Мамыҡкүл
Мамыҡкүл - рус. Мамынкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы һаҙланған һыу ятҡылығы.
Мамыҡкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Ҡоншаҡ районы |
Географияһы
үҙгәртергәМамыҡкүл Ҡоншаҡ районының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан.
Силәбегә тиклем аралығы – 120 км, Ҡоншаҡҡа – 29 км, Златоустҡа – 270 км, Екатеринбургҡа – 200 км.
Координаттары: 55°47′17″N 61°55′05″E
Күлгә яҡын бер нисә кеше йәшәгән урын бар: иң яҡыны - Ҡобағош ауылы, ул һыу ятҡылығының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайышта Мамыҡкүлгә яҡын ғына Борисовка һәм Бараково ҡасабалары.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБыл һаҙлы күл күршеләш Әйҙекүл, Аҡтүбә, Алакүл һәм Ҡаракүлмәк күлдәр ҡушылған оло һыу ятҡылығының бер ҡушымта өлөшө. Уның майҙаны 100 квадрат километрға етә, ә Мамыҡкүл үҙе 1900 гектар урын биләй.
- Уртаса тәрәнлеге: 3м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 15*4,5 км
- Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һыу болғансыҡ.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 158м
- Майҙаны: 19км2
Мамыҡкүл — һай һыулы күл, тәрәнлеге 1 - 1,5 метр, ә көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 3 метрға етә. Күл төбө ҡаты, урыны менән ләм ҡаплаған. Һыуы тоҙло, һелтеле.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәМамыҡкүл һөҙәк ерҙә урынлашҡан, тирә яғын ҡуйы итеп ҡаплаған дала үләндәре үҫә. Шулай уҡ, яр буйы һыҙатын екән һәм ҡамыш баҫҡан.
Күлдә суртан, алабуға, сабаҡ, карп, алтын һәм көмөш табан балыҡ, алабалыҡ тереклек итә[1].
Мамыҡкүлдә ала сумғалаҡ, ҡарасабан (ҡара өйрәк), һоро ҡаҙ, һуна өйрәк, ҡылғойроҡ, ҡашҡалаҡ, сөрәгәй өйрәк, яҫыморон, ала өйрәк, ҡашҡабаш (таҙбаш), аҡ гагара, селән, торна, Һаралйын, бәләкәй аҡсарлаҡ, тәгәрлек (бибек), көйөлдө, гаршнеп кеүек һыу ҡоштары күпләп үрсей [2].
Этимологияһы
үҙгәртергәКүл атамаһының рус. Мамынкуль, Мамык-Куль тигән варианты барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Мамык-Куль (Мамын-Куль), озеро, Кунашакский район.От распространенного у башкир и татар тюркского мужского имени Мамык — «пух», в значении «легкий», «невесомый», тип яҙа [3][4].
Ихтимал, борон башҡорттарҙа бындай исем дә булғандыр, әммә яҡын тарихтағы исемдәр араһында осрамай [5]
Шул уҡ ваҡытта күлдең атамаһын "мамыҡ" тигән үҫемлектән йәки бында күпләп үрсегән ҡоштарҙың мамығына бәйле килеп сыҡҡан тигән фараз да бар: Зато там, где людям трудно – птицам привольно. Мамынкуль так и переводят: пуховое озеро, невесомое (мамык – пух)[2]
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Озеро Мамынкуль
- ↑ 2,0 2,1 Мамынкуль
- ↑ Шувалов Курга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 64-се бит
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Мамынкуль 2019 йыл 31 май архивланған.
- Озеро Мамынкуль.
- Мамынкуль
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 783-сө бит/ Мамыҡ
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 64-се бит
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7