм Кристофер Грюмбергер менән таныша. Ошонда уҡ ул тәүге ғилми хәҙмәттәрен баҫтыра. 1603 йылда Дубровникка әйләнеп ҡайта, унда Бет мәмерйәһендә параболик көҙгөләр менән тәжрибә үткәрә һәм оптиканы өйрәнә. 1606 йылда Истанбул солтанына яһаҡ килтергән ике эмиссарҙың береһе була[6].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
 
Variorum problematum collectio, 1607

Гетальдич Истанбулдың һәм Дубровниктың киңлектәрен билдәләй. Шулай уҡ ул астрономик үлсәүһеҙ Ерҙең күләмен һанап сығара, бының өсөн ул замана өсөн иң теүәл булып сыҡҡан һәм үлгәндән һуң ғына баҫтырылған «De resolutione et compositione mathematica» («Математикала аналитика һәм синтетика тураһында», 1630) исемле хеҙмәтендә тасуирланған үҙенсәлекле геодезик методиканы ҡуллана.

Уның беренсе баҫмаһы, «Promotus Archimedis seu de variis corporum generibus gravitate et magnitudine comparatis» (1630), төрлө есемдәр өсөн ауырлыҡ һәм күләм араһындағы нисбәтте билдәләй. Уның «Nonnullae propositiones de parabola»Парабола тураһында бер кәлимә һүҙ», 1603) хеҙмәтендә үҙенең тәжрибәләренән сығып, парабола көҙгөләрен барлыҡҡа килтереү өсөн түңәрәк тура конустың арҡыры киҫелештәре генә түгел, ә теләһә ниндәй параболалар ярай, тип иҫбатлай. «Supplementum Apollonii Galli seu exsuscitata Apollonii Pergaei Tactionum geometriae pars reliqua» (1607) китабы менән Гетальдич Виеттың «Тейеү нөктәләре»(«Касания») исемле хеҙмәтен тулыландыра (әлеге хеҙмәтендә Виета Аполлоний Пергскийҙың әҫәрҙәрен тергеҙергә маташа). «Variorum problematum Collectio» (1607) иҫемле хеҙмәте 42 математик проблеманың сиселешен үҙ эсенә ала. Гетальдичтың хеҙмәттәре геометрияның алгебраға үтеп инеүенә ҙур йоғонто яһай һәм һөҙөмтәлә аналитик геометрия барлыҡҡа килә[6].

1968 йылда Загребта «Opera omnia» исеме аҫтында Гетальдичтың хеҙмәттәренең тулы йыйынтығы нәшер ителә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә