Көнбайышҡа сәйәхәт

«Көнбайышҡа сәйәхәт» (ҡыт. трад. 西遊記, упр. 西游记, пиньинь: Xīyóujì, палл.: Си ю цзи пиньин Xīyóujì, палл. Си ю цзи) ҡытай телендәге дүрт классик романдарҙың береһе. 1590-сы йылдарҙа автор күрһәтмәйенсә баҫылып сыға. Боронғо заманда китапты У Чэнъэнь яҙған, тигән фекер нығына.

XVIII быуат ҡытай баҫмаһы иллюстрацияһы. Чжу Бацзе (түбәндә һулда), Сюань-цзан (өҫтә һулдан беренсе), Сунь Укун (өҫтә һулдан икенсе)
 
Чанлан Галереяһындағы картинала романдың 49 главаһынан күренештәр һүрәтләнгән: Сюаньцзан, Сунь Укун, Чжу Бацзе, Ша Сэн һәм аҡ аждаһа-ат Гөбөргәйел арҡаһындағы йылға аша сығалар, уларҙы Чэньцзячжуан ауылы халҡы оҙата

100 бүлектә фантастик-сатирик роман монах Сюаньцзандың Һиндостанға Ебәк юлы буйлап будда сутралары артынан сәйәхәте хаҡында бәйән итә. ммә төп ҡатнашыусы булып сюаньцзан үҙе түгел, ә уның юлдашы — маймылдар батшаһы Сунь Укун була. Сюаньцзандың башҡа юлдаштары араһында — комик ярымкеше-ярымсусҡа Чжу Бацзе, монах Ша Сэн һәм элек принц булған аҡ аждаһа-ат.

Структура яғынан китап плут романы нигеҙенә үтә күренмәле будда аллегорияһы һалынған мауыҡтырғыс эпизодтар теҙмәһенән ғибәрәт. Роман стилистик яҡтан бик ҡатмарлы: тарихи нигеҙ — бында фантастик мажаралар, фольклор хикәйәләү башланғысы — автор, халыҡ телмәре юғары әҙәби тел менән берләшә, проза күп һанлы шиғри аңлатмалар менән аралаштырыла.

Тәржемәләр

үҙгәртергә
  • Романдың инглиз теленә ҡыҫҡартылған тәржемәһе (Monkey), Артур Уэйли башҡара, 1942 йылда донъя күргән.
  • Романдың рус теленә тәүге тулы тәржемәһен А. Рогачев (1-2 том) һәм В. Колоколов (3-4 томда) башҡаралар, дүрт томда баҫылып сыға (М.: ГИХЛ, 1959). Ул 1954 йылда баҫылып сыҡҡан баҫма буйынса эшләнгән, Пекинда «Яҙыусы» нәшриәтендә баҫтырыла[1] Һуңыраҡ был тәржемә өс тапҡыр яңынан нәшер ителә (Рига: Полярис, 1994; М. Эннеагон Пресс, 2008; СПб.: Фән, 2015).

Дауам итеү, эшкәртеү, экранлаштырыу

үҙгәртергә

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • 1641 йылда Дун Юэ бәләкәй генә романын баҫтырып сығара «Көнбайышҡа сәйәхәт романына өҫтәмә[A Supplement to the Journey to the West]». Ваҡиғалар У Чэнъэньдың романының 61-се һәм 62-се бүлектәре араһында бара. 1990 йылда уның рус теленә тәржемәһе баҫылып сыға, В. Малявин тарафынан башҡарыла.
  • Шулай уҡ «Көнбайышҡа сәйәхәт» тарихы нигеҙендә 1984 йылда «Аждаһа Ынйыһы» исеме аҫтында Акира Торияманың мангаһы булдырыла.
 
Роман мотивтары буйынса Пекин операһы
  • «Көнбайышҡа сәйәхәт» романы сюжетын Цзанцзюй жанрында Ян Цзиньсянь пьесаһына һала, әлеге пьеса үҙенең феноменаль оҙайлығы менән билдәле (бер пьесаға алты пьеса берләштерелә).
  • 2007 йылда роман нигеҙендә Деймон Албарн тарафынан опера ҡуйыла.
  • Гонконгта төшөрөлгән тулы метражлы фильмдар серияһы (Сунь Укун ролендә Чау Лунчён һәм Юэ Хуа)
    1. Маймыл Көнбайышҡа китә (1966)
    2. Тимер веер принцессаһы (1966)
    3. Үрмәкес мәмерйәһе (1967)
    4. Йәндәр ере (1968)
  • Башҡа киноадаптациялар:

Телевидениела

үҙгәртергә
Ҡытай, Гонконг йәки Тайвань етештергән сериалдар
Япония һәм Корея сериалдары
  • Көнбайышҡа сәйәхәт (1978—1980) ике сезонда 26-шар серия, шулай уҡ The Monkey йәки Monkey Magic булараҡ билдәле. Төп ролдә (япон әйтелешендә Сон Гоку) — Масааки Сакаи Трипитаки/Сюаньцзана/Сандзо Хоси ролендә — актриса Масако Нацумэ; был сериалда ҡатын-ҡыҙ ролен ҡатын-ҡыҙ башҡара.
  • Көнбайышҡа сәйәхәт (2006), шулай уҡ Saiyuki булараҡ билдәле. Төп ролдә — Синго Катори, Трипитаки ролендә — актриса Эри Фукацу. Камео сифатында сериалда Масааки Сакаи ҙа күренә — Будда Шакьямуни ролендә.
  • Хваюги/Корея одиссеяһы (Корея Республикаһы, 20 серия, 2017). Роман мотивтары буйынса фантазиянан ғибәрәт, ғәмәле хәҙерге Көньяҡ Кореяға күсерелгән; төп ролдә (Корея телендәге төш Огон) Ли Сынги, төп ҡатын-ҡыҙ ролендә Роман мотивтары буйынса фантазиянан ғибәрәт, ғәмәле хәҙерге Көньяҡ Кореяға күсерелгән; төп ролдә (Корея телендә Сон Огон) Лы Сынги, төп ҡатын-ҡыҙ ролендә О Ёнсо.
Көнбайыш сериалдары

Мультипликацияла

үҙгәртергә
  • Ҡытай трилогияһы:
    1. Сунь Укун: Переполох в Небесных чертогах (1965)
    2. Сунь Укун: Женьшень ғүмере емештәре
    3. Сунь Укун: Маймылдар батшаһы демондарҙы еңә
  • Аждаһа ынйыһы (1986) / Dragon Ball — Акира Торияма авторлығындағы аниме-экранизация, уның нигеҙендә «Көнбайышҡа сәйәхәт» романы.

Видеоуйындарҙа

үҙгәртергә
  • Ganso Saiyūki: Super Monkey Daibōken — япон RPG — Vap компанияһынан .
  • Sayuki: Journey West — япон RPG — Koei компанияһынан.
  • Enslaved: Odyssey to the West — атамаһы, сюжеты һәм персонаждары «Көнбайышҡа сәйәхәт» әҫәренә тап килә.
  • Unruly Heroes — уйын, төп геройҙары оригиналь әҫәрҙгә тап килә.
  • Black Myth: Wukong — игра студии

Башҡалар

үҙгәртергә
  • Lego Monkie Kid — LEGO конструкторының тематик серияһы, 2020 йылдан сығарыла[2].
  • Никольская С. В. Буддийские мотивы в романе У Чэнъэня «Путешествие на Запад» (XVI в.) // Философские вопросы буддизма / отв. ред. В. В. Мантатов. — Новосибирск: Наука, 1984. — С. 114—123. — 128 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. А. Рогачев У Чэн-энь и его роман «Путешествие на Запад» // У Чэн-энь. Путешествие на Запад / Перевод с китайского, вступ. ст. и прим. А. Рогачева; перевод стихов под ред. А. Адалис и И. Голубева. — М.: Государственное издательство художественной литературы, 1959. — Т. 1. — С. 15.
  2. Lego Group. LEGO® Monkie Kid™ - a new hero is born, a new story is waiting to unfold. Lego.com. Lego (15 май 2020). Дата обращения: 15 май 2020. Архивировано 15 май 2021 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә