Косьянова Надежда Иосифовна
Косьянова Надежда Иосифовна (21 октябрь 1924 йыл — 1999 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982).
Косьянова Надежда Иосифовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 октябрь 1924 |
Тыуған урыны |
Украина Киев өлкәһе |
Вафат булған көнө | 1999 |
Вафат булған урыны |
Липецк өлкәһе, Рәсәй Лебедянский район[d], Липецк өлкәһе, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНадежда Иосифовна Косьянова 1924 йылдың 21 октябрендә Украинаның Киев өлкәһе Японец ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1933 йылда Н. И. Косьянованың ғаиләһе Воронеж өлкәһенең Трубетчинский районы (һуңыраҡ Липецк өлкәһенең Лебедянский районы тип үҙгәртелә) «Мәҙәниәт» совхозына күсеп килә.
Бала саҡта Н. И. Косьянова ата-әсәһенә сусҡасылыҡ фермаһында ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тракторсы булып эшләй.
1945 йылдан сусҡасылыҡ фермаһына эшкә күсә. Ун йыл эшләү осоронда Н. И. Косьянова биш меңдән ашыу сусҡа бәрәсе үҫтерә. Йәш малдарҙың бер центнер артымының үҙҡиммәте уның төркөмөндә планлы 223 һум урынына 195 һум тәшкил итә. «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» Н. И. Косьянова ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән «ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә ҡаҙаныштары һәм дәүләткә малсылыҡ продукттарын пландан тыш арттырып һатыуы өсөн» Косьянова Надежда Иосифовнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1980 йылда Н. И. Косьянова хаҡлы ялға китә.
1999 йылда вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (8.04.1971)
- Ленин ордены (8.04.1971)
- Октябрь Революцияһы ордены
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои липецкой земли / Воронеж, 1989 г. — С. 98-99.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лебедянцы, удостоенные звания Героя Советского Союза, Герой Социалистического Труда (неопр.). Официальный сайт Администрации Лебедянского муниципального района Липецкой области. Дата обращения 14 марта 2020.