Ала өйрәк (Хохлатая чернеть) (лат. Aythya fuligula) — өйрәктәр ғаиләһендәге һыу ҡошо.

Ала өйрәк
Ата һәм инә ҡош
Ата һәм инә ҡош
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aythya fuligula (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 100600480

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175135
NCBI  219594
EOL  1048974
Aла өйрәк йомортҡалары


Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Аласабан һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Парлашып та, күмәкләшеп тә йәшәйҙәр. Яҡшы сума. Ата өйрәктең башы, муйыны, түше, һырты, ҡанаттары һәм ҡойроғо күкһел ҡара; ҡабырғалары, ҡорһағы аҡ. Йәйгеһен һәм көҙгөһөн ата өйрәктәрҙә, инә ҡоштарҙыҡы һымаҡ, ҡара төҫ урынына һорғолт көрән төҫ була. Башҡа өйрәктәрҙән ҡара һәм аҡ төҫө, башындағы бүректәре менән айырыла.

Ата өйрәктәрҙең тауышы тоноҡ ҡына: «гөлө-гөлө» йәки «көрлө-рлөк», инә өйрәктең тупаҫ: «ҡарр-ҡарр».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Урмандарҙағы күлдәрҙә йәки ярҙары урманлы ятыуҙарҙа йәшәй. Һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Киң генә таралған күсмә ҡош. Ояһы ерҙә. 6—8 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡа һала. Ите өсөн аулайҙар.

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл.