Крутов Владимир Евгеньевич
Крутов Владимир Евгеньевич (1 июнь 1960, Мәскәү — 6 июнь 2012, Мәскәү[4]) — совет хоккейсыһы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1981). Һөжүм итеүсе. Легендар «Ларионов бишәүе» вәкиле.
1985 йылда Хәрби физик культура һәм спорт институтын тамамлай.
Биографияһы
үҙгәртергәКонькиға 4 йәшендә баҫа. «Метеор» стадионында уйнай башлай. Беренсе тренеры — Голубев Владилен Николаевич. Һуңынан ЦСКА мәктәбендә тренер Валерий Стельмаховта шөғөлләнә. Валерий Харламов бала саҡ кумиры була, һуңынан дуҫ булалар[5].
Тәүге тапҡыр 1977 йылда ЦСКА составында «Крылья Советов»ҡа ҡаршы уйында сығыш яһай. Тәүҙә Александр Волчков һәм Владимир Попов менән бер сафта, һуңынан Вячеслав Анисин һәм Ирек Ғимаев менән бергә уйнай. Макаров, Ларионов менән бер составта була. 1979 һәм 1980 йылда йәштәр араһында донъя чемпионатында иң яҡшы һөжүмсе һәм иң яҡшы бомбардир була. 1980 йылда СССР-ҙың төп йыйылма командаһы составында Лейк-Плэсидтағы ҡышҡы олимпия уйындарында дебют яһай.
1980 йылдар башында Виктор Тихонов СССР йыйылма командаһы һәм ЦСКА клубы өсөн «легендар бишәүҙе» ойоштора. Уға Сергей Макаров, Игорь Ларионов, Вячеслав Фетисов, Алексей Касатонов һәм Владимир Крутовтар инә.
1989 йылда партнерҙары артынан Крутов Милли хоккей лигаһына юллана. Шул уҡ ваҡытта ул Совет Армияһы офицер>ы (майор) булараҡ түгел, ә ябай граждан булараҡ китә. Игорь Ларионов менән «Ванкувер Кэнакс» клубында уйнай, әммә улар төрлө төркөмдәрҙә сығыш яһай.
1989/1990 йылдар миҙгеле аҙағында етәкселек Крутов менән мөнәсәбәттәрҙе оҙайтырға теләмәй һәм Америка матбуғатында Крутовҡа юғары кимәлдә сығыш яһарға ҡамасаулаусы артыҡ ауырлыҡ тураһында хәбәрҙәр ебәрә. Дуҫтары ярҙамында Крутов «Цюрих» клубына күсә . Унда элекке Юрий Вожанов, Сергей Пряхин һәм Анатолий Чистяковтар менән бергә сығыш яһай башлай.
1992 йылда «Цюрих»ҡа канада тренеры килә, ул Крутов менән эшләүҙән баш тарта. Ул Швецияға күсә, унда 1996 йылға тиклем түбәнге лига командаларында сығыш яһай. Швецияла Эстерсунд ИК командаһының өлкән тренеры булып эшләй .
1996 йылда Рәсәйгә ҡайта. ЦСКА-ның баш тренеры ярҙамсыһы булып эшләй (1996—2000), һуңыраҡ — баш тренеры (2001). 1998/99 йылдар миҙгелендә Мәскәү дәүләт университеты клубы составына инергә саҡырыуҙы ҡабул итә[6].
2002 йылдан юғары спорт оҫталығы дәүләт мәктәбе директоры булып эшләй.
«СССР хоккей легендалары» ХК составында ветерандар турнирҙарында уйнай[7].
Һуңғы йылдарҙа Мәскәү эргәһендәге Химки ҡалаһында йәшәй.
2012 йылдың 6 июнендә Мәскәүҙәге 20-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә вафат була[8]. Үлем сәбәбе булып бауыр циррозы тора[9].
Карьераһы
үҙгәртергәҠаҙаныштары
үҙгәртергә- 1984, 1988 йылдарҙа Олимпия уйындары чемпионы.
- 1980 йылғы Олимпия уйындары көмөш призеры.
- 1981, 1982, 1983, 1986, 1989 — донъя чемпионы. 1987 йылғы донъя чемпионатында — көмөш миҙал, 1985 йылда — бронза миҙалы. Был уйындарҙа 90 матч үткәрә, 59 гол индерә.
- 1979—1989 — СССР чемпионы
- 1979, 1988 йылдарҙа — СССР Кубогын яулаусы
- 1981 йылда Канада кубогын яулаусы, 1987 йылда Канада кубогы финалсыһы, 1984 йылда Канада кубогында ҡатнашыусы. Канада кубогы турнирҙарында — 22 матчта уйнай, 14 шайба индерә.
- 1986. һәм 1987 йылдарҙағы Донъя чемпионаттарының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе, 1988 йылда Калгариҙа үткән Олимпия уйындарында хоккей турнирының иң яҡшы бомбардиры тип таныла (6 гол + 9 ассистент = 15 мәрәй).
- Европаның иң яҡшы хоккейсыға «Алтын сәкән» призы лауреаты (1987).
- Илебеҙ хоккейының «100 бомбардиры» клубына инә — 289 шайба[12].
Наградалары
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Владимир Крутов күнекмәлә | |
Крутов һөжүм итә |
- Почет ордены (2011)[13]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1988)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1982)
- «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» миҙалы (9.04.1980)[14]
- III дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы миҙалы (1989)
Ғаиләһе
үҙгәртергәАтаһы — завод эшсеһе, әсәһе — балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Өлкән ағаһы — Александр (1957).
Ҡатыны Нина Владимировна — хужабикә, ике улы: Денис һәм Алексей (хоккейсы).
Хәтер
үҙгәртергәДнестр буйы баш ҡалаһы Тирасполдә 2013 йылдың август айында Боҙ һарайы алдында Владимир Крутовҡа һәйкәл ҡуйыла, унда уның исемендәге хоккей клубы урынлашҡан.
Владимир Крутов хөрмәтенә Төнгө хоккей лигаһының төп трофейы атала.
2013 йылдан Мәскәүҙә Федераль спорт резервы әҙерләү үҙәге балалар клуб командалары араһында хоккей буйынса турнир үткәрә[15]
2020 йылдың 4 сентябрендә Химки ҡалаһында тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы хоккейсы йәшәгән Спартак урамындағы 7-се йорттоң алғы яғында Владимир Крутовҡа мемориаль таҡтаташ асыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.nytimes.com/2012/06/09/sports/hockey/vladimir-krutov-wing-for-soviet-hockey-teams-in-the-80s-dies-at-52.html?_r=1|title=Vladimir
- ↑ https://www.eurohockey.com/player/18638-.html (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Hockey-Reference.com
- ↑ Умер хоккеист Владимир Крутов 2012 йыл 8 июнь архивланған. // Lenta.Ru: Спорт. — 2012. — 6 июня.
- ↑ Патрикеев Алексей. «Однажды пришёл с таким синяком, что жена открыла дверь — и отшатнулась» // Спорт-Экспресс (газета). — 1996. — 17 сентября.
- ↑ Историческая справка . hcmsu.narod.ru. Сайт ХК МГУ. Архивировано 13 декабрь 2017 года.
- ↑ ХК «Легенды хоккея СССР» 2016 йыл 11 март архивланған. // hockey-legends.ru
- ↑ Знаменитый хоккеист Владимир Крутов умер в Москве 2014 йыл 3 февраль архивланған. // n4k.ru
- ↑ Умер прославленный хоккеист сборной СССР Владимир Крутов 2012 йыл 6 июнь архивланған. // РИА Новости. — 2012. — 6 июня.
- ↑ Легенду хоккея Крутова проводили в последний путь с воинскими почестями 2016 йыл 5 март архивланған. // РИА Новости. — 2012. — 8 июня.
- ↑ Могила В. Е. Крутова 2017 йыл 1 июнь архивланған. // moscow-tombs.ru
- ↑ Клуб «100 бомбардиров» . Дата обращения: 1 июнь 2016. Архивировано 21 июнь 2019 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 26 декабря 2011 года № 1686 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Дата обращения: 30 декабрь 2011. Архивировано 4 ноябрь 2013 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 апреля 1980 года № 1859—Х «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XIII зимних Олимпийских игр» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 16 (2038) от 16 апреля 1980 года. — Ст. 292.
- ↑ Мемориал Владимира Крутова — 2017 . uniorsport.ru. Дата обращения: 17 август 2017. Архивировано 17 август 2017 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Владимир Крутов: Досье 2011 йыл 27 декабрь архивланған. // hockeystars.ru
- Владимир Крутов, заслуженный мастер спорта: «Не могу поставить себе домашний телефон, зато появилось несколько служебных» 2021 йыл 7 ноябрь архивланған. // novayagazeta.ru