Малакка (мал. Melaka, джави:ملاك, ҡыт. 马六甲) (Код : MK) — Малакка ярымутрауының көньяғында ятҡан Малайзияның бер штаты.

Малакка
мал. Melaka Bandaraya Bersejarah
джави:ملاك بندراي برسجاره
ҡыт. 马六甲
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Малайзия

Гимн:

Melaka Maju Jaya

Статус

Малайзия штаты

Берләштерә

3 район

Административ үҙәк

Малакка

Губернатор

Tun Datuk Seri Utama Mohd. Khalil b. Yaakob

Главный министр

YAB Datuk Seri Hj. Mohd Ali b. Mohd Rustam

Халҡы (2010)

821 110 (13 урын)

Тығыҙлығы

497,04 кеше/км² (6 урын)

Майҙаны

1 652 км² (11 урын)

Малакка, карта

Ваҡыт бүлкәте

+8

Аббревиатура

MK

Код ISO 3166-2

MY-04

Рәсми сайты


Малаккалағы ғибәҙәтхана

Административ үҙәге — Малакка ҡалаһы. Малакка боғаҙы ярында урынлашҡан.

Малакка Малайзиялағы тәүге солтанлыҡ үҙәге булһа ла, хәҙрге ваҡытта унда солтанлыҡ юҡ, идара итеү губернатор тарафынан тормошҡа ашырыла.

Солтанлыҡ

үҙгәртергә

Мелакка 1396 йылда Маджапахит империяһы менән дошманлашыу сәбәпле Суматра утрауын ташлап киткән Шривиджая шаһзадаһы Парамешвара тарафынан нигеҙләнгән. Легендалар буйынса, шаһзада һунарға сыҡҡан ваҡытта бер ағас төбөндә ял иткән. Шул ваҡыт ул эт ташланған болан күреп ҡала. Болан, эттән ҡотолоу өсөн, уны йылғаға төкөп төшөрә. Шаһзада быны изгелек билдәһе тип ҡабул итә. Һәм ошо ерҙе үҙенең буласаҡ империяһы үҙәге итеп һайларға ҡарар итә. Ил исеме итеп төбөндә ял иткән ағастың исемен "Мелакка"ны ала.

1414 йылда Параментана ислам ҡабул итә һәм исемен «Солтан Искәндәр Шаһ» тип үҙгәртә. Ява, Һиндостан, Ҡытай юлдары киҫелешендә ятҡан балыҡсылар ауылы тора-бара сауҙа портына әүерелә. Бик күп ҡытайлылар был урында уңайлы күрә һәм үҙҙренең ауылдарын төҙөй. 1446 йылда Малаккаға сиамдар һөжүм итә. Тик баҫҡынсылар ҡыуып ебәрелә. Сиам баҫҡынсыларынан һаҡланыу өсөн Малакка Ҡытай менән килешеү төҙөй.

Ҡытай сәйәхәтсеһе Чжэн Хэ Малакканы Һинд океаны буйлап гиҙгән саҡта килеп күрә.

Ҡытай-малай мәҙәни аралашыуҙары һөҙөмтәһендә Перанкан цивилизацияһы барлыҡҡа килә. Ул тора-бара бар ярымутрауға тарала.

Колонизация

үҙгәртергә
 
Малакканың иҫке картаһы

1511 йылдың 24 авгусында Малакканы Һиндостандағы Португалия вице-короле Афонсу ди Албукерке ғәскәре баҫып ала. Ҡала португалия Ост-Һиндостан экспанцяһының терәк пунктына әүерелә.

Солтан Мәхмут Шаһ йәшеренеп, аҙаҡ Малаккаға диңгеҙҙән дә, ҡоро ерҙән дә һөжүмдәр ойошторған. 1526 йылда Португалияның оло флоты солтандың базаһын ҡыйратҡан. Солтан Суматру утрауына ҡасып өлгөргән. Ул шул утрауҙа ике йылдан һуң үлеп ҡалған

Миссионер Франсис Ксавье 1545, 1546 һәм 1549 йылдарҙа Малаккала бер нисә ай булып киткән.

1641 йылда голландлылар португалдарҙы еңә һәм Малакканы яулай. Уларға Джохор солтаны ярҙам иткән.

Голландлылар Малакка менән 1641 йылдан 1795 йылғаса хакимлыҡ иткән, әммә улар Малаккала сауҙаның үҫеше менән ҡыҙыҡһынмаған. Бар көстәрен Индонезиялағы Батавия (хәҙерге Джакарта) өсөн һала. Ул аҙағыраҡ административ үҙәккә әүерелә. 1824 йылда Малакка инглиздәр менән голландтарҙың килешеү һөҙөмтәләре буйынса Бенкоэен районы Суматраға алмаштырыла, шуға ла биләмәлә инглиздәр хужалыҡ итә. 1826 йылдан 1946 йылғаса Малакка Британияның Ост -Һинд компаниеһының колонияһы булған. Малаккала һәм Менпгта король колонияһы бөтөрөлгәс, Малай Берләшмәһенә керәләр. Аҙаҡтан Малайзияға керетелә.

Административ бүленеш

үҙгәртергә

Штат 3 районға бүленә:

Район Майҙаны,
км²
Халҡы,
кеше (2008)
1 Үҙәк Малакка 279,85 473 700
2 Алор Гаджа 660,00 167 600
3 Джасин 676,07 128 000

Штат халҡы

үҙгәртергә

Штаттың халҡы 821 110 кеше (2010) тәшкил итә.

Шуларҙан:

Һылтанмалар

үҙгәртергә