Күлбаев Айҙар Мазһар улы

хәрби врач-офтальмолог. I, II, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалдары, I дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалы к

Күлбаев Айҙар Мазһар улы (27 октябрь 1954 йыл) — хәрби врач-офтальмолог, подполковник. I, II, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалдары, I дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалы кавалеры. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре ветераны.

Күлбаев Айҙар Мазһар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 27 октябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө военный врач, офтальмолог
Хәрби звание подполковник[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Айҙар Мазһар улы Күлбаев 1954 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Йомабикә һәм Мазһар Күлбаевтар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Куйбышев медицина институтының Хәрби-медицина факультетына уҡырға инә һәм уны 1978 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәтте стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә үтә, хәрби врач-офтальмолог булып хеҙмәт итә. Намыҫлы һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн Айҙар Мазһар улы Күлбаев I, II, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалдары, III,II, I дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалдары һәм Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Рационализатор, биш рационализаторлыҡ тәҡдиме танытмаһы бар.

Хәрби хеҙмәтен тамамлағандан һуң Айҙар Мазһар улы Өфө ҡалаһында йәшәй, Орджоникидзе һәм Калинин райондарының хәрби-табип комиссияһының табип-етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Хәрби-табип экспертиза үҙәге табип-офтальмологы булып эшләй. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре ветераны, подполковник.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (СССР оборона министрының 1987 йылдың 12 ғинуарындағы 3-сө номерлы Бойороғо)
  • I һәм II дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалдары (Рәсәй Федерацияһы оборона министрлының Бойороҡтары, таныҡлыҡ бирелмәй),
  • I дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы оборона министрлының 1997 йылдың 2 апрелендәге № 191 бойороғо),
  • Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының Почет грамоталары,
  • Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының Рәхмәт хаттары.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә