Лыткин Михаил Иванович

Лыткин Михаил Иванович (22 ноябрь 1919 йыл — 20 ғинуар 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, педагог. Медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәте генерал-майоры, Хәрби-медицина академияһының почётлы докторы (1998).

Лыткин Михаил Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған көнө 20 ғинуар 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө полководец
Эшмәкәрлек төрө медицина
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Жуков миҙалы

400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптә 4 дәреслек, 5 уҡыу әсбабы һәм 13 монографияһы бар[1]

Биографияһы

үҙгәртергә

1919 йылдың 22 ноябрендә Пермь губернаһы Григоров ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптән һуң ҡыҙыл дипломға медицина техникумын һәм Пермь медицина институтын (хәҙер Пермь дәүләт медицина университеты) тамамлай, шунан һуң 1939 йылда Ленинград Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә (хәҙер С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы). 1943 йылда академияны тамамлағандан һуң факультет хирургия кафедраһы ҡарамағындағы адъюнктурала ҡалдыралар, уның етәксеһе профессор В. Н. Шамов була. 1944 йыл башында үҙ теләге буйынса Лыткин хәрәкәттәге армияға китә, төрлө хирургия вазифаларында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышын Берлинда 1-се Польша армияһының медицинаны көсәйтеүҙең айырым ротаһында хирургия төркөмө начальнигы вазифаһында тамамлай. һәм артабанғы өс йыл дауамында ординатор, һуңынан хирургия бүлегенең начальнигы һәм Округ хәрби госпиталенең баш хирургы була.

1948 йылда М. И. Лыткин Хәрби-медицина академияһының госпиталь хирургия кафедраһы эргәһендә адъюнктураһына тағы уҡырға инә, унда етәксеһе профессор С. С. Гирголав була. 1951 йылда ул адъюнктураны тамамлай һәм «Об изменениях мышечного тонуса и эвакуаторной функции резецированного желудка в послеоперационном периоде (клинико-экспериментальное исследование)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Һарытау медицина институтында яңы ойошторолған хәрби-ялан хирургияһы кафедраһында кесе уҡытыусы булып тәғәйенләнә. Бында Михаил Иванович уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, кафедра начальнигы (1956) вазифаларын үтә. 1960 йылда «Кожная пластика при первичной хирургической обработке ран и термических ожогов : (клинико-экспериментальное исследование)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[2]

1958 йылда Лыткин яңынан Хәрби-медицина академияһының факультет хирургияһы кафедраһына өлкән ғилми хеҙмәткәр булып ҡайта. 1959 йылда хирургия кафедраһының начальник урынбаҫары була. 1968 йылдан 1988 йылға тиклем академияның бер нисә түбәндәге бүлексәләре менән етәкселек итә: дөйөм хирургия, 2-се хирургияны (табиптарҙы камиллаштырыу өсөн) һәм госпиталь хирургияһын. 1968 йылда Михаил Иванович академияның дөйөм хирургия кафедраһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.[3] 1971 йылда ул 2-се табиптарҙы камиллаштырыу хирургия кафедраһын етәкләй. 1976 йылда госпиталь хирургияһы кафедраһы начальнигы итеп тәғәйенләнә[4] һәм был вазифаны 1988 йылда медицина хеҙмәтенең генерал-майор дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен тамамлай. Отставкаға китер саҡта, дөйөм хирургия кафедраһы профессоры итеп һайлана, эшләүен дауам итә һәм тәрбиәләнеүселәренә үҙ тәжрибәһен тапшыра: уның етәкселегендә 50-нән ашыу кандидатлыҡ һәм 20 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

Фәнни-педагогик, ижтимағи эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә. Хирургтарҙың Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз съездарында, шулай уҡ фәнни конференцияларҙа һәм халыҡ-ара конгретарҙа ҡатнаша. Хирургтарҙың халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы (1977), АҠШ хәрби хирургтар ассоциацияһы ағзаһы (1969), хирургтарҙың Бөтә Союз хирургия йәмғиәте идаралығы ағзаһы, Н. И. Пирогов хирургия йәмғиәтенең почетлы рәйесе (1988). «Вестник хирургии им. И. И. Грекова» журналының редколлегия ағзаһы була (1974).

2013 йылда Санкт-Петербургта вафат була.[1]

2019 йылдың 21-22 ноябрендә Санкт-Петербургта ғалимдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Профессор Михаил Иванович Лыткиндың фәнни-педагогик мәктәбе һәм уның донъя хирургияһына индергән өлөшө» тип аталған конференция уҙғарыла.[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почет билдәһе» ордены, Октябрь Революцияһы ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Ҡаҙаныштың Алтын Тәреһе (Польша Халыҡ Республикаһы) һәм күп кенә миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «1941—1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», Г К. Жуков миҙалы һәм «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.[1]
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1988), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1986), СССР Медицина фәндәре академияһының С. И. Спасокукоцкий исемендәге премия (1986).
  • РСФСР -ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә