Трубецкой Сергей Николаевич

Рәсәй империяһы дин философы, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Мәскәү Император университеты ректоры (1905), профессор

Трубецко́й Сергей Николаевич (4 август 1862 йыл — 12 октябрь 1905 йыл) — Рәсәй империяһы дин философы, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Мәскәү Император университеты ректоры (1905), профессор.

Трубецкой Сергей Николаевич
рус. Сергей Николаевич Трубецкой
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Титул Кенәз
Тыуған көнө 23 июль (4 август) 1862
Тыуған урыны Ахтырка[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 сентябрь (12 октябрь) 1905[1] (43 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Үлем сәбәбе внутримозговое кровоизлияние[d]
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Атаһы Николай Петрович Трубецкой[d]
Әсәһе Софья Алексеевна Лопухина[d]
Хәләл ефете Прасковья Владимировна Оболенская[d]
Балалары Трубецкой, Владимир Сергеевич[d], Николай Сергеевич Трубецкой[d] һәм Мария Сергеевна Трубецкая[d]
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, университет уҡытыусыһы, яҙыусы, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә
Эш урыны Мәскәү император университеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d] һәм принц
Уҡыу йорто Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Гимназия Креймана[d]
Калужская мужская гимназия[d]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d]
Ғилми етәксе Владимир Сергеевич Соловьёв[d]
Автор Кн. С. Трубецкой
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
золотой крест ордена Спасителя орден Святой Анны 2-й степени
 Трубецкой Сергей Николаевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
С. Н. Трубекий
 
Трубецкой усадьбаһында балалар. 1894—1900 йылдар

1862 йылдың 4 авгусында (23июль) Рәсәй империяһы , Мәскәү губернаһы , Ахтырка поместьеһында кенәз Трубецкой Николай Петрович һәм уның икенсе ҡатыны Софья Алексеевна ғаиләһендә тыуған. Трубецкойҙың бала сағы Ахтырка усадьбаһында күп һанлы ағай-энеләре менән үтә.

1874 йылда ағаһы Евгений менән Ф. И. Креймандың шәхси гимназияһына уҡырға инә, ә 1877 йылда атаһы Калуга вице-губернаторы итеп тәғәйенләнеүе һәм ғаиләнең Калугаға күсеүе менән бәйле Калуга ирҙәр дәүләт гимназияһына күсә.

1881 йылда ағалы-ҡустылы Сергей һәм Евгений Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә, ләкин ике аҙнанан Сергей тарих-филология факультетына күсә, унда тәүҙә тарих, ә һуңынан классик бүлектә уҡый. Гимназияның 4-се класынан философия менән ҡыҙыҡһына башлай, 16 йәшендә англо-француз позитивизмы менән мауыға; 7-се класта К. Фишерҙың "Яңы философия тарихы"ның 4 томын уҡыу философияны тәнҡитле өйрәнеүгә башланғыс һала; дини фәлсәфәгә мөрәжәғәт А. С. Хомяковтың брошюраларын уҡыу йоғонтоһо аҫтында тыуа. Студент йылдарында В. С. Соловьёв әҫәрҙәре менән таныша.

 
С. Н. Трубецкой

1904 йылдың июлендә.

1885 йылда Мәскәү университетын философия докторы дәрәжәһендә тамамлай һәм профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн философия кафедраһында ҡалдырыла. Киләһе йылда магистр имтихандарын тапшыра, 1888 йылдан приват-доктор булараҡ боронғо фәлсәфә тарихы буйынса лекциялар уҡый башлай. Бер нисә тапҡыр сит илгә сыға, унда Көнбайыш Европа профессорҙарының философия, тарих, классик филология һәм сиркәү тарихы буйынса лекцияларын тыңлай. 1890 йылда «Метафизика в древнех Греция» темаһына диссертацияһын яҡлай һәм философия магистры дәрәжәһен ала, 1900 йылда — «Учение о Логосе в его истории» докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, шунан һуң философия докторы дәрәжәһе бирелә һәм тарих-филология факультетының философия кафедраһында экстраординар профессор вазифаһын башҡара. С. Н. Трубецкой бөтә тарихи-философия курстарҙа ла тиерлек уҡый: Сиркәү Аталары фәлсәфәһе, боронғо фәлсәфә тарихы, хәҙерге фәлсәфә тарихы, беренсе быуаттарҙа христиан фекере тарихы, Платон һәм Аристотель фәлсәфәһе[2].

Профессорлыҡ эшен ғилми-тикшеренеү һәм публицистик эшмәкәрлек менән берләштерә. Был ваҡытта фәлсәфәүи әһәмиәткә эйә мәҡәләләр баҫтырып сығара: «Кеше аңының тәбиғәте тураһында» (1890), «Тәҡдир һәм әхлаҡи азатлыҡ» (1894), «Идеализм нигеҙҙәре» (1896); шулай уҡ дөйөм йөкмәткеле күп мәҡәләләр баҫтырып сығара.
1892-1893 йылдарҙың ҡышында асығыусы крәҫтиәндәргә ярҙам итеү өсөн Рязань губернаһына юллана. 1895 йылдың йәйендә Трубецкой Сергей Николаевич ғаиләһе менән «Узкое» усадьбаһына килә[3].

 
Санкт-Петербургта. кенәз Сергей Николаевич Трубецкой табутын оҙатыу. 1905 йыл.
 
Медальон С.Н Трубецко́й вафатына иҫтәлек

1902 йылда дәүләт советник дәрәжәһенә күтәрелә. 1903 йылдың йәйендә тарихи-филология студенттар йәмғиәте етәксеһе булып, Грецияның боронғо әйберҙәрен өйрәнеү өсөн, Рәсәйҙән беренсе студенттар экскурсияһын алып бара. 1904 йылда 4-се дәрәжә Грецияның Ҡотҡарыу орденын ала.[4].
1900-1905 йылдарҙа Л.M. Лопатин менән берлектә «Вопросы философии и психологии» журналын мөхәрирләй. Беренсе юридик Земский съезы етәкселәре үтенесе буйынса 1904 йылдың ноябрендә юғары вәкәләттәр эске эштәр министрлығының иҡтисад бүлеге вице-директоры С. Е. Крыжановский ышанып тапшырған реформа проектының нигеҙен тәшкил иткән белдереү ҡағыҙы яҙа. 1905 йылдың июнь башында земство съезынан һайланған либералдар делегацияһы һәм ҡала етәкселәре исеменән Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр император тарафынан ҡабул ителгән халыҡ вәкиллеге кәрәклеге тураһында һөйләй.[5] .Николай II 1905 йылдың 27 авгусындағы указы менән «Халыҡ мәғарифы министрлығы тарафынан юғары уҡыу йорттары менән идара итеү тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр» индерелгәндән һуң, университет Советы 2 сентябрҙә 43 йәшлек кенәз С. Н. Трубецкийҙы ректор итеп һайлай. Был уның университет хеҙмәткәрҙәрендә файҙаланған абруйының сағыу сағылышы була. Әммә был студенттарҙың ғәҙәти дәрестәр үткәреү мөмкинлегенән мәхрүм иткән сыуалыштарын туҡтатмай һәм 22 сентябрҙә Трубецкой университетты ябырға ҡарар итә. Был студенттар мөхитендәге хәлде тағы ла киҫкенләштерә.[2].

1905 йылдың 29 сентябрендә (12 октябрь) Халыҡ мәғарифы министрында ҡабул итеүҙә булғанда Трубецкойҙың баш мейеһенә ҡан һауа, шунан вафат була. Мәскәүҙә Дон монастыры зыяратында ерләнгән, ерләүҙә бер нисә тиҫтә мең кеше ҡатнаша. Ошо хәсрәтле ваҡиға иҫтәлегенә кенәз портреты менән медальон сыға.

Трубецской философияһы

үҙгәртергә

Урыҫ философы В. С. Соловьевтың эйәрсәне Трубецкой фәлсәфә менән диндең үҙ-ара бәйләнешенә һәм христиан тәғлимәтен нигеҙләүгә, шул иҫәптән үлемһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлә.


Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
 
П. П. Трубейкой Скульптура « Трубецкой балалары» (Николай һәм Владимир) 1900 йыл.
 
Сергей Николаевич Трубецкой ғаиләһе. Прасковья Владимировна — ҡатыны, балалары — Мария, Владимир, (үртала), Николай. 1890-сы йылдар уртаһында.

1887 йылдың 6 октябрендә княжня Прасковья Владимировна Оболенскаяға өйләнә (1860—1914), кенәз Владимир Андреевич Оболенскийҙың ҡыҙы (1814—1877); никахлашыу Калуга өйәҙе Горяиново ауылы (хәҙерге Кольцово) Покров сиркәүендә үтә)[6]. Ул ваҡытта уның һеңлеһе Александраға ҡустыһы Петр[7] өйләнгән була. Никахтан 3 балаһы тыуа:

  • Мария (1888—1934), ире менән Францияға эмиграцияға китә, ; уларҙың Соццани Мария бүләсәре — шағир Иосиф Бродскийҙың ҡатыны.
  • Николай (1890—1938)
  • Владимир (1892—1937)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә