Манин Юрий Иванович
Манин Юрий Иванович (16 февраль 1937, Симферополь, СССР) — совет һәм америка математигы, алгебраик геометр, педагог.
Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991; 1990 йылдан — СССР Фәндәр академияһының)[9]. Нидерланд фәндәр Король академияһы, Геттинген Фәндәр академияһы, «Леопольдина» академияһы, Франция фәндәр академияһы (2005)[10], Америка фән һәм сәнғәт академияһы һәм Папа фәндәр академияһы (Ватикан) (1996) ағзаһы. Сорбонна, Осло Университеты һәм Уорикский университетының Почетлы докторы. Коммутатив булмаған алгебраик геометрияға һәм квант информатикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Биографияһы
үҙгәртергәСимферополдә, Ҡырым педагогия институты студенттары Иван Гаврилович Манин (1913—1943) һәм Ревекка Зиновьевна Миллер ғаиләһендә тыуған[11][12]. Атаһы география факультетын тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы итеп ҡалдырыла[13]. Әсәһе филология факультетын тамамлай һәм һуңғараҡ яҙыусы, декабрист А. А. Бестужев тураһында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Бала сағын Симферополдә Субхи урамындағы 16-сы йортта әсәһе яғынан өләсәһе һәм олатаһы йортонда уҙғара. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ғаилә пединституты менән Махачкалаға, унан Чарджоуға һәм Мирзачулгә эвакуациялана. 1943 йылдың көҙөндә атаһы фронтта хәбәрһеҙ юғала (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1941 йылда)[14]).
1945 йылда әсәйе менән Симферополгә ҡайта (Һуңыраҡ әсәһе Ҡырым нәшриәтендә нәфис әҙәбиәттең баш мөхәррире була, ләкин космополитизмға ҡаршы көрәш кампанияһы барышында эштән бушатыла). Мәктәп йәшендә Юрий Иванович Манинға Виноградовтың «Основы теории чисел» китабы ҙур йоғонто яһай; 15 йәшендә ул Виноградовҡа үҙе тапҡан түңәрәк эсендәге бөтөн нөктәләр һаны өсөн формула дөйөмләштерелеүен ебәрә.
1953 йылда урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын, һуңынан шунда уҡ Игорь Ростиславович Шафаревичтың ғилми етәкселеге аҫтында аспирантураны тамамлай.
Физика-математика фәндәре буйынса 1961 йылда кандидатлыҡ, ә 1963 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай.
1960—1992 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институтында алгебра бүлегендә эшләй.
1965—1992 йылдарҙа Мәскәү университетында эшләй. 1967 йылда юғары алгебра кафедраһы профессоры була.
1992—1993 йылдарҙа C Массачусетс технология институты профессоры.
1993 йылда Германияға күсә һәм Макс Планк Йәмғиәтенә ҡабул ителә.
1993—2005 йылдарҙа Макс Планк математика институты директорҙашы (Бонн).
2002 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Төньяҡ-көнбайыш университеты (АҠШ) профессоры.
2005 йылдан Макс Планк математика институтының атҡаҙанған профессоры (Бонн).
Уның киң билдәле булған уҡыусылары В. Г. Дринфельд һәм В. А. Исковских.
Ағалы-ҡустылы Стругацкийҙарҙың «За миллиард лет до конца света» фантастик повесынан Вечеровскийҙың прототибы[15].
Фәнни ҡаҙаныштары
үҙгәртергәМатематика һәм физиканың өр-яңы асыштарына әүҙем ҡыҙыҡһыныу Ю. И. Маниндың ғилми эшмәкәрлегенең төп үҙенсәлеге булып тора. Уҡыусылары һәм коллегалары менән хеҙмәттәшлектә ул алгебраик геометрия (шул иҫәптән — коммутатив булмаған), дифференциаль тигеҙләмәләр, кодтар теорияһы, һандар теорияһы, категориялар теорияһы, математик физика, суперсимметрия, квант төркөмдәре, көҙгө симметрияһы, квант иҫәпләмәләре буйынса хеҙмәттәр яҙа. Бөтә күрһәтелгән өлкәләрҙә уның идеялары бөгөнгәсә ҙур әһәмиәткә эйә.
Мәҫәлән, ул алгебраик төркөмдәр теорияһын эшләүгә мөһим өлөш индерә; параметрға бәйле алгебраик күп төрлөлөктәрҙә дифференциаль операторҙар ысулын эшләй, уның нигеҙендә функциональ ҡырҙар өсөн Мордель проблемаһын хәл итә; М. Атья, В. Г. Дринфельд һәм Н. Хитчин менән берлектә Янг — Миллс инстантондарының алгебра-геометрик тасуирламаһын эшләй.
Мауығыуҙары
үҙгәртергәӘҙәбиәт, шиғриәт, психология, философия, сит телдәр һәм туризм менән мауыға.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Математиктың олатаһы, Юзовкала тыуып үҫкән Зиновий Григорьевич (Зундель Гиршевич) Миллер (1879—1943) йәш сағында урындағы драма театры өсөн пьесалар яҙа, һуңыраҡ журналист булып эшләй, 1916 йылдан алып ғаиләһе менән Симферополдә йәшәй. Уның тарихи драмалары: «Месть Горофы» (3 шаршауҙа) — 1898 йылда, «Юдифь» (4 шаршауҙа) — 1900 һәм 1904 йылдарҙа, «Фегора» (5 шаршауҙа) 1900 йылда нәшер ителә.
- Апайы (әсәһенең һеңлеһе) — әҙәбиәт белгесе һәм тәржемәсе Рашель Зиновьевна Миллер-Будницкая (1906—1967), филология фәндәре кандидаты, Редьярд Киплинг, Шолом-Алейхем һәм башҡа яҙыусылар ижады буйынса тәржемәләр һәм эштәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Мәскәү математика берләшмәһенең 1963 йыл премияһы
- Ленин премияһы, 1967 йыл, алгебраик кәкреләр һәм Абель төрлөлөгө теорияһы буйынса эштәр өсөн
- Алтын Брауэр миҙалы (1987)
- Математика буйынса Неммерс премияһы (1994)
- Математика буйынса Рольф Шок премияһы (1999)
- Черн саҡырылған профессоры (1999)
- Король Фейсалдың халыҡ-ара премияһы (2002)
- Кантор миҙалы (2002)
- Бойяи премияһы (2010)
- Эйлер лекцияһы (2016).
2000 йылда Европа математика конгресында пленар доклад яһай.
Китаптары
үҙгәртергә- Манин Ю. И. Лекции по алгебраической геометрии. Часть 1: Аффинные схемы. — М.: МГУ, 1970. — 133 с.
- Манин Ю. И. Лекции по алгебраической геометрии. Часть 2. К-функтор в алгебраической геометрии. — М.: МГУ, 1971. — 86 с.
- Манин Ю. И. Кубические формы: алгебра, геометрия, арифметика. — М.: Физматлит, 1972,— 304с.
- Манин Ю. И. Десятая проблема Гильберта // Современные проблемы математики: Сборник. — М.: ВИНИТИ, 1973
- Манин Ю. И. Лекции по математической логике. В 2-х частях. — М.: МГУ, 1974,— 133+69 с.
- Манин Ю. И. P-адические автоморфные функции — М.: ВИНИТИ, 1974,— 92 с.
- Манин Ю. И. Алгебраические аспекты нелинейных дифференциальных уравнений. — М.: ВИНИТИ, 1978,— 150 с.
- Манин Ю. И. Доказуемое и недоказуемое. — М.: Советское Радио, 1979,— 88 с.
- Манин Ю. И. Математика и физика. — М.: Знание, 1979. — 33 с.
- Манин Ю. И. Вычислимое и невычислимое. — М.: Советское радио, 1980. — 128 с.
- Манин Ю. И. Калибровочные поля и комплексная геометрия. — М.: Наука, 1984. — 336 с.
- Кострикин А. И., Манин Ю. И. Линейная алгебра и геометрия. — М.: Наука, 1986. — 304 с.
- Гельфанд С. И., Манин Ю. И. Методы гомологической алгебры. Введение в когомологии и производные категории. Том 1. — М.: Наука, 1988,— 416с.
- Манин Ю. И., Панчишкин А. А. Введение в теорию чисел. — М.: ВИНИТИ, 1990. — 135 с.
- Manin, Yu. Topics in noncommutative geometry. — Princeton University Press, 1991
- Кобзарев И. Ю., Манин Ю. И. Элементарные частицы. Диалоги физика и математика. — М.: ФАЗИС, 1997. — 208 с.
- Manin, Yu. Frobenius manifolds, quantum cohomology, and moduli spaces. — American Mathematical Society, 1999.
- Манин Ю. И. Математика как метафора. — М.: МЦНМО, 2008. — 400 с.
- Манин Ю. И., Панчишкин А. А. Введение в современную теорию чисел. — М.: МЦНМО, 2009. — 552 с.
- Манин Ю. И. Введение в теорию схем и квантовые группы. — М.: МЦНМО, 2012. — 256 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #121177580 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ ResearchGate — 2008.
- ↑ Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ В возрасте 85 лет умер известный математик Юрий Манин (урыҫ) — 2023.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 6,18 6,19 6,20 6,21 6,22 6,23 6,24 6,25 6,26 6,27 6,28 6,29 6,30 6,31 6,32 6,33 6,34 6,35 6,36 6,37 6,38 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ https://www.ae-info.org/ae/User/Manin_Yuri
- ↑ https://www.amacad.org/person/yuri-i-manin
- ↑ Профиль Юрия Ивановича Манина РФА рәсми сайтында
- ↑ Yuri Manin (фр.)
- ↑ Yuri Ivanovich Manin
- ↑ Зиновий Миллер «Из пережитого» (предисловие и редакция Юрия Манина)
- ↑ Географический факультет Таврического университета . Дата обращения: 17 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 17 декабрь 2014 года. 2014 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Память народа
- ↑ Цфасман М. А. Ученый, учитель, поэт // «Троицкий вариант» № 4 (223), 28 февраля 2017.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Юрия Ивановича Манина на официальном сайте Папской академии наук (инг.)
- Страница Юрия Ивановича Манина на Общероссийском математическом портале
- Интервью Юрия Манина журналу «Компьютерра» Архивная копия от 29 октября 2020 на Wayback Machine, 2001
- Программа конференции в честь Ю. И. Манина в институте Макса Планка, 2005 (недоступная ссылка с 26-09-2013 [3164 дня])
- Манин Юрий Иванович на сайте «биография.ру»
- Биография и видеоинтервью на сайте Simons Foundation (инг.)
- Цфасман М. А. Учёный, учитель, поэт