Чжэн Һэ (ҡыт. ғәҙәти 鄭和, ябайл. 郑和, пиньин: Zhèng Hé; 13711435) — Мин империяһының легендар адмиралы, Ҡытай сәйәхәтсеһе, флот башлығы, дипломат, сығышы буйынса хуэйцзу (хаҡ динле мосолман). Ул Индокитай, Һиндостан, Ғәрәп ярымутрауына һәм Көнсығыш Африка илдәренә Мин императорҙары ебәргән бик киң ҡоласлы ете хәрби-сауҙа экспедицияһын ойоштора һәм уларға етәкселек итә. Ул ойошторған экспедициялар хатта Америка һәм Австралия ярҙарына тиклем барып еткән, тигән фараз да бар.

Чжэн Хэ
ҡыт. ғәҙәти 鄭和, ябайл. 郑和
Исеме

Ма Хэ (馬和)

Тыуған көнө

1371({{padleft:1371|4|0}})

Тыуған урыны

Хэдай, Юньнань

Вафат булған көнө

1435({{padleft:1435|4|0}})

Подданлығы

Мин империяһы

Эшмәкәрлеге

сәйәхәтсе,
флот адмиралы

Атаһы

Ма Хайцзи

Әсәһе

Вэн

 Чжэн Хэ Викимилектә

Ҡытай сауҙагәрҙәре суднолары Сун империяһы дәүеренән алып ғәмәлдә Көньяҡ Ҡытай һәм Көньяҡ Көнсығыш Азия араһында даими рәүештә йөрөһә лә , ә монголдарҙың Юань (династия) империяһы осоронда Көньяҡ-Көнсығыш Азияға, хатта Шри-Ланка кеүек илдәргә хәрби-дипломатик экспедициялар ебәрелеп тора. Был экспедициялар Малай ярымутрауын, Индонезияны, Шри-Ланканы һәм Көньяҡ Һиндостанды бик оҙайлы булмаһа ла Мин империяһы вассалына әйләндерә һәм Һинд океаны ярҙарын төйәк иткән халыҡтар тураһында мәғлүмәттәр алып ҡайта. Малай ярымутрауы, Суматра һәм Яваның тарихи үҫешенә Чжэн Һэ флоты экспедицияларының йоғонтоһо байтаҡ ваҡытҡа һуҙылғандыр, тигән фараз бар, ә был үҙ сиратында ҡытайҙарҙың был төбәкккә күсеүенә һәм ҡытай мәҙәниәтенең унда көсәйеүенә этәргес булып тороуы бәхәсһеҙ.

Чжэн Һэны үҙ ҡурсауы аҫтына алған император Чжу Ди дәүерендә лә Чжэн Һэ экспедициялары Ҡытайҙың конфуциан элитаһы тарафынан ҡаты тәнҡит утына тотола, улар бындай экспедицияларҙы кәрәкмәгән һәм бик ҡиммәтле "уйын" тип һанай. Чжэн Һэ һәм император Чжу Чжаньцзи (Чжу Диҙың ейәне) вафаттарынан һуң Мин Ҡытайы хөкүмәтенең бөтә кимәлдәрендә ошондай ҡараштар өҫтөнлөк ала. Һөҙөмтәлә диңгеҙ экспедициялары туҡтатыла, һәм Чжэн Һэ флоты тураһындағы техник мәғлүмәттәрҙең күбеһе юҡҡа сығарыла йәки юғалтыла. XVII—XVIII быуаттарҙа рәсми рәүештә өҙөп-йолҡоп тигәндәй булдырылған Мин империяһы тарихы Чжэн Һе экспедицияларына кире баһа ҡуя, ләкин Ҡытайҙа йәшәүселәрең байтағы өсөн Чжэн Һэ халыҡ батыры булып ҡала.

XX быуат башында, Ҡытайҙы сит ил буйһоноуынан азат итеү хәрәкәте күтәрелгән осорҙа Чжэн Һэ образы яңынан популярлыҡ яулай[1]. Хәҙерге заман Ҡытай Халыҡ Республикаһында Чжэн Һэ ил тарихындағы иң күренекле шәхестәрҙең береһе тип иҫәпләнелә, ә уның күрше дәүләттәргә экспедициялар ойоштороуы Ҡытайҙың тыныслыҡ сәйәсәтен алып барыуының өлгөһө тип атала[2].

Стела на мемориальной черепахе, установленная Чжэн Хэ у могилы своего отца (В сооружённом вокруг неё современном павильоне)

Биографияһы

үҙгәртергә

Килеп сығышы

үҙгәртергә
 
Буласаҡ диңгеҙсенең бала сағы Куньянда, Дяньчи күленән алыҫ булмаған урында үтә

Тыуғанда уға Ма Һэ (馬 和) исеме ҡушыла. Ул Һэдай ауылында тыуа[3], [4][5]. Куньян өлкәһе үҙәк Юньнандә, Дяньчи күле янында урынлашҡан.

Ма-ның ата-әсәһе Ҡытайҙа монголдар хакимлыҡ иткән осорҙа Урта Азиянан килеп төпләнә һәм Юань империяһының дәүләт аппаратында төрлө вазифалар биләй. Улар мосолман динен тота[4] (йыш ҡына Ма исеменең «Мөхәммәттең» ҡытайса әйтелеше, тип иҫәпләнә). Монголдар хакимлығы бөтөрөлөп, Мин империяһы иғлан ителгәндән һуң бында Урта Азиянан килеп төпләнгән халыҡтың нәҫел-нәсәбе ҡытай мөхитенә, ҡытай телле мосолмандар араһына инеп китә[6].

Чжэн Һэ, уның ата-олаталары кеүек үк, ислам динен тота, ҡайһы бер фараздар буйынса, йыш ҡына ул диндәштәренә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә ярҙам итер булған, сөнки Мин империяһы аяҡҡа баҫҡан осорҙа мосолмандарға шикләнеп ҡарау ҙа булған. Сәбәбе — Юань империяһы ваҡытында күсенеп килеүселәр һалым йыйыусы вазифаларында эшләгән[7][8]. Әммә Чжэн Һэ башҡа диндарҙе лә хөрмәт иткән, уны хатта Саньбао — Өс аҫыл таш тигән ҡушамат менән дә атағандар. Ислам динен тотоуы сәбәпле, уны «Алтын Флот» адмиралы итеп тәғәйенләйҙәр, тигән фараз да бар, уға ислам дине киң таралған Ғәрәбстан һәм Африка илдәрендә йыш булырға тура килә.

Өс йылдан һуң 1385 йылда малайҙы бестерәләр (рус. обрезание)[прим. 1], шулай итеп ул Бөйөк Ян кенәзе титулын йөрөткән Чжу Ди даирәһенә индерелә (евнух сифатында) (Yan Wang) һәм Бэйпинға (хәҙерге Пекин) килтерелә. Йәш евнух Ма Саньбао (馬三寶/马三宝), йәғни Ма «Өс аҫыл таш» исемен ала. Бөйөк Британия ғалимы биохимик и эмбриолог, синолог Нидэм Джозефтың яҙмаларына ярашлы, һис шикһеҙ мосолман булараҡ тыуһа ла, уның титулы буддизмдағы Триратна — өс аҫыл таш тураһындағы тәғлимәьье раҫлай [9].

Бөйөк кенәз даирәһендә булғанда Ма Саньбао яҡшы белем алыуға өлгәшә[4].

Чжу Ди даирәһенә хеҙмәткә алыныуы һәм хәрби карьераһы

үҙгәртергә

Үҙәк һәм төньяҡ Ҡытайҙа монгол власы ҡолатылып, унда Чжу Юаньчжан Мин империяһын урынлаштырғандан һуң (1368) Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышындағы Юньнань провинцияһын тағы ла бер нисә йыл буйы монголдар контролдә тота. Ма Хаджиның Юньнан провинцияһын Мин империяһын баҫып алғанда Юань ғәскәрҙәре яғында һуғышыу-һуғышмауы билдәле түгел, әммә ул шул кампания мәлендә һәләк була (1382), ә уның кинйә улы Ма Хэ әсирлеккә эләгә һәм император Чжу Юаньчжандың улы, Юньанан кампанияһы етәксеһе Чжу Ди даирәһенә хеҙмәткә алына[4][10].

Өс йылдан һуң 1385 йылда малайҙы бестерәләр (рус. обрезание)[прим. 2], шулай итеп ул Бөйөк Ян кенәзе титулын йөрөткән Чжу Ди даирәһенә индерелә (евнух сифатында) (Yan Wang) һәм Бэйпинға (хәҙерге Пекин) килтерелә. Йәш евнух Ма Саньбао (馬三寶/马三宝), йәғни Ма «Өс аҫыл таш» исемен ала. Бөйөк Британия ғалимы биохимик и эмбриолог, синолог Нидэм Джозефтың яҙмаларына ярашлы, һис шикһеҙ мосолман булараҡ тыуһа ла, уның титулы буддизмдағы Триратна — өс аҫыл таш тураһындағы тәғлимәьье раҫлай [9].

Бөйөк кенәз даирәһендә булғанда Ма Саньбао яҡшы белем алыуға өлгәшә[4].

Бөйөк кенәз Янь булараҡ, Чжу Диҙың ҡул аҫтында ярайһы уҡ көслө хәрби көстәр була, һәм ул империяның тәньяҡ сигендә монголдар менән туҡтауһыҙ һуғыш алып бара. Ма Саньбао уның 1386/87 йылдарҙа монгол юлбашсыларының береһе Нагачуға (Naghachu)[19] ҡаршы һуғышында әүҙем ҡатнаша.

Мин империяһының беренсе императоры Чжу Юаньчжан үҙенең өлкән улы Чжу Бяоға тапшырырға ниәтләй, ләкин ул Чжу Юаньчжан иҫән саҡта уҡ баҡыйлыҡҡа күсә. Һөҙөмтәлә император Чжу Бяоның улы Чжу Юньвэнды үҙенең вариҫы итеп таный, әммә уның ҡустыһы Чжу Ди (Чжу Юаньчжандың кинйә улдарының береһе), моғайын, тәхеткә үҙен лайыҡлы тип иҫәпләгәндер. Чжу Юньвэнь 1398 йылда тәхеткә ултырғас та, ҡустыларының береһенең власын тартып алыуынан шикләнеп, уларҙы бер-бер артлы үлтерә башлай. Тиҙҙән Нанкинда ултырған император һәм уның Пекиндағы ҡустыһы Чжу Ди араһында граждандар һуғышы башлана. Чжу Юньвэнь евнухтарға ил менән идара итеүҙә ҡатнашыуҙы тыйғанлыҡтан, уларҙың күбеһе Чжу Ди яғында сығыш яһай. Хеҙмәттәренә награда булараҡ Чжу Ди евнухтарға сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашырға рөхсәт итә, хатта юғары сәйәси карьераға өлгәшеүҙәренә лә ҡаршы төшмәй, был, әлбиттә, Ма Саньбао өсөн бик отошло була. Йәш евнух 1399 йылда Бэйпин оборонаһында үҙен яҡшы хәрби хеҙмәткәр итеп таныта. Атаһының улы режимын ҡолатып, Чжу Ди 1402 йылдың 17 июлендә Юнлэ[20] идараһы девизы аҫтында тәхеткә ултыра.

Яңы 1404 йылда [21] яңы император тоғро хеҙмәте өсөн Ма Хэға яңы Чжэн фамилияһын бирә. Сөнки ихтилалдың тәүге көндәрендә Ма Хэның аты Бейпин янында урынлашҡан Чжэнлуньба[20] төбәгендә һәләк була.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Чжэн Хэның "япон пираттарына" ҡаршы һуғышыу өсөн флот төҙөүе тураһында әйтелә, ул, бәлки, Японияға барып, урындағы властар менән пираттарға ҡаршы бергәләп көрәшеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыуы ла ихтимал.

Чжэн Хэның ете диңгеҙ сәйәхәте

үҙгәртергә
 
Нанкиндағы Ҡомартҡы караптар судоверфе паркында ҡомартҡы карап моделе

Император алдындағы бөтә ҡаҙаныштары өсөн Чжэн Хэға «баш евнух» (тайцзянь) титулы бирелгәндән һуң (был дәрәжә чиновниктың дүртенсе рангына тап килә)[прим. 3], император Чжу Ди Чжэн Хе флот адмиралы статусына тап килеүен асыҡлай һәм 1405—1433 йылдарҙа Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Һинд океанында булып үтәсәк ете диңгеҙ сәйәхәтенең бөтәһенә лә тип әйтерлек евнухты етәксе итеп тәғәйенләй, шул уҡ ваҡытта уның статусын өсөнсө рангыға тиклем күтәрә[11]. Чжэн Хэ флоты, күрәһең 250-гә яҡын суднонан торғандыр, шәхси составында 27 меңгә яҡын кеше һәм 70-ләп евнух булған [12].

Чжэн Хэ етәкселек иткән флотилия Көньяҡ-Көнсығыш Азияның һәм Һинд океанының 56-нан ашыу илендә һәм эре ҡалаларында була. Ҡытай караптары Ғәрәпстан һәм Көнсығыш Африка ярҙарына тиклем барып етә. Чжэн Хэнең тәүге сәйәхәте 1405—1407 йылдарҙа Сучжоу (Цзянсу) — Тямпа ярҙары — Ява утрауы — Төньяҡ-Көнбайыш Суматра — Малакк ҡултығы — Шри-Ланка утрауы маршруты буйынса үтә. Артабан Һиндостандың көньяғын урап үтеп, флотилия Һиндостандың Малабар ярҙары буйындағы сауҙа ҡалаларына табан хәрәкәт итә, иң эре Каликута (Кожикоде) ҡалаһына барып етә. Икенсе (1407—1409) һәм өсөнсө (1409—1411) диңгеҙ сәйәхәттәре маршруттары ла ошоға оҡшаш була. Дүртенсе (1413—1415), бишенсе (1417—1419), алтынсы (1421—1422) һәм етенсе (1431—1433) экспедициялары Ормуз утрауына һәм Африка ярҙарына барып етә, флотилия Ҡыҙыл диңгеҙгә инә. Диңгеҙ сәйәхәтселәре күргәндәрен теүәл итеп ентекләп яҙып бара, карталар төҙөй. Уларҙа ҡасан экспедицияһы сығыуҙары, ҡайҙа туҡталыуҙары, рифтар һәм һай урындар теүәл билдәләнелә. Диңгеҙ аръяғындағы дәүләтттәр һәм ҡалалар, сәйәси ҡоролоштар, климат, урындағы йолалар, легендалар — бөтәһе лә тәфсирләп яҙыла. Чжэн Хэ сит илдәр хакимдарына императорҙың хаттарын тапшыра, сит ил илселектәрен Ҡытайға килергә саҡыра, сауҙа алып бара.

 
«12 судно рулдәре», Нанкиндағы Ҡомартҡы караптар судоверфе паркындағы скульптура — Чжэн Хэ экспедициялары тураһында хәтерҙе мәңгеләштергән күп һанлы монументтарҙың береһе

Үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ул ҡорал да ҡулланған[13]. Мәҫәлән, 1405 йылғы тәүге экспедицияһы мәлендә Чжэн Хэ Сингал батшаларының власть атрибуты һәм буддистарҙың изге реликвияһы булған Ланканы — Будданың тешен, сәсен һәм хәйер һалыу өсөн тәғәйенләнгән һауытын Ҡытай императорына биреүҙәрен талап итә. Талабы ҡәнәғәтләндерелмәгәс, Чжэн Хэ 1411 йылда ҡабат утрауға 3000 кешенән торған отряды менән килә, баш ҡалаға бәреп инә, батша Вира Алакешвараны, уның ғаилә ағзаларын һәм яҡындарын әсир итеп ала, карабына ултыртып Ҡытайға алып ҡайта[14]. Дүртенсе сәйәхәте барышында Ормуздан Ҡытайға ҡайтып килгәнендә маршрутында тап булған Пасай (Самудра исеме аҫтында ла билдәле) дәүләтенә инә, Чжэн Хэның төп экипажына Ҡытай монархы Зайн аль-Абидин (Семудера) һәм тәхеткә дәғүә иткән Секандер араһындағы низағта ҡатнашырға тура килә. Ҡытай флоты император Юнлэнан Зайн аль-Абидинға бүләктәр килтерә, ә Секандерҙың быға бик ныҡ асыуы килә, һәм ул флотилияға һөжүм итә. Чжэн Хэ был хәлде үҙ файҙаһына әйләндерә: Секандерҙың ғәскәрен тар-мар итә, ә үҙен әсир итеп Ҡытайға алып ҡайта [15][16].

1424 йылдан 1431 йылға тиклемге осорҙа, император Чжу Ди вафатынан һуң, диңгеҙ сәйәхәттәре бер аҙ ваҡытҡа туҡтап ҡала, ә Чжэн Хэ Нанкиндағы гарнизон начальнигы вазифаһын башҡара[17]. Һуңғы, етенсе сәйәхәт ваҡытында Чжэн Хэ 60 йәшендә була. Ҡытай караптары ингән күп кенә илдәргә ул үҙе инмәй һәм 1433 йылда Ҡытайға әйләнеп ҡайта. Ә флоттың айырым бүлексәләре Чжэн Хе ярҙамсылары етәкселегендә 1434 йылда Мәккәгә, шулай уҡ Суматраға һәм Яваға инә[18].

Чжэн Хэ экспедициялары Африка һәм Азия илдәренең Ҡытай менән мәҙәни алыш-биреш булдырыуға һәм улар араһында сауҙа мөнәсәбәттәрен урынлаштырыуға булышлыҡ итә. Ҡытай экспедициялары вәкилдәре тарафынан илдәр һәм ҡалалар тураһында ентекле мәғлүмәттәр туплана. Экспедицияла ҡатнашҡан Чжэн Хэ — Ма Хуань, Фэй Синь (en:Fei Xin) һәм Гун Чжэн (en:Gong Zhen) был яҙмаларҙың авторҙары була. Шулай уҡ «Чжэн Хэның диңгеҙҙә йөҙөү карталары» төҙөлә («Чжэн Хэ хан хай ту»)[19].

 
Адмирал Чжэн Хэның сәйәхәтенә 600 йыл тулыуға ҡаратаМарка Индонезии, 2005.

Чжэн Хэның диңгеҙ экспедицияларында ҡатнашыусылар йыйған материалдар һәм мәғлүмәттәр нигеҙендә 1597 йылда Мин Ҡытайында Ло Маодэн «Чжэн Хэның Көнбайыш океанға барыуы» («Сань бао тай цзянь Си ян цзи») романын яҙа. Ҡытай тарихын өйрәнеүсе ватандашыбыҙ Вельгус Виктор Андреевич әйтеүенсә, романда фантастика бик күп, әммә авторҙың тарихи һәм географик сығанаҡтарҙы файҙаланыуы күренеп тора[20]. Чжэн Хэ һәм уның командаһы һалған яңы маршруттарҙы аҙаҡ Европа диңгеҙселәре файҙалана, сөнки улар Чжэн Хэға тиклем Яҡты Өмөт морононан үтмәй һәм Көнсығыш Африка тураһында бер нимә лә белмәй.

«Мин тарихында» Чжэна Хэның диңгеҙ экспедицияларына ғәйәт ҙур әһәмиәт биреләБокщанин А. А. Волшебный свет на мачтах. Заморские экспедиции Чжэн Хэ // Лики Срединного царства. — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2002.</ref>.

Адмиралдың үлеме

үҙгәртергә
 
Нанкин янындағы Нюшоу убаһында Чжэн Хэның кәшәнәһе (кенотаф)

Адмирал етенсе сәйәхәте барышында Ҡытайға ҡайтып килгәндә (йәғни 1433 йылда) вафат була, йолаға ярашы уның тәне диңгеҙгә "күмелә". Тиҙҙән Ява трауында "ситтән тороп ерләү" («джаназа биль гаиб») йолаһы үтәлә. Адмиралдың аяҡ кейеме һәм бер услам сәсе [21] Нанкинға килтерелә һәм мәмерйәлә урынлашҡан Будда ғибәҙәтханаһынан алыҫ булмаған урында ерләнә[21].

Нанкин янындағы Нюшоу убаһында[22]Чжэн Хэның мосолманса ҡәбер ташы урынлаша[21].

Вариҫтары

үҙгәртергә
 
Чжэн Хэ вариҫтарының береһе Питер Пан ҡарт олтаһы ҡәберенә ҡуйылған статуя янында

Бала саҡтан евнух булғанға күрә Чжэн Хэның балалары булмай, әммә ул бер туғанының улы Чжэн Хаочжаоны уллыҡҡа алған була. Шуға ла әлеге көндә лә үҙҙәрен Чжэн Хэның вариҫтары тип иҫәпләүселәр бар[23].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Dreyer, 2007, pp. 180—181
  2. Kahn J. China Has an Ancient Mariner to Tell You About (ингл.). The New York Times (20 июль 2005). Дата обращения: 15 июнь 2011. Архивировано 18 август 2011 года.
  3. Chunjiang Fu, Choo Yen Foo, Yaw Hoong Siew. The great explorer Cheng Ho: ambassador of peace. — Singapore: Asiapac Books Pte Ltd, 2005. — P. 7—8. — 153 p. — (Asiapac culture). — ISBN 9789812294104.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Levathes, 1996, pp. 62—63
  5. Tsai, 1996, p. 154
  6. Jonathan Neaman Lipman. Familiar strangers : a history of Muslims in Northwest China. — Honk Kong: Hong Kong University Press, 1998. — P. 32—41. — 266 p. — ISBN 9622094686.
  7. Rozario, 2005, p. 36
  8. Levathes, 1996, pp. 147—148
  9. 9,0 9,1 Needham, 1971, p. 487
  10. Levathes, 1996, p. 57—58
  11. Fujian, 2005, p. 8
  12. Dreyer, 2007, pp. 127—134
  13. Усов В. Н. Чжэн Хэ // Духовная культура Китая : энциклопедия. — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2009. — Т. 4. — С. 790. — ISBN 978-5-02-036380-9.
  14. Сафронова А. Л. Ланка в XIV—XV вв // История Востока: В 6 т. — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2000. — Т. 2: Восток в средние века. — С. 489. — ISBN 5-02-017711-3.
  15. Levathes, 1996, p. 139
  16. Dreyer, 2007, p. 79
  17. The Cambridge History of China. — Cambridge: Cambridge University Press, 1998. — Vol. 7: The Ming Dynasty, 1368—1644, Part I. — P. 236. — 859 p. — ISBN 978-0-521-24332-2.
  18. The Cambridge History of China. — Cambridge: Cambridge University Press, 1998. — Vol. 7: The Ming Dynasty, 1368—1644, Part I. — P. 302. — 859 p. — ISBN 978-0-521-24332-2.
  19. Бокщанин А. А. Китай во второй половине XIV-XV вв // История Востока: В 6 т. — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2000. — Т. 2: Восток в средние века. — С. 544. — ISBN 5-02-017711-3.
  20. Вельгус А. В. Известия о странах и народах Африки и морские связи в бассейне Тихого и Индийского океанов (Китайские источники ранее XI в.). — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1978. — С. 25. — 302 с.
  21. 21,0 21,1 21,2 Levathes, 1996, p. 172
  22. Shipping news: Zheng He's sexcentenary (ингл.). China Heritage Newsletter. Дата обращения: 1 июнь 2011. Архивировано 18 август 2011 года. 2011 йыл 28 ноябрь архивланған.
  23. Levathes, 1996, p. 165
  1. Согласно Levathes 1996, p. 57—58, Ма Хэ 1382 йылда әсирлеккә төшә һәм өс йылдан һуң, 1385 йылда, евнух итәләр; Dreyer 2007, p. 16, 201 әммә ике ваҡиға ла 1382 йылда булған, тигән фараз да бар
  2. Согласно Levathes 1996, p. 57—58, Ма Хэ 1382 йылда әсирлеккә төшә һәм өс йылдан һуң, 1385 йылда, евнух итәләр; Dreyer 2007, p. 16, 201 әммә ике ваҡиға ла 1382 йылда булған, тигән фараз да бар
  3. В эпоху Империи Мин существовало 9 чиновных рангов, каждый из которых был двух разрядов — основного (старшего) и приравненного (младшего). Определённые служебные посты могли занимать лишь чиновники соответствующего этому посту ранга.
Төп әҙәбиәт
  • Edward L. Dreyer. Zheng He: China and the Oceans in the Early Ming Dynasty, 1405–1433. — New York: Pearson Longman, 2007. — 256 p. — (Library of World Biography Series). — ISBN 0321084438.
  • Louise Levathes. When China ruled the seas: the treasure fleet of the Dragon Throne, 1405-1433. — New York: Oxford University Press, 1996. — 252 p. — ISBN 0195112075.
  • Paul Rozario. Zheng He and the Treasure Fleet 1405-1433: A Modern Day Traveller's Guide from Antiquity to the Present. — Singapore: SNP International, 2005. — 160 p. — ISBN 9812480900.
  • Zheng He's voyages down the western seas. — Beijing: China Intercontinental Press, 2005. — 109 p. — ISBN 7508507088.
Ярҙамсы әҙәбиәт
  • Бокщанин А. А. Китай и страны южных морей в XIV—XVI вв. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1968. — 212 с.
  • Свет Я. М. За кормой сто тысяч ли. — М.: Географгиз, 1960. — 192 с. — 50 000 экз. (обл.)
  • Chan, Hok-Lam. Chapter 4: The Chien-wen, Yung-lo, Hung-hsi, and Hsüan-te reigns // The Cambridge history of China: The Ming dynasty, 1368-1644, Part 1. — Cambridge: Cambridge University Press, 1988. — Vol. 7. — P. 182—204. — 976 p. — ISBN 0521243327.
  • Chunjiang Fu; Choo Yen Foo; Yaw Hoong Siew. The great explorer Cheng Ho : ambassador of peace. — Singapore: Asiapac, 2005. — 153 p. — (Asiapac culture). — ISBN 9812294104.
  • Langlois, John D., Jr. Chapter 3: The Hung-wu reign // The Cambridge history of China: The Ming dynasty, 1368–1644, Part 1. — Cambridge: Cambridge University Press, 1988. — Vol. 7. — P. 107—181. — 976 p. — ISBN 0521243327.
  • Needham J. 29. Nautical technology. // Science and civilisation in China: Physics and physical technology. — Cambridge: Cambridge University Press, 1971. — Vol. 4. — P. 477—484. — 990 p. — ISBN 0521070600.
  • Shih-Shan Henry Tsai. Perpetual Happiness: The Ming Emperor Yongle. — Seattle, Wash.: University of Washington Press ; Chesham : Combined Academic, 2002. — 286 p. — ISBN 0295981245.
  • Shih-shan Henry Tsai. Eunuchs in the Ming Dynasty. — New York: State University of New York Press, 1996. — 290 p. — (SUNY series in Chinese local studies). — ISBN 0791426874.

Һылтанмалар

үҙгәртергә