Года́вари (һинд गोदावरी) — Һиндостанда ҙурлығы буйынса икенсе йылға.

Годавари
хинди गोदावरी, గోదావరి te, గోదావరి
Godavari River.png
Характеристика
Оҙонлоғо 1465 км
Бассейн 313 000 км²
Һыу сығымы 3038 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Көнбайыш Гаттар
 · Урынлашыуы Махараштра штаты, Һиндостан
 · Бейеклеге 1200 м
 · Координаталар 19°55′48″ с. ш. 73°31′39″ в. д.HGЯO
Тамағы Бенгал ҡултығы
 · Урынлашыуы Антарведи ауылы, Андхра-Прадеш штаты, Һиндостан
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 16°43′32″ с. ш. 82°19′52″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Һиндостан Һиндостан
Годавари (Һиндостан)
Точка
Точка
Blue 0080ff pog.svg — инеше, Blue pog.svg — тамағы
Годавари Викимилектә

ГеографияҮҙгәртергә

Оҙонлоғо — 1465 км, бассейн майҙаны — 313000 км².

Махараштра штатында Тримбак ҡалаһы янында, Ғәрәбстан диңгеҙе яр буйынан 80 км алыҫлыҡта, Көнбайыш Гаттарҙың көнсығыш битләүҙәрендә башлана. Көнсығышҡа табан Махараштра Һәм Андхра-Прадеш штаттарының территорияһында Декан яҫы таулығы буйлап аға һәм Бенгал ҡултығына ике тармаҡ барлыҡҡа килтереп ҡоя. Годавари һәм Кришна йылғаларының дельталары уртаҡ тип иҫәпләргә мөмкин.

 
Коввур ғалаһы янында Годавари йылғаһы

Годавари — индуисттар өсөн изге йылға тип иҫәпләнә, уның ярҙ буйҙарында изге урынға сәфәр ҡылыусыларҙың бер нисә үҙәктәре урынлашҡан[1].

Раджамандри ҡалаһынан юғарыраҡ һуғарыу һәм электроэнергия етештереү маҡсатында ҙур быуа төҙөлгән.

Төп ҡушылдыҡтары: Индравати, Манджира, Пранахита, Ваинганга, Вардха, Киннерасани, Силеру, Сабари.

Йылға буйындағы ҡалалар: Тримбакешвар, Насик, Копаргаон, Паитан, Нандер, Бхадрачалам, Раджамандри, Коввур, Нарсапур.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Годавери, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Река Годавари в 1911 [1]
  • Осмий в эстуарии реки Годавари, Индия, 2001 [2]
  • Доклад о бассейне реки: Годавари [3]


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ