Көнбайыш Гат тауҙары

Көнбайыш Гат тауҙары[2] (һинд पश्चिमी घाट), Сахьядри (һинд सह्याद्रि) — Һиндостандың көнбайышындағы тауҙар теҙмәһе. Ул Декан яҫы таулығының көнбайыш сиге буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙыла, ул яҫы таулыҡты Ғәрәбстан диңгеҙенең тар ғына яр буйы тигеҙлегенән айырып ята. Тауҙар теҙмәһе Гуджарат һәм Махараштра сигендә, Тапти йылғаһынан көньяҡтараҡ башлана, Махараштра, Гоа, Карнатака, Тамилнад һәм Керал штаттары аша яҡынса 1600 километр үтеп, Каньякумарҙа, Һиндостандың көньяҡ сигендә тамамлана. Көнбайыш Гат тауҙарының яҡынса 60 проценты Карнатакта урынлашҡан.

Көнбайыш Гат тауҙары
һинд पश्चिमी घाट
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан
Административ-территориаль берәмек Гуджарат[d], Махараштра[d], Гоа[d], Карнатака[d], Керала[d] һәм Тамилнад[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30[d]
Иң юғары нөктә Анай-Муди[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2695 метр
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән базальт, Латерит[d] һәм эзбизташ
Эра юрский период[d] һәм Кайнозой
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Оҙонлоҡ 1600 km
Киңлек 100 km
Майҙан 160 000 км²,
795 315 гектар
Содержит Сурат, Мумбай, Пуна, Колхапур[d], Сирси[d], Шимога[d], Чикмагалур[d], Мангалор[d], Мадикери[d], Кожикоде[d], Ироду[d], Коимбатур[d], Палаккад[d], Поллачи[d], Кочин[d], Коттаям[d], Тенкаси[d], Тирунелвели[d] һәм Тривандрам[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ix)[d][1] һәм (x)[d][1]
Карта
 Көнбайыш Гат тауҙары Викимилектә

Тауҙар 60 000  км² ерҙе биләй, уртаса бейеклеге — 1200 м, иң бейек нөктәһе — Анай-Муди (2695. м.).

Геологияһы

үҙгәртергә

Көнбайыш Гат тауҙары тулы тауҙар теҙмәһе түгел, ә Декан платоһының шылған ситенән ғибәрәт. Моғайын, улар 150 млн йыл самаһы элек ғәйәт ҙур Гондвана континенты тарҡалып бүлгесләнгән осорҙа формалашҡандыр. Майами университеты геофизиктары Баррен менән Хариссон, Һиндостандың көнбайыш ярҙары Мадагаскарҙан кителеп төшкәс, 100 млн йылдан алып 80 миллион йылға тиклем элек барлыҡҡа килгән тип фаразлай. Кителеп төшкәндән Һиндостан яҫы таулығының ярымутрау өлкәһе хәҙерге Реюньон районында ағып йөрөй (21°06' ю. ш., 55°31' в. д.). Ер аҫтынан эре лаваларҙың атылыуы Декан яҫы таулығын барлыҡҡа килтергән. Шулай итеп, Һиндостан уртаһында киң базальт ҡатламы булған яҫы таулыҡ хасил була. Ошо янартау процестары Көнбайыш Гат тауҙар теҙмәһенең төньяҡ өлөшөндә көмбәҙгә оҡшаш түбәләрҙе булдыра. Тау нигеҙендә ятҡан ҡая таштар бынан 200 млн йыл элек формалашҡан. Ҡайһы бер урындарҙа уларҙы күрергә мөмкин, мәҫәлән Нилгирила.

Базальт — төп тау тоҡомо, ул 3 км тәрәнлектә лә осрай. Башҡа тоҡомдарҙан чарнокит, гранит гнейс, хондалит, гранулит,эзбизташ ҡушылмалары булған гнейс, тимер мәғдәне, долерит һәм анортозиттар ҙа осрағылай бында. Көньяҡ убаларҙа шулай уҡ латерит һәм боксит ятҡылыҡтары ла бар.

Көнбайыш Гат тауҙары төньяҡтағы Сатпур тауынан Гоа, Карнатака аша көньяҡҡа Керал һәм Тамилнадҡа үтә. Төньяҡта башланған ҙур Сахьядри тауҙар теҙмәһендә тау станциялары бик күп. Кесе тауҙар теҙмәһе араһында Кардамонов, Нилгиря, Анаймалай һәм Керал менән Тамилнадта Палани тауҙарын атап үтергә була. Һиндостандың иң бейек нөктәһе (2695 . м.) Көнбайыш Гхата тауҙарында Гималай — Анай-Мудинан көньяҡтараҡ ята .

Кералда Палгхад ҡалаһы янында Көнбайыш Гаттың иң көньяҡтағы өлөшөн системаның төньяҡ өлөшөнән айырып торған киң Палаккад үткәүеле урынлашҡан.

Йылғалары

үҙгәртергә
 
Көнбайыш Гаттың урмандарында

Көнбайыш Гат тауҙар теҙмәһендә Һиндостандың байтаҡ йылғалары башлана. Көнбайыштан көнсығышҡа Бенгал ҡултығына табан аҡҡан Кришна, Годавари һәм Кавери көнсығыштан көнбайышҡа, шулай уҡ , көнбайыш, көнсығыш һәм Ғәрәбстан диңгеҙҙенә табан юлланған Карамандың шишмә башы шунда. Махараштрала һәм Кералда һыуһаҡлағыстар төҙөлгән.

  ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1342
рус.англ.фр.

Көнбайыш Гат тауҙарының дымлы һәм тропик климаты бейеклеккә һәм экваторҙан ниндәй алыҫлыҡта ятыуына бәйле. Төньяҡта 1500 метрҙан ашыу һәм көньяҡта уртаса 2000 метрҙан ашыу бейеклектә климат уртаса.

Бында уртаса температура +15°С, ҡышын урыны менән температура 0°С градусҡа тиклем төшә. Һыуыҡ осор иң дымлы көндәргә тура килә.

Тауҙар ямғыр алып килгән көнбайыш муссон елдәрен ҡаплап тора, шуға ла тауҙарҙа яуым-төшөм күп була, айырыуса көнбайыш битләүҙә. Ҡуйы урмандар ҙа был өлкәлә яуым-төшөмдөң күплегенә килтерә. Йылына 3000-4000 мм яуым-төшөм яуа.

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Көнбайыш Гат тауҙарында бай биологик төрлөлөк күҙәтелә, эндемик төрҙәр ҙә бар.

130-ҙан ашыу төр һөтимәр, 180-ләп төр ер-һыу хайуаны, 500-ҙән ашыу төр ҡош ошо тауҙарҙы төйәк иткән. Һыу ятҡылыҡтарында йөҙгә яҡын төр балыҡ иҫәпләнә. Эндемик төрҙәрҙән вандер, сәнскеле соня, нилгирий тары, Nasikabatrachus sahyadrensis, көньяҡ һинд әрмәндеһе һәм башҡаларҙы бында осратып була. Шуныһы ҡыҙыҡ, тауҙа йәшәгән һыу хайуандары төрөнөң яҡынса 80 процентын башҡа ерҙә бөтөнләй юҡ..

Флораһы ла бик бай: бында 5000-дән ашыу төр сәскәле үҫемлектәр үҫә.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Көнсығыш Ғаталарҙы

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 http://whc.unesco.org/en/list/1342
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; СГНЗС төшөрмәләре өсөн текст юҡ