Лукум йәки Лоҡом (төр. rahat-lokum — «уңайлы киҫәктәр») — шәкәр (шәкәр-лукум), онға (рәхәт-лукум) крахмал һәм сәтләүек (фисташка, баҙам, кокос һ. б.) ҡушып эшләнгән тәм-том. Иң киң таралғаны рәхәт-лукум, ул «лукум» тип кенә атала[1].

Лукум

Лукум киҫәктәре

Десерт

Авторы
Тыуған иле

Ғосман империяһы

Компоненттар
Төп

крахмал

Викимилектә медиафайлдар [[c:Лукум|]]

Төрөк телендә тәмлекәс рәхә(т) — ләззәт, йәки уңайлыҡ, хозурлыҡ; һәм лукум — киҫәктәр (күплек һаны) лоҡма (киҫәк) атамаһы менән йөрөтөлә. Атаманы ғәрәп теленән иһә rahat al-hulqum (راحة الحلقوم / rāḥatu ʾl-ḥulqūm), «күк өсөн мәрәкә» тип тәржемә итергә мөмкин. Ғәрәп телендә рәхәт-лукум, ғәҙәттә, рәхә(т) (ғәр. راحة‎ аҙағы ة(т) яҙыла, ләкин уҡылмай), лукум һүҙе өҫтәлмәй. Лукум шулай уҡ Балҡан ярымутрауында ла ғәҙәти ашамлыҡ.

Һыу, шәкәр, крахмал, рауза таждарының иҙмәһенән эшләнгән тәм-том 500 йылдан ашыу бар.

Истанбулда  XVIII быуатта Али Мөхөтдин Хажи Бәкер исемле батша һарайы кондитеры солтанға был тәмлекәсте тәҡдим итә. Хажи Бәкер лукумға сәтләүек өҫтәп, бер нисә яңы төр уйлап сығара.

1897 йылда Хажи Бәкерҙең ейәне Мәһмүд Мөхөтдин рәхәт-лукумды Европа халҡына Брюсселдә үткән күргәҙмәлә тәҡдим итеп, алтын миҙал яулай һәм килешеүҙәр төҙөп ҡайта. Хәҙерге ваҡытта (2013 йылға ҡарата) лукум 50-нән артыҡ илдә, шул иҫәптән Көнсығыш Азияла, Европала (Рәсәй, Украина, Беларусь һ. б.), Латин һәм Төньяҡ Америка илдәрендә етештерелә.

 
Истанбулда лукум төрҙәре
 
Рәхәт-лукумдың емешле төрө (гранатлы)

Лукумдың төрҙәре ҡушылған эслегенә, формаһына ҡарап, бер нисә төркөмгә бүленә:

Формаһы һәм ҙурлығы буйынса
  • Куб формаһындағы лукум (ғәҙәти лукум)
  • Балалар лукумы (төрлө хайуандар формаһында эшләнгән)
  • Рулетлы лукум
  • Ҡырҡылған лукум
  • Бөтөн лукум
  • Ғәрәп лукумы (параллелепипед формаһындағы ҙур лукум).
  • Ике ҡатлы лукум
Эслеге буйынса
  • Емеш-еләкле лукум (шәкәр урынына емеш-еләк һуты өҫтәлә, шуға төҫө лә, тәме лә төрлө була).
  • Сәтләүекле лукум (фундук, арахис йәки фисташка)
  • Сәскә таждары ҡушылған лукум
  • Аҡ лукум (уны әҙерләгәндә тик шәкәр, крахмал һәм һыу ҡулланыла)
  • Баллы лукум
  • Инжирлы лукум
  • «Вәзир» лукумы

Был тәм-том крахмал, патока һәм шәкәрҙән, сәтләүек йәки емеш-еләк һуты өҫтәп әҙерләнә. Әҙерләнгән ҡатышманы ике көнгә ҡалдырып торалар. Әҙер лукум һауа үтмәҫлек итеп һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә