CWTS Leiden Ranking (Лейден рейтингы) ― университеттарҙың библиометрик күрһәткестәргә нигеҙләнгән йыллыҡ глобаль рейтингы. Рейтинг Нидерландтағы Лейден университеты ҡармағындағы Фән һәм технологиялар тикшеренеү үҙәге (Centrum voor Wetenschap en Technologische Studies, CWTS) тарафынан үткәрелә. Analytics Clarivate Web of Science библиографик мәғлүмәт базаһымәғлүмәт сығанағы сифатында ҡулланыла[1].

Лейден рейтингы

Лейден рейтингы университеттарҙы донъя буйынса академик мәҡәләләре һәм был учреждениеларҙа мәҡәләләрҙән өҙөмтәләр ҡулланыу күләменә ярашлы классификациялай<undefined />. Рейтинг тел, дисциплина һәм уҡыу учреждениеһы күләме айырмалығын иҫәпкә ала[2]. Төрлө библиометрик күрһәткестәргә ярашлы бер нисә рейтинг исемлеге сыҡҡан[3]. Өҙөмтәләрҙе иҫәпкә алыуҙан тыш, Leiding Ranking шулай уҡ университеттарҙы ғилми хеҙмәттәшлек буйынса ла баһалай[4].

Лейден рейтингының беренсе баҫмаһы 2007 йылда сыға[5]. 2014 йылғы рейтинг бөтә донъя буйынса 2009—2012 йылдарҙа «төп» журналдарҙа, халыҡ-ара әһәмиәттәге һәм Web of Science мәғлүмәттәр базаһында һылтанмалары күп булған инглиз телле журналдарҙа ошо уҡыу йорттарына бәйле авторҙарҙың мәҡәләләре, күҙәтеүҙәре нигеҙендә һайланған 750 университетты үҙ эсенә ала<undefined />.

Һөҙөмтәләр

үҙгәртергә
 
Рокфеллер университеты 2014 йылдаөҙөмтәләр импакты буйынса беренсе урын биләй

Башҡа күп кенә университет рейтингтарындағы кеүек, Лейден версияһы буйынса топ-20-гә Америка университеттары инә. 2014 йыл рейтингында Рокфеллер университеты өҙөмтә импакты буйынса беренсе урынды биләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Оксфорд университеты, Кембридж университеты һәм Бөйөк Британияның башҡа университеттары бында Times Higher Education World University Rankings һәм QS World University Rankings кеүек рейтингтарҙағыға ҡарағанда түбәнеркәе баһа ала<undefined />.

Башҡа университеттар менән хеҙмәттәшлек буйынса (башҡа учреждениелар менән берлектә яҙылған мәҡәләләр өлөшө), 2014 йылда Ян-Мин Милли университеты һәм Тайвандең тағы ике белем биреү учреждениеһы тәүге өс урынды биләй, улар артынан, Франция, Бөйөк Британия һәм Европаның бер нисә иле килә. 2014 йылда халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса Сәғүд Ғәрәбстанында Король Әбдел-Ғәзиз университеты һәм Сәғүд короле исемлектең башында тора<undefined />. 2020 йылда Рәсәй университеттарынан рейтингта иң юғары позицияны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты биләй (250 урын)[6].

2010 йылда Лоэт Лейдесдорф предмт өлкәһе буйынса өҙөмтәләр импактын нормалләштереү өсөн Лейден рейтингында ҡулланылған алымдарҙы тәнҡитләй[7]. Бынан тыш, нормалләштереү юғары кимәлде күаҙллай, ә айырым мәҡәләләр кимәлендә түгел, шулай уҡ иҫке мәҡәләләргә һәм традицион рәүештә өҙөмтә кимәле юғарыраҡ булған өлкәләрҙәге мәҡәләләр һәм күҙәтеүҙәргә өҫтөнлөк бирә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. "Data collection", CWTS Leiden Ranking. Universiteit Leiden Centre for Science and Technology Studies. Дата обращения: 15 июнь 2014.
  2. «Non-English papers decrease rankings».
  3. Leiden Ranking. Universiteit Leiden Centre for Science and Technology Studies. Дата обращения: 15 июнь 2014.
  4. "Indicators", CWTS Leiden Ranking. Universiteit Leiden Centre for Science and Technology Studies. Дата обращения: 15 июнь 2014.
  5. Waltman, Ludo et al., The Leiden Ranking 2011/2012: Data collection, indicators, and interpretation, Centre for Science and Technology Studies (CWTS), Leiden University, 16 July 2012
  6. Centre for Science and Technology Studies (CWTS). CWTS Leiden Ranking (ингл.). Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  7. Leydesdorff, Loet & Opthof, Tobias, Normalization, CWTS indicators, and the Leiden Rankings: Differences in citation behavior at the level of fields, 2010

Һылтанмалар

үҙгәртергә