Пермь өйәҙе
Пермь өйәҙе — 1781 йылдан 1923 йылға тиклем Пермь наместниклығы һәм Пермь губернаһы составында ойошторола.
Пермь өйәҙе
|
Административ уҙәге — Пермь ҡалаһы.
Тарих
үҙгәртергә1781 йылда нигеҙләнгән. 1781 йылдаң Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының үҙәк өлөшө ингән. 1796 йылдаң алып Пермь губернаһы составында. 1923 йылда өйәҙ бөтөрөлә, уның территорияһы Урал өлкәһенең Пермь округына инә.
География
үҙгәртергәМайҙаны — 27 268 км² (1897). Административ уҙәге — Пермь ҡалаһы. XIX быуат аҙағында төньяҡта — Пермь губернаһы Соликамск өйәҙе, көнсығышта — Верхотур өйәҙе, көньяҡта — Көңгөр һәм Уҫы өйәҙҙәре, көнбайышта Оханск өйәҙе менән сиктәш була.
Иҡтисад
үҙгәртергәХалҡы башлыса игенселек, һөнәрселек менән шөғөлләнә. XIX быуат аҙағында Йоҡ-Кама заводы, 39 тире иләү, 30 май һығыу, 6 таҡта ярыу, 5 суйын иретеү, 2 араҡы, 2 тимер етештереү заводтары һәм башҡа предприятиелар эшләй. Ҙур йәрминкәләр Архангел-Пашийский заводы ҡасаба, Ильинка, Үрге Чусовой Ҡаласығы ауылдарҙа үткәрелә. XIX быуат уртаһында Сулман йылға буйлап пароход бәйләнеше асыла. Пермь тимер юлы участкалары — Пермь—Екатеринбург (1878), Пермь—Котлас (1899), Пермь—Көңгөр—Екатеринбург (1909) һәм башҡалар — һалына. Пермь өйәҙе 50 сиркәү, 8 мәсет иҫәпләнә (1870).
Халҡы
үҙгәртергәХалҡы 1795 йылда — 82 400 кеше, 1870 йылда — 152 714 (шул иҫәптән башҡорттар 2168), 1897 йылда — 272 967 (башҡорттар — 3 677, татарҙар — 6 982, урыҫтар — 259177 һәм башҡалар). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 243 614 крәҫтиән, 18 655 мещан, 5 942 дворян, 787 сауҙагәр иҫәпләнә; мосолмандар — 10608, православие динендәгеләр — 259 949 (шул иҫәптән 19 761 старообрядсы), католиктар — 1024, йәһүдтәр — 1003 һәм башҡалар. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Пермь өйәҙе территорияһында 1‑се башҡорт кантоны ойошторола. 1869 йылда өйәҙҙә 1667 торама пункт була. 1874 йылда 3 станға, 43 улусҡа бүленгән. XIX быуат аҙағында башҡорттарҙың төп өлөшө Башҡорт Ҡолтайы, Ҡуян ауылдарында йәшәй.
Административ-территориаль бүленеше
үҙгәртергә1913 йылда Пермь өйәҙе составында 44 улус иҫәпләнә[2]:
|
|
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Демоскоп Weekly. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Наличное население в губерниях, уездах, городах Российской Империи (без Финляндии) . Архивировано 25 февраль 2012 года.
- ↑ Волостныя, станичныя, сельскія, гминныя правленія и управленія, а также полицейскіе станы всей Россіи съ обозначеніем мѣста ихъ нахожденія. — Кіевъ: Изд-во Т-ва Л. М. Фишъ, 1913.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пермская губерния: список населённых мест по сведениям 1869 года. СПб., 1875;
- Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шумилов Е. Н. Пермь өйәҙе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.