Күлбаева Йомабикә Йәмил ҡыҙы

Мәғариф ветераны

Күлбаева Йомабикә Йәмил ҡыҙы (21 декабрь 1926 йыл — 27 октябрь 1993 йыл) — мәғариф ветераны. III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены кавалеры.

Күлбаева Йомабикә Йәмил ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia (1991–1993).svg Рәсәй
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 21 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Ишдәүләт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 27 октябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә "Әсәлек даны" ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Күлбаева Йомабикә Йәмил ҡыҙы 1926 йылдың 21 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ишдәүләт ауылында тыуған. 1942 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен алтын миҙал менән тамамлағандан һуң Әтек ауылында математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул йылдарҙа ситтән тороп Темәс педагогия училищеһында уҡый һәм уны ла тик яҡшы билдәләргә тамамлай.

1947 йылдың сентябрендә Иҫке Собханғолға наҙанлыҡты һәм әҙ белемлелекте бөтөрөү буйынса уҡытыусы һәм бер үк ваҡытта Бөрйән район мәғариф бүлегенең бухгалтеры итеп күсерелә.

1948 йылдың июненән Иҫке Собханғол урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай.

1964 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбе янында асылған интернат менән етәкселек итә. 1993 йылдың 27 октябрендә вафат була. Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.

ҒаиләһеҮҙгәртергә

Ире, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм Дан ордены кавалеры Күлбаев Мазһар Йәғәфәр улы, менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөтә балалары ла юғары белемле. Йомабикә Йәмил ҡыҙы III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән.

  • Улдары Әлфир Мазһар улы (1949), Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай.
  • Ҡыҙҙары Шәрәфетдинова Әлфиә Мазһар ҡыҙы (1951) III саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • Улдары Күлбаев Айҙар Мазһар улы (1954) Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре ветераны, подполковник.
  • Хәйҙәр Мазһар улы (1957) I класлы юстиция советнигы, полковник.
  • Ҡыҙҙары Зөлфиә Мазһар ҡыҙы (1959), Мәскәү кооперация институтының (Саранск филиалы) экономика факультетын тамамлай. Тыуған ауылы Иҫке Собханғолда йәшәй һәм эшләй.
  • Улдары Илдар Мазһар улы (1961), Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай.
  • Улдары Ринат Мазһар улы (1969), Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены,
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы,
  • БАССР Матбуғат министрлығының Маҡтау грамотаһы,
  • БАССР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә