Кухарь Мария Егоровна

Мария Егоровна Кухарь (ҡыҙ фамилияһы Карноза; 10 апрель 1929 йыл) — Днепропетровск өлкәһе Яңы Мәскәү районының Чкалов исемендәге колхозында звено башлығы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950).

Кухарь Мария Егоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 10 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыны Николаевка[d], Новомосковский район[d], Днепропетровский округ[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Егоровна Кухарь 1929 йылдың 10 апрелендә Николаевка ауылында   (хәҙер Украинаның Днепропетровск өлкәһе, Яңы Мәскәү районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Ауыл мәктәбенең биш синыфын тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ике йыллыҡ оккупация осорон кисерә, ауыл азат ителгәндән һуң Чкалов исемендәге колхозда эшкә урынлаша. 1946 йылда комсомол-йәштәр звеноһының башлығы итеп тәғәйенләнә, звено һәр гектарҙан 40 центнер кукуруз уңышы йыйып ала, 1948 йылда 10 гектар майҙанда һәр гектарынан 68 центнер иген культураһы, 1949 йылда һәр гектарҙан шул уҡ майҙанда 68,3 центнер кукуруз уңышы йыйып ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1950 йылдың 9 июнендәге указы менән «1949 йылда колхоздар тарафынан ауыл хужалығы продукцияһы менән мотлаҡ тәьмин итеү буйынса кукуруз, көнбағыш орлоғо һәм люцернаның юғары уңышын алыуҙы үтәүҙә һәм 1950 йылғы яҙғы сәсеүҙе тулы күләмдә орлоҡ менән тәьмин итеүҙәге уңыштары өсөн Кухарь Мария Егоровнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

Артабанда колхозда эшләүен дауам итә. ВЛКСМ-дың XII съезы делегаты, Украина Комсомолының XVI съезына делегат итеп һайлана. Николаевка ауылында йәшәй[1].

2 Ленин ордены (9.06.1950, 29.05.1951), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (4.03.1949), миҙалдар менән бүләкләнә[1].

Тыуған Николаевка ауылында Социалистик Хеҙмәт Геройҙары иҫтәле аллеяһында 18 Герой араһында Кухарь Мария Егоровнаның да исеме уйып яҙылған[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 А. Наровлянский. Карноза Мария Егоровна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 15 март 2020.
  • С. Н. Шевченко, Е. Д. Кучеров, С. В. Дорошев. Трудовая слава Днепропетровщины. — Днепропетровск : Лира, 2013. — 326 с.