Үҙгәрештәр китабы
«И цзин» (Ҡыт.|易經|易经|Yì Jīng}}ғәҙәти 易經, упр.ябайлаштырылған易经, пиньинь: Yì Jīng), йәки «Чжоу И»[1] (周易) — иң тәүге ҡытай фәлсәфәүи текстарының береһе. Иң тәүге ҡатлам булараҡ, ғәҙәттәгесә б. э. т. 700[2] йылдар тип билдәләнә. Әҫәр күрәҙәселек ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән. Китап 64 гексаграмманан тора. Б. Э.К II быуатта боронғо Ҡытай философы Конфуций (Кун Фу-цзы) тәғлимәте ошо китапты ҡанун итеп алған.
И цзин Үҙгәрештәр китабы | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-lzh" does not exist. | |
| |
Автор | |
---|---|
Был биттә Ҡытай телендә яҙма бар. Уның урынына һорау билдәһе күренергә мөмкин |
«Үҙгәрештәр китабы» — Көнбайыш илдәрендә ҡабул ителгән исеме. «И цзин» дөрөҫ тәржемәһе, бик матур яғымлы булмаған — «Үҙгәрештәр ҡануны» тип тәржемә ителә.
Тарихы
үҙгәртергәЧжоу и Ҡытай тарихындағы тәүге күрәҙәлек итә торған система түгел икәне билдәле. Үҙгәрештәр китабына тиклем булған «Ляньшань» 《連山》 Ся һәм «Гуйцан» 《歸藏》 Шан-инь тигән системалар телгә алына, әммә уларҙың исеменән башҡа бер ни билдәле түгел.
Әҫәрҙең эстәлеге
үҙгәртергәЙәшәп килгән үҙгәрештәр китабы Чжоу династияһы дәүерендә барлыҡҡа килгән.
Әҫәр 64 символ гексаграмманан тора. Уның һәр береһе йәшәйештә була торған хәлде даими үҫеш күҙлегенән күрһәтә. Символдар алты һыҙыҡтан тора; һыҙыҡтар әлеге хәлаттың эҙмә-эҙлекле үҫешен аңлата. Һыҙыҡтар бөтөн йәки өҙлөклө була. Бөтөн һыҙыҡты ҡара төҫ, өҙлөклө һыҙыҡты аҡ төҫ менән күрһәткән вариаттар ҙа бар. Аҡ төҫ актив хәлде, яҡтылыҡты, көсөргәнешлекте (ян) саҡылдыра. Ҡара төҫ пассив хәл, ҡараңғылыҡ, ҡарышмағанлыҡты күрһәтә. Һыҙыҡтарҙы аҫтан өҫкә уҡыу ҡабул ителгән (киреһенсә лә булыуы мөмкин). Уларҙың эҙмә-эҙлекле урынлашыуы йәшәйештең төрлө хәлдәре тураһында һөйләй.
Һәр гексаграмма өсәр триграмманан тора. Таблицала хәл-ваҡиғалар үҫешенең 64 варианты бирелә. Гексаграмманың һәр һыҙығы өсөн күрәҙәсегә әҙер афоризмдар йыйынтығы бар. Күрәҙә ҡылыу өсөн осраҡлы рәүештә гексограмма төҙөргә кәрәк. Бының өсөн тимер аҡса йәки меңяпраҡ ботағын ҡулланалар. Ваҡ аксаны ырғытып, ҡайғы яға менән төшкәненә карап, бөтөн йәки өҙлөклө һыҙыҡтарҙан торған гексаграмма төҙөйҙәр. Шулай итеп алты мәртәбә осраҡлы рәүештә бөтөн йәки өҙлөклө һыҙыҡтарҙан торған гексаграмма төҙөлә. Килеп сыҡҡан гексаграмма өсөн таблицанан тейешле вариантта һайлап алырға кәрәк.
Был система — күп быуаттар буйы донъяны, ысынбарлыҡты, матурлыҡты күҙәтеп йыйылған тәжрибә емеше.
Гексаграммалар системаһы
үҙгәртергәГексаграммалар төҙөлөшө
үҙгәртергәМатематиктарҙы Үҙгәрештәр китабында һыҙыҡтарҙың урынлашыу тәртибе ҡыҙыҡҙындыра. Әлегә тиклем һыҙыҡтарҙың урынлашыу тәртибендә законлылыҡ бармы, әллә хаотик рәүештәме икәне асҡланмаған. Ҡайғы бер законлылыҡ булыуы билдәле лә инде.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Еремеев В. 2007 йыл 11 октябрь архивланған.Е. «Символы и числа Книги Перемен» 2007 йыл 11 октябрь архивланған.
- Ole Lukoe «И цзин». Реконструкция — Книга Перемен как Книга Универсалий
- I Ching (оригинал на китайском с baidu.com)