Көньяҡ Уралды үҙләштереү

XVI — XX быуаттар башында Көньяҡ Уралдағы буш ятҡан ерҙәргә кешеләрҙе күсереү, төбәкте мәҙәни йәһәттән үҙләштереү

Көньяҡ Уралды үҙләштереү — XVI—XX быуаттар башында Көньяҡ Уралдағы буш ятҡан ерҙәргә кешеләрҙе күсереү, төбәкте мәҙәни йәһәттән үҙләштереү[1].

Көньяҡ Уралды үҙләштереү
Дәүләт  Рәсәй империяһы

Көньяҡ Уралды үҙләштергәндә дәүләт ситендә ятҡан ерҙәрҙәрҙе үҙләштереүҙең бөтә формалары ла ҡулланыла. Йәғни аграр, сәнәғәт, урбанистик, хәрби-административ, православие диненә ылыҡтыру һәм башҡа реформалар әүҙем үткәрелә. Башҡортостан ерен үҙләштереү XVI быуатта башлана. Был йәһәттән 1557 йылда Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуы, 1591 йылда Яйыҡ казак ғәскәренең ойошторолоуы, 1581—1582 йылдарҙа Ермактың Себер походы мөһим әһәмиәткә эйә була[2]

Башҡорт ерҙәре Рәсәй биләмәһе составына ингәндән һуң Көньяҡ Уралда урыҫ ауылдарына нигеҙ һалына. 1574 йылда Өфө ҡәлғәһе төҙөлә, 1584 йылда Архангельск (Бөрө) һәм Минзәлә (хәҙер Татарстан Республикаһының Минзәлә районы үҙәге) ауылдары, 1591 йылда боронғо урыҫ ауылы Новоникольск (хәҙер Пермь крайындағы Оса ҡалаһы) ҡалҡып сыға.

XVII быуатта Сирмешән йылғаһы ярҙары буйлап Тейен (Тиинск), Биләр, Шешмә кеүек яңы нығытмалар төҙөүгә бәйле башҡорт ерҙәренә хәрби сословиеға ҡарағандар күпләп күсерелә. Улар араһында дворяндар, казактар, стрелецтар була. XVII быуаттың тәүге яртыһында башҡорт ерҙәрен Рәсәй административ-территориаль ҡоролошона индереүҙе тиҙләтеү маҡсатында Өфө өйәҙе ойошторола. Әммә күсмәндәрҙең урыҫ ауылдарын йыш ҡына талауы һәм бер туҡтауһыҙ тиерлек булып торған башҡорт ихтилалдары колонизация процесын тотҡарлай[3]. Яйыҡ казактары Рәсәй империяһының көньяҡ сиген нуғайҙар, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар (ҡаҙаҡтар), ҡалмыҡтарҙан һаҡлай. Ошо маҡсатта Яйыҡ ҡаласығына (хәҙер Ҡаҙағстан Республикаһының Уральск ҡалаһы) һәм Яйыҡ һәм Һаҡмар йылғалары буйлап бер нисә крепостной нығытмалар булдырыла. Ермак дружинаһының походы һәм Себер ханлығын бөтөрөү күсенеүселәрҙең үҙләштерелгән Урта Уралдан Көньяҡ Урал аръяғына үтеп инеүен еңелләштерә[4]

XVII быуат уртаһынан Иҫәт йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары (Мейәс, Тинес, Синара йылғалары) буйында йәйрәп ятҡан уңдырышлы ерҙәргә күскенселәр килеп төпләнә һәм был территориялар Иҫәт провинцияһы составына индерелә. 1644 йылда Далматовский Успенский монастыренә нигеҙ һалыу Көньяҡ Уралды колонизациялауҙа мөһим этап булып тора. Был монастырь тирәһенә урыҫ крәҫтиәндре килеп төпләнә. Көньяҡ Уралдың көнсығыш һырттарын уратып Иҫәт төрмәһе (1650), Ҡатай төрмөһе (1655), Мехос төрмәһе (1660), Щадрин слобадаһы (1662), Маслен төрмәһе (1668), Белояр слободаһы (1682), Багаряк слободаһы (1688) ярым түңәрәк рәүешендә урынлаша. Шулай итеп, XVII быуат аҙағына Уралда бик ҙур иген игеү үҙәге хасил була. 1695 йылда Көньяҡ Уралда 5 мең ир-егеттән торған (поместьеһы булмаған казактар, крәҫтиәндәр, ғаиләһеҙ ирҙәр) 1417 ихата барлыҡҡа килә. 1678 йылда Өфө өйәҙендә 688 яңы күсенеүселәр ихаталары барлыҡҡа килә, 1719 йылға уларҙың һаны 1198-гә етә[5] XVIII быуатта Ырымбур экспедицияһын ойоштороу һәм Ырымбур хәрби-сик һыҙатын булдырыу крәҫтиәндәрҙең ирекле рәүештә күсенеүенеп төпләнеүен, крайҙы хужалыҡ-иҡтисади һәм мәҙәни яҡтан үҙләштереүҙе тиҙләтә. 1744 йылда ойошторолған Ырымбур губернаһы тотошо менән Көньяҡ Урал территорияһын үҙ эсенә ала. Ю. М. Тарасов мәғлүмәттәре буйынса 1744 йылдан алып 1788 йылға тиклем был төбәккә 155 мең крәҫтиән күсенә. Уларҙың милли составы: 33,3 процент урыҫтар, 14.1 — сыуаштар, 7.5 — мордвалар һәм 1.7 процент мариҙар.

XVIII быуат аҙағына һөрөнтө ерҙәр 5 тапҡырға арта (1794 йылда 895,3 десятина). Иң уңдырышлы ерҙәр Иҫәт провинцияһында булыуы асыҡлана. Шулай итеп, крҫтиәндәр арыш, һоло, бойҙай, арпа, борсаҡ, мәк, тары, киндер, етен, ҡара бойҙай үҫтерә. Етештерелгән игендең өстән бер өлөшө һатыуға сығарыла. Сөнки был ерҙәрҙә асылған завод эшселәренә, башҡа китегория граждандарына икмәкте һатып алырға тура килә. Көньяҡ Уралда 1745 йылда тәүге Воскресенск баҡыр иретеү заводы эшләй башлай. Шулай итеп, 1760 —70-се йылдарҙа Көньяҡ уралда 30-ҙан ашыу металлуоргия заводтары асыла[6].

Һамар-Златоуст тимер юлының һалыныуы шул тирәләге өйәҙҙәргә күскенселәрҙе килеп төпләнеүе бермә-бер арта. Бигекрәк тә Силәбе өйәҙенә күп күсенәләр. Реформа үткәреү йылдарында Рәсәйҙең төрлө төбәгенән крәҫтиәндәр башҡорт ерҙәренә килеп төпләнә. Өфө губернаһына Вятка губернаһынан, Ырымбурға Тамбов, курск, Рязань, Орлов һәм башҡа губерналарҙан киләләләр. 1860—90-сы йылдарҙа Өфө губернаһы халҡы 1,8, ә Ырымбур губернаһы халҡы 2 тапҡырға арта.

Сәнәғәт тармағының үҫеше менән бергә төрлө халыҡ кәсептәренең үҫә башлауына күҙәтелә. Балыҡ тотоу, тимерлек асыу, тире иләү, ит һәм сало ҡаҡлау кеүек кәсептәр киң үҫеш ала. Губернала 1 меңдән ашыу һыу тирмәне була (1764). Был тармаҡтарҙы үҫтереүгә дәүләт крәҫтиәндәре тос өлөш индерә.

Рәсәй хөкүмәте көньяҡ сиктарҙы нығытыу маҡсатында Тамбов, Рязань, Курск, Орлов, Воронеж һәм башҡа губерналарҙан күсенеүселәргә төрлө пособиелар һәм льготалар биреүҙе юлға һала: мәҫәлән, крәҫтиәндәр рекрут хеҙмәтенән азат ителә, аҡсалата ссудалар, сәсеү өсөн орлоҡ, йорт төҙөү өсөн бушлай ағас материалдары ала, уларға буш медицина ярҙамы күрһәтелә. Күсенеү ваҡытында йәшәп тороу өсөн хатта фатирҙар бирелә. Күсенеүселәр, нигеҙҙә, урыҫ, татар, типтәр, мишәр, мордва, сыуаш милләтенән була.

XIX быуаттың бееренсе яртыһына Көньяҡ Уралды колонизациялауҙы өс осороға бүлергә мөмкин: беренсе осор — 1800—1815 йй., 2-се осор — 1816—1834 йй., өсөнсө осор — 1835—1850 йй. Тәүге ике осорҙа күсенеүселәр Быҙаулыҡ, Силәбе, Троицк өйәҙҙәренә ебәрелә. Өсөнсө осорҙа күсенеүселәр Ырымбур өйәҙенә барып төпләнә.

Көньяҡ Уралды үҙләштереүҙә казактар мөһим роль уйнай. 1850 йылға Ырымбур губернаһында казактар һаны 162,1 меңгә барып етә (ике енес тә иҫәпкә алына). 1861—1890 йылдарҙа үҙ иректәре менән күсенеүселәр һаны 190,9 меңгә бурып етә, һәм улар, башлыса, Өфө (33,ғ процент), Стәрлетамаҡ (25,8 процент), Бәләбәй (22 процент), Ырымбур өйәҙенә һәм ҡалаһына (51,5 процент) төпләнә[7].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә