Лукашевич Татьяна Николаевна

Лукашевич Татьяна Николаевна (21 ноябрь 1905 йыл, Екатеринослав — 2 март 1972 йыл, Мәскәү) — СССР кинорежиссёры, сценарист.

Лукашевич Татьяна Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 21 ноябрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Днепр, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 март 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (66 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы
Эш урыны Мосфильм[d]
Центрнаучфильм[d]
Уҡыу йорто С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1964
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1927 йылда Дәүләт кинематография техникумының (буласаҡ ВГИК) режиссёр факультетын тамамлай. А. Ходатаевтың «Одна из многих» һәм Борис Барнеттың «Москва в Октябре» картиналарында режиссёр ассистенты булып эшләй[2]. 1928 йылда тәү башлап «Война империалистической войне» фәнни-популяр фильмының режиссёры булараҡ сығыш яһай[3]. 1929 йылда «Межрабпомфильм» киностудияһында үҙ сценарийы буйынса «Преступление Ивана Караваева» нәфис фильмын ҡуя. 1932 йылдан — «Мосфильм» киностудияһы режиссёры.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Татьяна Лукашевич «Воентехфильм» студияһында эшләй, унда бер нисә документаль һәм фәнни-популяр фильм ҡуя. «Суд чести» һәм «Заговор обречённых» картиналары өҫтөндә эшләгәндә икенсе режиссёр булараҡ ҡатнаша.

Әммә уға үҙ аллы ҡуйған нәфис фильмдары һәм фильм-спектаклдәре: «Подкидыш», «Свадьба с приданым», «Аттестат зрелости», «Слепой музыкант» һәм башҡалар дан килтерә. Уның таҫмаларының күбеһе балаларға йәки үҫмерҙәргә, оло тормошҡа аяҡ баҫыусыларға бағышлана.

1972 йылда 67-се йәшендә вафат була, Мәскәүҙә Востряковский зыяратында ерләнгән[4].

Фильмдары үҙгәртергә

Нәфис үҙгәртергә

  • «Преступление Ивана Караваева» (1929);
  • «Весенние дни» (1934, совм. с Рубеном Симоновым);
  • «Гаврош» (1937);
  • «Подкидыш» (1939);
  • «Учитель танцев» (1952);
  • «Анна Каренина» (1953);
  • «Свадьба с приданым» (1953, совм. с Борисом Равенских);
  • «Аттестат зрелости» (1954);
  • «Крылья» (1956);
  • «Они встретились в пути» (1957);
  • «Заре навстречу» (1959);
  • «Слепой музыкант» (1960);
  • «Ход конём» (1962);
  • «Остров Колдун» (1964).

Документаль һәм фәнни-популяр үҙгәртергә

  • «Война империалистической войне» (1928);
  • «Уход за больными»;
  • «Советская Чувашия».

Бүләктәре үҙгәртергә

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7 март 1960 йыл) — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 50 йыллығы уңайынан һәм Советтар Союзы ҡатын-ҡыҙҙарының коммунистик төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡанлығын билдәләп, һәм уларҙың йәш быуынды тәрбиәләү буйынса Совет дәүләте алдындағы хеҙмәттәре, хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Taťjana Lukaševič // ČSFD (чеш.) — 2001.
  2. М. Павлова. 20 режиссёрских биографий / сост. Р. Д. Черненко. — М.: Искусство, 1978. — 408 с.
  3. Кино: Энциклопедический словарь / Гл. ред. С. И. Юткевич. — М.: Советская энциклопедия, 1987. — С. 243. — 640 с.
  4. Лукашевич Татьяна Николаевна (1905-1972). Могилы знаменитостей.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 7 марта 1960 года «О награждении орденами и медалями СССР женщин-передовиков промышленности и сельского хозяйства, деятелей науки и культуры, работников партийных, советских, профсоюзных, комсомольских и других организаций СССР»

Һылтанмалар үҙгәртергә