Бенгал ҡултығы
Бенга́л ҡултығы (бенг. বঙ্গোপসাগর, там. வங்காள விரிகுடா, һинд बंगाल की खाड़ी) — Һинд океанының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан донъялағы иң ҙур диңгеҙ ҡултығы. Ҡултыҡты Һиндостан, Бангладеш, Мьянма һәм Шри-Ланка илдәренең ярҙары йыуып тора. Көнбайышта — Һиндостан ярымутрауы, көнсығышта Мьянма яр буйы һәм Андаман һәм Никобар утрауҙар дуғалары менән сикләнгән. Ҡултыҡтың төньяҡ осонда уға исем биреүсе Бенгал тарихи өлкә урынлашҡан.
Бенгал ҡултығы | |
---|---|
Урынлашыуы | Һинд океаны |
Майҙаны | 2 172 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 4694 м |
Уртаса тәрәнлек | 2600 м |
Бенгал ҡултығы Викимилектә |
Бенгал ҡултығына күп кенә йылғалар — Ганг, Брахмапутра, Мегхна, Кришна, Годавари, Кавери, Маханади, Иравади һыуҙарын ҡоя.
Ҡултыҡтың төньяҡ-көнсығыш яр буйында Бангладештың Кокс-Базар янында донъялағы иң ныҡ һуҙылған пляж урынлашҡан (120 км).
Гидрологик, гидрохимик һәм башҡа параметрҙар буйынса Бенгал ҡултығы диңгеҙҙәргә ҡарай.
Ҡултыҡ сиктәре
үҙгәртергәХалыҡ-ара гидрографик ойошма Бенгал ҡултығының сиктәрен артабанғыса билдәләй[1]:
- Көнсығышта: Бирмалағы Модин (Негрейс) морононан (16°03’N) алып иң эрерәк Андаман утрауҙары аша Кесе Андаман утрауындағы нөктәгә (10°48’N, 92°24’E) тиклем үткәрелгән һыҙыҡ буйлап.
Этимология
үҙгәртергәБоронғо индуистик текстарҙа ҡултыҡ Маходабхи тип атала[2][3]. Антик карталарҙа ҡултыҡ Синус Гангетикус йәки Гангетикус Синус тип билдәләнгән, был тәржемә иткәндә "Ганг ҡултығы"н аңлатҡан[4]. Х быуатта Чола империяһы экспанциялары осоронда Оло Һиндостан мәҙәни төбәге үҫешкәс, был ҡултыҡты Чола күле тип атайҙар. Һуңыраҡ Бенгал тарихи өлкәһенең атамаһын ҡуллана башлайҙар[5].
Диңгеҙ порттары
үҙгәртергәҠултыҡтың ярҙарында донъяның иң ҙур порттарының ҡайһылары урынлашҡан — Читтагонг порты (Бангладеш) һәм Вишакхапатнам һәм Ченнаи (Һиндостан). Ҙур порттар рәтенә Монгла, Калькутта һәм Янгон (Бирма) порттары инә.
Утрауҙар
үҙгәртергәҠултыҡта күп кенә утрауҙар бар, шул иҫәптән Андаман утрауҙары, Никобар утрауҙары һәм Мьей утрауҙары бар. Мьянманың яр буйы янында урынлашҡан Чедуба утрауҙары төркөмө янар ҡойо вулкандары барлығы менән айырылып тора. 572 Андаман һәм Никобар утрауҙары араһынан тик 37 йәғни 6,5 % ғына төйәкләнгән[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Limits of Oceans and Seas, 3rd edition . International Hydrographic Organization (1953). Дата обращения: 7 февраль 2010. 2011 йыл 8 октябрь архивланған.
- ↑ Kuttan. The Great Philosophers of India. — AuthorHouse, 2009. — ISBN 978-1434377807.
- ↑ Dhanushkodi . indiatourism4u.in. Дата обращения: 21 август 2013.
- ↑ 1794, Orbis Veteribus Notus by Jean Baptiste Bourguignon d’Anville
- ↑ Map of the Bay of Bengal 2012 йыл 26 апрель архивланған. URL accessed 22 January 2007
- ↑ The long stretch of sand glistening like silver dust 2007 йыл 30 сентябрь архивланған. URL accessed 23 January 2007
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бенгальский залив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)