Лахтин Леонид Кузьмич
Ла́хтин Леонид Кузьмич (14 (26) йәки 15 (27) апрель 1863 йыл — 14 июль 1927 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР математигы, юғары дәрәжә алгебраик тигеҙләмәләр сисеү һәм математик статистика өлкәһе белгесе. Таҙа математика докторы (1897). Дерпт (Юрьевский) университеты профессоры Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры.1904-1905 йылдарҙағы Мәскәү университеты ректоры), 1912—1918 йылдарҙағы Физика-математика факультеты Мәскәү университеты деканы. Дин философы Павел Флоренскийҙың уҡытыусыһы[3].
Биографияһы
үҙгәртергәЛеонид Кузьмич Лахтин 1863 йылдың 14 (26) йәки 15 (27) апрелендә Тула губернаһы Чернский өйәҙе Богословское ауылында атаһының имениеһында тыуған. Рәсәйҙең нәҫелдән килгән почётлы граждандары ғаиләһенән сыҡҡан. Урта белемде 3-сө Мәскәү гимназияһында ала. 1881 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1885 йылда тамамлай һәм университетта таҙа (чистая) математика кафедраһы профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ҡалдырыла[4].
1887 йылдан Лахтин — 3-cө Мәскәү гимназияһында математика уҡытыусыһы. 1889 йылдан Мәскәү университетының физика-математика факультетында хосуси (приват)-доцент, шулай уҡ Мәскәү ерҙе ыҙанлау институтының инженер кластарында һәм бер нисә гимназияла математика уҡытыусыһы булып эшләй[4].
1892 йылда Лахтин Император Дерпт университетында профессор вазифаһын биләй. 1893 йылда 3-сө, 4-се, 5-се һәм 6-сы дәрәжә тигеҙләмәләрҙе өйрәнеүгә арналған магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай (темаһы — « Гипергеометрик функцияларҙа сиселә торған алгебраик тигеҙләмәләр»). 1896 йылдан Мәскәү университетында, башта экстраординар профессор, 1902 йылдан ординар профессор; университеттағы эшен Император Мәскәү техник училищеһында һәм Мәскәү ерҙе ыҙанлау институтында уҡытыу менән бергә алып бара.
1897 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай (темаһы — «Дифференциальные резольвенты алгебраических уравнений высших родов»)[4][5].
Лахтин үҙенең уҡытыусыһы һәм коллегаһы профессор Бугаев Николай Васильевич (1837—1903) менән дуҫ була, йыш ҡына уның өйөнә килә. Бугаевтың улы, яҙыусы Андрей Белый, һуңыраҡ Лахтин тураһында былай тип хәтерләй: "… тыйнаҡ, тынғыһыҙ, оялсан, мәңге ҡурҡып ҡына… әлбиттә, тышҡы ҡиәфәтендә йондоҙҙар етмәгән; әммә атаһы уның тураһында: «Талантлы математик!» — ти[6]
1903 йылда Лахтин Мәскәү университеты ректоры ярҙамсыһы, 1904 йылдың авгусынан — ректоры. Ул был вазифаға 4 йылға тәғәйенләнә, ләкин 1905 йылдың авгусында, революцион ваҡиғаларҙан һуң, «Халыҡ мәғарифы Министрлығының уҡыу йорттары менән идара итеү тураһында Ваҡытлыса ҡағиҙәләр» буйынса, университеттар үҙҙәренең ректорҙарын ирекле һайлау хоҡуғына эйә булыуҙы алалар. Лахтин ошоноң менән бәйле, отставкаға китергә мәжбүр була. Үҙ урынын һайланған профессор С. Н. Трубецкойға бирә. Был ваҡиғаларҙан һуң Лахтин Мәскәү университетының физика-математика факультетында уҡытыуын дауам итә. 1912-1918 йылдарҙа факультет деканы. 1910-1918 йылдарҙа — Мәскәү А. Шепапутин исемендәге 3-реаль училище директоры. 1914 йылда уға Атҡаҙанған профессор исеме бирелә[4].
1916 йылың майында профессор Д. Ф. Егоров менән бергә буласаҡ академик Н. Н. Лузиндың диссертацияһы буйынса рәсми оппоненты була, магистр дәрәжәһен үтеп, диссертантҡа таҙа математика докторы дәрәжәһен бирергә тәҡдим итә (был бик һирәк осраҡ була)[7].
Совет осоронда Лахтин уҡытыуын дауам итә, шулай уҡ Мәскәү университетының математика институтында статистиктар төркөмөн етәкләй.[4][8] «Введение в анализ», «Интегральное исчисление», «Теория вероятностей», «Дифференциальное исчисление», «Исчисление конечных разностей» курстарын уҡый[9][10] Л. В. Левшин, уның лекцияларын тыңлаусылар әйтеүенсә, ул бик яҡшы уҡытыусы булған, ул тыңлаусыларына иң ҡатмарлы проблемаларҙың асылын асыҡ һәм аңлайышлы итеп аңлата алған. СССР һәм Рәсәй физик, физика-математика фәндәре докторы В. Д. Зернов уның тураһында : « Л. К. Лахтин математиканы шундай итеп аңлата, өйҙә өҫтәмә теорияны укыу ҙа кәрәкмәй ине»[10].
1927 йылдың 14 июлендә Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнгән[4].
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЛахтиндың математика буйынса тикшеренеүҙәре ике төп темаға йүнәлтелгән: юғары дәрәжәле алгебраик тигеҙләмәләрҙе айырым функцияларҙа сиселешенә һәм математик статистикаға.[4] Шулай кҡ иҡтисадта математик статистика ысулдарын ҡулланыу мәсьәләләре өҫтөндә эшләй[8].
1924 йылда ихтималлыҡ теорияһы буйынса дәреслек баҫтыра[11].
Ул үҙ эшендә алгебраның үҫешенә мөһим роль уйнаған теория-төркөм методтарын киң ҡуллана[11].
Ҡайһы бер хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Некоторыя упрощения в решении неопределённого уравнения второй степени с двумя неизвестными // Математический сборник : журнал. — М., 1890. — Т. 14. — № 4. — С. 487—526.
- Алгебраические уравнения, разрешимые в гипергеометрических функциях. — 1892—1893.
- О жизни и научных трудах Николая Ивановича Лобачевского (по поводу столетней годовщины дня его рождения) // Математический сборник : журнал. — М., 1894. — Т. 17. — № 3. — С. 474—493.
- Дифференциальные резольвенты алгебраических уравнений высших родов // Математический сборник : журнал. — М., 1896—1897. — Т. 19. — № 2—3.
- Труды Н. В. Бугаева в области анализа // Математический сборник : журнал. — М., 1905. — Т. 25. — № 2. — С. 322—330.
- Николай Васильевич Бугаев (биографический очерк) // Математический сборник : журнал. — М., 1905. — Т. 25. — № 2. — С. 251—269.
- Кривые распределения и построение для них интерполяционных формул по способам Пирсона и Брунса. — М., 1922.
- Ихтималлыҡ теорияһы курсы. — М.—П., 1924.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Саввина, Колягин, 2012
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Лёвшин, 2002
- ↑ Годин А. Е. Л. К. Лахтин — ученик и верный помощник Н. В. Бугаева // Развитие идей Московской философско-математической школы. — Издание второе, расширенное. — М.: Красный свет, 2006. — 379 с. — ISBN 5-902967-05-8.
- ↑ Годин А. Е. Л. К. Лахтин — ученик и верный помощник Н. В. Бугаева // Развитие идей Московской философско-математической школы. — Издание второе, расширенное. — М.: Красный свет, 2006. — 379 с. — ISBN 5-902967-05-8.
- ↑ Лёвшин, 2002, с. 162
- ↑ 8,0 8,1 Бородин, Бугай, 1979
- ↑ Лахтин Леонид Кузьмич . Летопись Московского университета. Дата обращения: 22 март 2015.
- ↑ 10,0 10,1 Лахтин Леонид Кузьмич . Летопись Московского университета. Дата обращения: 22 март 2015.
- ↑ 11,0 11,1 Лёвшин, 2002, с. 160
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бородин А. И., Бугай А. С. Биографический словарь деятелей в области математики / Под ред. И. И. Гихмана. — Киев: Радянська школа, 1979. — С. 298. — 608 с. — 80 000 экз.
- Левшин Л. В. ЛАХТИН Леонид Кузьмич // Императорский Московский университет: 1755—1917: энциклопедический словарь / составители А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 376—377. — 894 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Лёвшин Л. В. Леонид Кузьмич Лахтин // Деканы физического факультета Московского университета. — М.: Физический факультет МГУ, 2002. — С. 158—163. — 272 с. — 500 экз. — ISBN 5-8279-0025-5.
- Саввина О. А., Колягин Ю. М. Математик Л. К. Лахтин и Московский университет: Житие, события, судьба. — М.: Изд-во ПСТГУ, 2012. — 248 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-7429-0716-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Летопись Московского университета / Лахтин Леонид Кузьмич (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2021)
- Библиотека МГТУ имнеи Н. Э. Баумана/ Лахтин Леонид Кузьмич (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2021)