Кровко Пётр Михайлович

Кровко Пётр Михайлович (19 декабрь 1911 йыл — 13 май 1992 йыл) — Үҙәк фронттың 60-сы армия 121-се уҡсылар дивизияһының 383-сө уҡсылар полкы батальоны парторгы, лейтенант, Советтар Союзы Геройы.

Кровко Пётр Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 декабрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Унеча[d], Суражский уезд[d], Черниговская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Унеча[d], Брянск өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Унеча[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Пётр Михайлович Кровко 1911 йылдың 19 декабрендә Унеча хуторында (хәҙерге Брянск өлкәһендәге ҡала) эшсе ғаиләһендә тыуа.

Урыҫ. 1931 йылда Петр Михайлович мәктәптә 7 класты тамамлағас, клубта массовик була, «Унеча» тимер юл станцияһында кочегар булып эшләй.

1933—1935 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, П. М. Кровко ғаиләһе менән Башҡортостанға эвакуациялана. Учалы районының Ахун ауылында йәшәй. Учалы май заводында эшләй. 1939 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының Учалы райвоенкоматынан ҡабат Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылда Ленинград хәрби-сәйәси училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың декабренән. Воронеж һәм Үҙәк фронттарҙа һуғыша. Яралана.

383-сө уҡсылар полкының батальонында парторгы (Үҙәк фронт, 60-сы армия, 121-се уҡсылар дивизияһы) лейтенант Петр Кровко йылға 1943 йылдың сентябрендә Днепр аша сыҡҡандағы алыштарҙа айырылып тора.

1946 йылда майор П. М. Кровко — запасҡа сыға, һуңынан отставкаға китә. Алматы (Ҡаҙағстан) ҡалаһында йәшәй. 1980 йылдар аҙағында Брянск өлкәһенең Унеча ҡалаһына күсә.

1992 йылдың 13 майында вафат була[1]. Брянск өлкәһенең Унеча ҡалаһында ерләнгән[2].

Батырлығы

үҙгәртергә

«…383-сө уҡсылар полкының батальонында парторгы (Үҙәк фронт, 60-сы армия, 121-се уҡсы дивизияһы) лейтенант Петр Кровко 1943 йылдың сентябрь аҙағында десант отряды башында утрауға сыға, унан, ете яугир менән Украинаның Киве өлкәһе Вышгород районының Глебовка ауылы районында Днепрҙың уң ярына сыға. Плацдармды алғас, совет яугирҙары уны батальон килгәнгә тиклем тотоп тора, дошмандың өс йәҙгә яҡын һалдат һәм офицерын юҡ итә, һигеҙ пулемает нөктәһен тонсоҡтора».

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрендәге указы менән командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Петр Михайлович Кровкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2067) тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар.

Брянск өлкәһенең Унеча ҡалаһы Батырҙар аллеяһында Советтар Союзы Геройы П. М. Кровкоға иҫтәлекле билдә ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа, 1979, кн. 4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә