Ҡарасабан
Ҡарасабан | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
![]() Ата һәм инә ҡарасабан, рис. А. Торбёрна[1] | ||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Melanitta fusca (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|
Ҡарасабан, ҡара өйрәк, торпан(рус. трупан) (лат. Melanitta fusca) —
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 141561 |
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Һуна өйрәктәй. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҡшы сума. Муйынын, башын йыйыңҡырап йөрөй. Ата ҡоштоң ҡауырһындары ҡара, тик ҡанаттарындағы көҙгөләре генә аҡ. Ҡыҙғылт һары суҡышының төбө ҡалҡып тора. Инә һәм йәш өйрәктәрҙең дөйөм төҫө һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғына ҡарай ағара бара. Башҡа өйрәктәр менән бутарлыҡ түгел.
ТауышыҮҙгәртергә
Тауышы тоноҡ һәм тупаҫ: «ҡррааҡ-ҡррааҡ».
Йәшәү рәүешеҮҙгәртергә
Урмандарҙағы һәм тауҙарҙағы күлдәр¬ҙә йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтап китәләр. Башҡортотанда Талҡаҫ күлендә күпләп оялайҙар. Ите өсөн аулайҙар.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Рисунок из книги: Мензбир М. А. Охотничьи и промысловыя птицы Европейской России и Кавказа. 2 тома и атлас. М., типо-литография Т-ва И. Н. Кушнерев и Ко., 1900-1902.
Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |