Лашина Галина Алексеевна

Лашина Галина Алексеевна (20 ноябрь 1935 йыл — 28 май 2007 йыл) — СССР-ҙың туҡыу сәнәғәте алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).

Лашина Галина Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 20 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 май 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (71 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Галина Алексеевна Лашина 1935 йылдың 20 ноябрендә Горький крайының (хәҙер — Түбәнге Новгород өлкәһе Княгинино районы) Нутренка ауылында (1944 йылда ойошторола) хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаилә Г. А. Лашинаның атаһы хеҙмәт иткән Белоруссияның сик буйы ҡалаһынан тыуған яғына, Нутренка ауылына күсеп ҡайта.

Г. А. Лашина урта мәктәптең ете класын тамамлай. 1954 йылда Г. А. Лашина, һуңыраҡ «Восход» тегеү берекмәһенә ингән, Горький ҡалаһындағы 2-се тегеү фабрикаһына эшкә инә, — өйрәнсек булып эшләй, аҙаҡтан конвейерға баҫа, күп операцияларҙы үҙләштерә.

Үҙенең квалификацияһын күтәреү өсөн Г. А. Лашина техник курстарҙа белем ала һәм 5-се разрядлы тегенсе квалификацияһы ала. Ул производствонан айырылмайса киске урта мәктәпте тамамлай. Г. А. Лашина беренсе булып В. И. Лениндың тыуыуының 100-йыллығы хөрмәтенә һәм КПСС-тың XXIV съезы хөрмәтенә удар вахтаға баҫа.

1971 йылдың 5 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «һигеҙенсе биш йыллыҡ заданиеһын үтәгәндә өлгәшкән уңыштары өсөн» " Г. А. Лашина Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә — орден уға КПСС-тың XXIV съезында тапшырыла, был съезда ул һайланған делегат сифатында ҡатнаша.

1974 йылдың 16 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «IX биш йыллыҡ заданиеһын һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрен үтәгәндә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Галина Алексеевна Лапшина «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

1975 йылда Галина Алексеевнаға «Восход» тегеү берекмәһенең «юғары квалификациялы иң яҡшы тегенсеһе» исеме бирелә һәм «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе тапшырыла.

Төп эшмәкәрлегенән тыш Г. А. Лашина цехтың комсомол ойошмаһы секретары, партия бюроһы ағзаһы, халыҡ депутаттарының Новгород район советы депутаты, 1971 йылда — Горький ҡала партия комитеты ағзаһы, 1974 йылда — КПСС-тың Горький өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана.

2007 йылдың 28 майында вафат була һәм Түбәнге Новгородта Федяково зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (16.01.1974)
  • Ленин ордены (16.01.1974)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (5.04.1971)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Герои Труда — нижегородцы. — Нижний Новгород, 2001 г.