Көсөков Хәмиҙулла Шаһингәрәй улы

уҡытыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән

Көсөков Хәмиҙулла Шаһингәрәй улы (рус. Кучуков Хамидулла Шагингареевич; 1871 — ?) — уҡытыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән.

Көсөков Хәмиҙулла Шаһингәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1871
Тыуған урыны Силәбе губернаһы, РСФСР
Һөнәр төрө сәйәсмән

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәмиҙулла Шаһингәрәй улы Көсөкөв Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Миҙиәк ауылында тыуа. Сығышы менән Көсөковтар дворян нәҫеленән. Һөнәре буйынса уҡытыусы-мөғәллим булараҡ ул йәштән үк ил-көн хәстәре менән яна, шуға ла дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре булып таныла. Сәйәси йәһәттән ышанысһыҙ тип татынып, полиция күҙәтеүендә тотола. 1908 йылда бер йылға Ырымбур губернаһынан ҡыуыла.

Февраль революцияһынан һуң, 1917 йылдың яҙында, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге комитетына һайлана, әммә тиҙҙән уның составынан сығырға мәжбүр була. 1917-1918 йылдарҙа Башҡортостандың Урал аръяғында йәйелгән сәйәси көрәштә Совет власы яҡлы булып сығыш яһай. 1918 йылда, башҡорт халҡының вәкиле булараҡ, Силәбе өйәҙенең ер комитеты составына индерелә. Шул төбәктә йәшәгән башҡорт һәм урыҫтар араһында ер мөнәсәбәттәрен яйға һалыуҙа мөһим роль уйнай. Әммә 1918 йылдың июнендә Чехословак корпусы башлаған фетнә арҡаһында, власҡа аҡтар килә һәм Көсөков ҡулға алына. Уны төрмәнән ҡыҙыл партизандар отряды килеп ҡотҡара.

Арғаяш эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советы рәйесе С. А. Ходов етәкселегендә шул төбәктә йәшәгәндәрҙән ойошторолған 1-се тау полкы штабында тәржемәсе булып хеҙмәт итә. 1919 йылда, власть ҡыҙылдар ҡулына күскәс, Арғаяшҡа эшкә ебәрелә. Халыҡ судъяһы, Арғаяш кантоны башҡарма комитет ағзаһы булып эшләй. Ауырыу сәбәпле 1923 йылда эшенән китергә мәжбүр була[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Назыров П. Ф. Кучуков Хамидулла Шагингареевич // Челябинская область : энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. – Челябинск: Камен. пояс, 2005. – Т. 3. – С. 607.